Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 223


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГРУҺ
ГРУЗИН (Р.: грузин; И.: Georgian; Т.: Gürcü) и. этн.
Грузияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (иберий-кавказ телдәренең береһендә һөйләшә). □ Грузин. Грузин халҡы. И VI—X быуаттарҙа грузиндар милләт булараҡ формалашҡан. VIII—IX быуаттарҙа бөгөнгө Грузия урынында өс феодаль кенәзлеҡ һәм Абхаз батшалығы йәшәгән. М. Ҡотлоғәлләмов.
ГРУЗИНДАРСА/л ҡар. грузинса 2.
ГРУЗИНСА (Р.: по-грузински; И.: in Georgian; T.: Gürcüce) р.
1. Грузин телендә. □ По-грузински. Грузинса һөйләшеу.
2. Грузин халҡына хас, грузиндар кеүек.
□ По-грузински, как грузины. Грузинса ҡаршы алыу. Грузинса йырлап-бейеу.
ГРУЗИНСАЛАП/Z ҡар. грузинса.
ГРУЗОВИК (грузовигы) [рус.] (Р: грузовик; И.: lorry; truck; T.: kamyon) и. һөйл.
Йөк машинаһы. □ Грузовик. Грузовикҡа тейәлгән.
ГРУЗЧИК (грузчигы) [рус.] и. ҡар. йөк ташыусы.
ГРУНТ [рус. < нем. Grunt} (Р: грунт; И.: soil; earth; T.: toprak) и.
1. Тупраҡ, ер. □ Грунт. / Грунтовый. Йәшелсәне грунтҡа ултыртыу.
2. Диңгеҙ, йылға һәм тәбиғи һыу ятҡылыҡтарының төбө. □ Грунт. Грунт тугеу. Грунт сығарыу.
3. Буяласаҡ йәки һүрәт яһаласаҡ әйбер-гә беренсе ҡат буялған буяу; ерлек. □ Грунт, грунтовка. Грунт буяуы. Киндер туҡымаға грунт һалыу.
ГРУНТЛАНЫУ (грунтлап-) ҡ. ҡайт. ҡар. грунтлау, возвр. от грунтлау.
ГРУНТЛАУ (грунтла-) (Р.: грунтовать; И.: ground, prime; T.: astar vurmak) ҡ.
Беренсе ҡатҡа буяу; грунт (3) һалыу.
□ Грунтовать. Грунтлап сығыу.
ГРУНТ ҺЫУЫ (Р: грунтовая вода; И.: ground water; T.: yeraltı suyu) и.
Ер аҫты һыуы. □ Грунтовая вода. ■ [Рауза сәскәһе] тамыры ҡайһы берҙә 1 метрҙан
да тәрәнерәккә уҫә, шуға курә грунт һыуы 80—120 сантиметрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш тугел. «Йәшлек», 14 май 2011.
ГРУПОРГ [рус. групповой организатор} (Р.: групорг; И.: group organizer; T.: grup başkanı) и.
Группа етәксеһе, группа башлығы (йәмәғәт ойошмаларында). □ Групорг.
ГРУППА [рус. < нем. Gruppe} и.
1. ҡар. төркөм.
2. Ниндәйҙер дөйөм сифаттары, үҙенсәлектәре менән берләшкән бер төр. □ Группа. Углеводтар группаһы.
3. һөйл. Ауырыу, зәғифлек арҡаһында хеҙмәткә һәләтлелекте юғалтыуҙы билдәләгән дәрәжә. □ Группа. Икенсе группа инвалиды.
ГРУППАЛАУ (группала-) ҡ. ҡар. төркөмләү.
ГРУППАЛАШ (Р: одногруппник; И.: fellow student; T.: sınıf arkadaşı) и.
Бер группала уҡыған, булған. □ Одногруппник. Группалаш ҡыҙ. Группалаштар менән осрашыу.
ГРУППАЛАШЫУ (группалаш-) ҡ. ҡар. төркөмләшеү.
ГРУППАЛЫ (Р: групповой; И.: group; T.: grup) с.
Группа, төркөм менән булған; төркөм, группанан торған. □ Групповой. Группалы эш. 10 группанан торған балалар баҡсаһы.
ГРУППАЛЫ НИКАХ (Р: групповой брак; И.: group marriage; T.: grup evliliği) и. иҫк.
Бер төркөмдөң һәр ире икенсе төркөмдөң һәр ҡатыны менән йәшәй ала торған никахтың иң боронғо төрө. □ Групповой брак.
ГРУППАСЫЛЫҠ (группасылығы) и. ҡар. төркөмсөлөк.
ГРУППИРОВКА [рус.] (Р: группировка; И.: grouping; T.: grupla(ndır)ma) и.
Дөйөм бер маҡсат, теләк, эш менән берләшкән төркөм. □ Группировка. Хәрби группировка. Группировкалар һаны.
ГРУҺ [фарс. öjj^] (Р: группа; толпа; И.: * group; community; mob; T.: grup) и. иҫҡ.
223