ГУЗНА
губернаторлығы. Көнсығыш-Себер губерна-торлығы. Губернаторлыҡ хеҙмәте. ■ Автор әҫәрҙең башында башҡорттарҙың рус колонизаторҙары тарафынан ерҙәре тартып алыныуға, урындағы бай һәм тархандарҙың ярлыларҙы аяуһыҙ талауына, иҙеүенә, монархия мәнфәғәтен күҙәтеүсе чиновниктар, батша түрәләре, хәрби губернаторлыҡ идаралығы ҡыҫымына, башбаштаҡлыҡҡа сыҙай алмайынса, ырыу батырҙары артынан Ҡараһаҡал (Миңлеғол) етәкселегендәге ирек яуына берҙәм күтәреле-үен, уларға башҡа милләт иҙелгәндәренең дә ҡушылыуын, дөйөм рухи күтәренкелекте күрһәтә. И. Бүләков.
ГУБКА [рус.] (Р.: губка; И.: sponge; Т.: sünger) и.
1. зоол. Диңгеҙҙә йәшәгән күп күҙәнәкле хайуандарҙың түбән тибы; болот. □ Губка.
2. Шул хайуандарҙың ҡауы, һөлдәһе.
□ Губка. Губка менән һөртөнөү.
3. Йыуыныу өсөн йәки йыуғыс итеп ҡулланылған һәм резинанан, поролондан шул хайуандарҙың ҡауына оҡшатып яһалған күҙәнәкле, һығылмалы нәмә. □ Губка. Губка менән йыуыныу. Табаҡ-Һауыт губкаһы. Биш ҡап губка. ■ Аҡ төҫтәге күн аяҡ кейемен губка йәки йомшаҡ щётка ярҙамында .. таҙартығыҙ, аҙаҡ төҫһөҙ крем яғығыҙ. «Шоңҡар», № 4, 2011.
♦ Губка кеүек нимәнелер еңел, тиҙ ҡабул итеүсән кеше тураһында. □ Как губка (о восприимчивом, легко и быстро усваивающем что-л. человеке). Бала хәтере губка кеүек.
ГУВЕРНАНТКА [рус. < фр. gouveman-te\ (Р.: гувернантка; И.: governess; T.: mürebbiye) и.
Ғаиләләрҙә балаға тәрбиә һәм башланғыс белем биреү өсөн яллап тотолған ҡатын-ҡыҙ. □ Гувернантка. Гувернантка яллау.
ГУВЕРНЁР [рус. < фр. gouvemeur] (Р: гувернёр; И.: tutor; T.: guvernan) и.
Ғаиләләрҙә балаға тәрбиә һәм башланғыс белем биреү өсөн яллап тотолған кеше.
□ Гувернёр. Гувернёр һәнәре. Намыҫлы гувернёр.
ГУГЕНОТ [рус. < фр. huguenot] (Р: гугенот; И.: Huguenot; T.: Fransız Protestanı) и. дини. тар.
XVI—XVIII быуаттарҙа сиркәү һәм хөкүмәт тарафынан эҙәрләнгән француз протестанттарының атамаһы. □ Гугенот. Францияла гугенот һуғышы. Гугеноттар туғанлашыу ы.
ГУДОК (гудогы) [рус.] (Р: гудок; И.: (factory) whistle; hooter; T.: düdük) и.
1. Сигнал бирә торған механик һыҙғыртҡыс. □ Гудок. М Гудок тауыштарын олпат тауҙар күптән инде йотҡан, онотҡан. С. Ғәбиҙуллин.
2. Механик һыҙғыртҡыс ярҙамында бирелгән тауыш; сигнал. □ Гудок. Гудок биреү. ■ Бәләкәй өйҙән ҡыҙыл фуражка кейгән разъезд начальнигы сыҡты, паровоз һуҙып гудок бирҙе һәм поезд ҡуҙғалды. Ә. Чаныш.
ГУДРОН [рус. < фр. goudron] (Р.: гудрон; И.: tar; Т.: petrol katranı) и.
Нефть ҡыуғандан ҡалған ыҫмала һымаҡ ҡуйы ҡара матдә (юл төҙөү, түбә ябыуына ҡойоу өсөн ҡулланыла). □ Гудрон. ■ Гудрондан асфальт эшләнә, ә асфальт иһә юл һәм тротуар төҙөү эшендә киң ҡулланыла. Д. Бураҡаев.
ГУДРОНЛАНЫУ (гудронлай-) ҡ. төш. ҡар. гудронлау, страд, от гудронлау. Бүрәнәләр гудронланды.
ГУДРОНЛАУ (гудронла-) (Р.: гудронировать; И.: tar; T.: katranlamak) ҡ.
1. Гудрон буяу, гудрон һеңдереү. □ Гудронировать.
2. Гудрон йәйеү (юл төҙөгәндә). □ Покрыть гудроном. Юлды икенсе ҡат гудронларға кәрәк.
ГУДРОНЛЫ (Р: гудронированный; И.: tarred; T.: katranlı) с.
Гудрон буялған, һеңдерелгән; гудрон менән, гудрон ҡатыш. □ Гудронированный; с гудроном. Гудронлы биҙрә. Гудронлы шыйыҡса.
ГУЗНА и. диал. ҡар. ашыҡ.
8- 1.0116.12
225