ГРИПЛАУ
ГРИПЛАУ (грипла-) (Р.: грипповать; И.: have flu, have influenza; T.: grip olmak) ҡ. һөйл.
Грипп менән ауырыу. □ Грипповать. Гриплап йөрөу.
ГРИФ I [рус. < гр. gryps] (Р.: гриф; И.: vulture; T.: akbaba) и. зоол.
1. Ҡарсығалар төркөмөнә ҡараған ҡара-көрән төҫтәге йыртҡыс ҡош. □ Гриф (лат. Gryps).
2. миф. ҡар. ғанҡа.
ГРИФ II [рус. < нем. Griff\ (Р: гриф; И.: fingerboard; T.: kol) и. муз.
Ҡыллы музыка ҡоралдарының ҡылдарына бармаҡ менән баҫҡылап төрлө тауыш сығара торған ағас йәки пластмасса планкаһы. □ Гриф.
ГРИФ III [рус. < фр. griffe] (Р: гриф; И.: (signature) stamp; T.: baskı) и.
1. Ҡултамғаның йәки ҡулъяҙманың һүрәте төшөрөп яһалған мөһөр һәм ошондай мөһөр менән яһалған баҫма, оттиск. □ Гриф.
2. Китаптың тышына йәки титул битенә яҙыла торған яуаплы ойошманың исеме.
□ Гриф. Китапты институт грифы менән сығарыу. Министрлыҡ грифы аҫтында сыҡҡан уҡыу ҡулланмалары ғына уҡытыу процесында ҡулланыла.
ГРИФЕЛЬ [рус. < нем. Griffel] (Р.: грифель; И.: slate pencil; T.: kurşun) и.
Таш таҡтаға яҙа торған таш ҡәләм.
□ Грифель.
ГРИФЕЛЬ ТАҠТАҺЫ (Р: грифельная доска; И.: slate; T.: yazı tahtası) и.
Грифель менән яҙыр өсөн ҡараташтан эшләнгән бәләкәй таҡта; таш таҡта. □ Грифельная доска. ■ Грифель таҡтаһы бар барлығын. Балаларҙы грамотаға өйрәтергә иҫәп. Б. Рафиҡов.
ГРИФТАР БУЛЫУ (грифтар бул-) (Р.: оказаться в каком-л. положении; И.: be in a position; get into... T.: maruz olmak) ҡ.
Ниндәйҙер хәлгә дусар булыу, тотҡон булыу, юлығыу. □ Оказаться в каком-л. положении, оказаться в чьём-л. подчинении. ■ [Ҡарттыц] Сәфәрғәле исемле улы хәҙерге көндә Батум исемле ҡалала бат
ша хеҙмәтенә грифтар булып тора икән. М. Ғафури. Мөхәббәт бер бәләлер, кем грифтар булмаған — белмәҫ. Халыҡ йырынан.
ГРИФТАР ИТЕҮ (грифтар ит-) (Р: подвергать чему-л:, И.: doom smb to; make undergo smth; T.: maruz bırakmak) ҡ.
Ниндәйҙер хәлгә төшөрөү, дусар итеү, юлыҡтырыу, тотҡон итеү. □ Подвергать чему-л., обрекать на что-л. Бәләгә грифтар итеу.
ГРИФ ҺЫМАҠТАР (Р: грифовые; И.: the Old World vultures; T.: Eski Dünya akbabaları) и. зоол.
Ҡарсыға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡоштар төрө. □ Грифовые, или Грифы Старого Света (лат. Aegypiinae).
ГРОССМЕЙСТЕР [рус. < нем. Gross-meister\ (Р.: гроссмейстер; И.: Grand Master; T.: büyük usta) и. спорт.
1. Шахмат һәм шашка спортындағы иң юғары оҫталыҡ дәрәжәһе. □ Гроссмейстер. / Гроссмейстерский. Гроссмейстер дәрәжәһе.
2. Шул дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Гроссмейстер. Гроссмейстер булыу. Тамара Танһыҡҡужина — халыҡ-ара гроссмейстер, халыҡ-ара шашка буйынса дурт тапҡыр донъя чемпионкаһы.
ГРОССМЕЙСТЕРЛЫҠ (гроссмейстер-лығы) (Р.: гроссмейстерство; И.: Grand Master’s position; T.: büyük usta ünvanı) u.
Гроссмейстер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәлә булыу; гроссмейстерҙың эшмәкәрлеге. □ Гроссмейстерство.
ГРОТЕСК [рус. < ит. grottesco] (Р: гротеск; И.: grotesque; T.: grotesk) и.
1. Әҙәбиәт һәм сәнғәттә тормош күренештәрен ғәҙәттән тыш арттырып күрһәтеүгә ҡоролған әҙәби алым һәм ошо алым менән ижад ителгән әҫәр. □ Гротеск. / Гротескный. ■ Мин гротеск алымын хуп курәм, — тине йәш рәссам. .. Һәр рәссам сәнғәткә уҙ алымы менән сума. 3. Ураҡсин.
2. типогр. Бер тигеҙ ҡалынлыҡтағы шрифтың атамаһы. □ Гротеск.
222