ГРУҺЛАУ
Төркөм, өйөр. □ Группа; толпа. Яңы төҙөлгән груһ. Груһ-груһ булып йыйылыу.
ГРУҺЛАУ (груһла-) (Р.: группировать; И.: group; T.: gruplamak) ҡ. иҫк.
Төркөмләү. □ Группировать. Йәшелсәләрҙе груһлап ҡуйыу.
ГРУША I [рус.] (Р.: груша; И.: pear; Т: armut) и. бот.
1. Йылы яҡта үҫә торған роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған алһыу аҡ сәскәле емеш ағасы; армыт. □ Груша. / Грушевый (лат. Pyrus). Груша ултыртыу. Быйыл груша ла яҡшы ғына уңыш бирәсәк.
2. Шул ағастың емеше. □ Плод данного дерева. Груша ҡайнатмаһы. Груша һуты. ■ Элек натуралистарҙың республика станцияһында груша юҡ ине. Картотека фондынан.
ГРУША II [рус.] (Р: груша; И.: punching bag; T: armuttop) и. спорт.
Мәргән һуғыу күнекмәләре өсөн спорт ҡулайламаһы, боксёр грушаһы. □ Боксёрская груша. Кун груша. Кеше ҡиәфәтендәге груша.
ГРУША III [рус.] (Р: медицинская груша; И.: spray bulb; T: tenkiye) и. мед.
Медицина процедуралары өсөн тәғәйенләнгән резина, пластик йәки силикондан эшләнгән груша формаһындағы йомшаҡ һауыт, медицина грушаһы. □ Медицинская груша. Клизма грушаһы. Груша баллоны.
ГРУШОВКА [рус.] (Р: грушовка; И.: perry; T: armut şarabı) и.
1. Груша шарабы. □ Грушовка, грушевая наливка. Грушовка әҙерләу.
2. бот. Тиҙ өлгөрә торған алмағас төрө һәм уның алмаһы. □ Грушовка. ■ Тәжрибә участкаларында башҡорт гузәле, антоновка, алтын китайка, грушовка сортлы алмағастарынан быйыл айырыуса мул уңыш көтөлә. Картотека фондынан.
ГУАҺ [фарс. olj£] (Р: свидетель; И.: witness; T: tanık) и. иҫк. кит. ҡар. геуаһ.
ГУАШЬ [рус. < фр. gouache] (Р: гуашь; И.: gouache; T: guvaş) и.
1. Аҡбур, елем ҡатнаштырып һыуға иҙелгән ҡуйы буяу төрө. □ Гуашь. Гуашь менән яҙыу.
2. Шул буяу менән төшөрөлгән һүрәт. □ Гуашь. «Урман — йәшәу сығанағы» гуашы.
ГУБЕРНА [рус.] (Р: губерния; И.: government; province; T: vilayet) и. тар.
1708—1929 йылдарҙа Рәсәйҙең төп ад-министратив-территориаль бүленеш берәмеге. □ Губерния. / Губернский. Мәскәу губернаһы. ■ 300 саҡрымда булған губерна шәһәребеҙ «С...»та телеграф барлыҡты ишеттек. Р. Фәхретдинов. Өфө губернаһында ла геология-разведка эштәре уткәреу мәсьәләһе ҡуйыла. Д. Бураҡаев. А. Г. Бессонов XIX быуат аҙаҡтарында Өфө, Ырымбур губерналарының куп кенә өлөшөн, Силәбе, Исәт провинцияларын йөрөп сығып, башҡорт фольклорының сәсмә жанрҙары буйынса бай материал туплаған. Ф. Нәҙершина.
ГУБЕРНАЛАШТЫРЫУ (губерналаш-тыр-) (Р: делить на губернии; И.: divide into governments; T: vilayetlere ayırmak) ҡ.
Губерналарға бүлеү. □ Делить на губернии. Губерналаштырыу кампанияһы башланды.
ГУБЕРНАТОР [рус. < лат. gubemator ’хаким’] (Р: губернатор; И.: governor; T: vali) и.
Губерна башлығы. □ Губернатор. ■ Бына шул Даль Ырымбур губернаторында писарь булып эшләгән йылдарында (1831— 1832) рус теленә ингән бөтә башҡорт һәм татар һуҙҙәрен йыйып барған. Н. Асанбаев. Ырымбурҙың иң тәуге губернаторы Иван Иванович Неплюев крайҙа батша хакимлығын нығытыу буйынса куп эштәр башҡара. Риүәйәттән. Каруанһарай һалынып бөткәс, губернатор ҙур йыйын йыйнаған. М. Буранғолов. • Ул уҫтергән — губернатор, ҡыҙ уҫтергән — боҫоп ятыр. Мәҡәл.
ГУБЕРНАТОРЛЫҠ (губернаторлығы) (Р: губернаторство; И.: governorship; Т: valilik) и.
Губернатор вазифаһы һәм шул вазифала булыу. □ Губернаторство. Төркөстан
224