Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 221


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГРИПП
1. Баҡса шарттарында ғына үҫтерелгән мәңге йәшел цитрус емеш ағасы. □ Дерево грейпфрута. / Грейпфрутовый (лат. Citrus paradisi). Грейпфрут үҫтереү. Грейпфрут сорты.
2. Шул ағастың хуш еҫле, тәме әскел-темерәк булған түңәрәк йәки оҙонсараҡ емеше. □ Плод грейпфрута. / Грейпфрутовый. ■ Ауыҙ ҡыуышлығы шештәрен дауалағанда көнөнә ике грейпфрут ашау файҙалы икән. «Йәшлек», 28 май 2009.
ГРЕК (Р.: грек; И.: Greek; T.: Yunanlı) и. этн.
Грецияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул халыҡтың кешеһе.
□ Грек. / Греческий. Грек философы. Грек шағиры. Грек кешеһе. ■ Элек беҙ алтынсы класта уҡығанда, боронғо донъя тарихында грек философтарының һүрәттәре була торғайны. Картотека фондынан.
ГРЕКСА (Р.: по-гречески; И.: in Greek; T.: Yunanca) р.
1. Грек телендә. □ По-гречески. Грекса һөйләшеү. Грекса журнал.
2. Грек халҡына хас, гректар кеүек.
□ По-гречески, как греки. Грекса кейенеү.
ГРЕКСАЛАП р. ҡар. грекса.
ГРЕК СӘТЛӘҮЕГЕ (Р.: грецкий орех; И.: Persian walnut; T.: ceviz) и. бот.
1. һоро төҫтәге ҡаты ҡабыҡлы йылы яҡ ағасы. □ Грецкий орех (nzx.Juglans regia). Грек сәтләүеге япрағы.
2. Шул ағастарҙың ҡаты ҡабыҡлы, майға бай емеше. □ Грецкий орех. Грек сәтләүеге ҡабығы. Төйөлгән грек сәтләүеге.
ГРЕКТАРСА р. ҡар. грекса 2.
ГРЕЛКА [рус.] (Р.: грелка; И.: hot-water bottle; T.: su tandırı) и.
Эсенә эҫе һыу һалып йәки электр менән тәндең берәй ерен йылыта торған ҡулайлама. □ Грелка. Аяҡҡа грелка ҡуйыу.
ГРИГОРИАН КАЛЕНДАРЫ (Р: григорианский календарь; И.: Gregorian calendar; Т.: Gregory en takvimi) и.
Рим папаһы Григорий XIII тарафынан Юлий календарын төҙәтеү өсөн йыл башын
ун көнгә алға күсереп индерелгән календарь (яңы стиль календары). □ Григорианский календарь.
ГРИЛЬЯЖ [рус. < фр. grillage] (Р.: грильяж; И.: candied roasted nuts (almonds); T.: şekerle kavrulmuş fındık) u.
Ҡыҙҙырылған сәтләүек, миндаль ҡушылған десерт; кәнфит. □ Грильяж. Грильяж әҙерләү. Шоколадлы грильяж.
ГРИМ [рус. < ит. grimo ‘йыйырсыҡлы’] (Р.: грим; И.: make-up; T.: makyaj) и.
1. Роль башҡарыу өсөн эшләнгән яһалма төҫ, ҡиәфәт (буяу, һаҡал-мыйыҡ йәбештереү һ. б.). □ Грим. ■ Ҡарт әбей булып уйнаһаң, .. ул саҡ һиңә ҡалын грим һыларға тура килер ине. Й. Солтанов.
2. Яһалма төҫ булдырыу өсөн ҡулланылған буяуҙар. □ Грим. Гримды һөртөп алыу.
ГРИМАСА [рус. < фр. grimace] (Р: гримаса; И.: grimace; T.: yüz ifadesi) и.
Юрый йәки ирекһеҙҙән сырайҙы төрлө рәүешкә индереү. □ Гримаса.
ГРИМЕР [рус.] и. ҡар. грим һалыусы. Гримёр һөнәрен үҙләштереү.
ГРИМЛАНЫУ (гримлан-) ҡ. ҡайт. ҡар. гримлау, возвр. от гримлау.
ГРИМЛАУ (гримла-) ҡ. ҡар. грим һалыу. Актёрҙы гримлау.
ГРИМЛЫ (Р: загримированный; И.: made-up; T.: makyajlı) с.
Грим һалынған, һөртөлгән. □ Загримированный. Гримлы бит. Гримлы актёр.
ГРИМ ҺАЛЫУ (грим һал-) (Р.: гримировать; И.: make up; T.: makyaj yapmak) ҡ.
Грим (2) менән биҙәнеү. □ Гримировать. Дөрөҫ грим һалыу — үҙе бер сәнғәт.
ГРИМ ҺАЛЫУСЫ (Р: гримёр; И.: makeup artist; T.: makyajcı) и.
Грим һалыу оҫтаһы. □ Гримёр.
ГРИПП [рус. < фр. grippe] (Р.: грипп; И.: influenza; Т.: grip) и. мед.
Тын юлдарын шештереп, сөскөртөп, өшөтөп ауырыта торған вируслы ауырыу; киҙеү. □ Грипп. Грипты дауалау. Гриптан һаҡланыу.
221