Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 226


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГУЛЯШ
ГУЛЯШ [рус. < вен. hulas ‘һыйыр көтөүсеһе’I (Р.: гуляш; И.: goulash; T.: gulaş) и. кул.
Ниндәйҙер итте ваҡ итеп турап, һуған, борос һалып, быҡтырып бешерелгән венгр халҡының милли ашы. □ Гуляш. ■ «һуғыш бөткәс, ҡайтып, Башсовнарком ашханаһында повар булам», — ти. Ысынлап та, гуляшмы, нимәлер булдырған. С. Әлибаев.
ГУМАНИЗМ [рус. < лат. humanus] (Р.: гуманизм; И.: humanism; T.: hümanizm) и. фәлс.
1. Яңырыу дәүерендә барлыҡҡа килеп, кеше шәхесен ирекле итеү, сиркәүҙең рухи баҫымынан ҡотолдороу принциптарын алға һөргән прогрессив хәрәкәт. □ Гуманизм.
■ Яҡшылыҡты тик гуманизм юлдары менән бойомға ашырырға була. «Йәшлек», 13 февраль 2010.
2. Кешеләргә һәм уның эшенә хөрмәт менән ҡараған, кешене яратыу тойғоһо менән һуғарылған мөнәсәбәт, кеше һөйөүсәнлек; кешелеклелек. □ Гуманизм. Барлыҡ булмыш гуманизм менән һуғарылған.
ГУМАНИСТ [рус. < лат.] (Р: гуманист; И.: humanist; T.: hümanizm yanlısı) и. фәлс.
Гуманизм (1) тарафтары. □ Гуманист. Гуманист булыу. ■ Бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, гуманист Аҡмулланың һәйкәленә ҡарап, уның башҡортлоғон, шағирлығын, мәғрифәтсе булыуын күрге, тойғо килә. Л. Абдуллина. Лев Толстойҙың замандашы булараҡ, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҙенең педагогик, фәлсәфәүи һәм этнографик яҙмаларында күп тапҡырҙар бөйөк гуманист мираҫына мөрәжәғәт итә. Р. Шәкүр.
ГУМАНИСТИК (Р: гуманистический; И.: humanistic; T.: hümanist) с. фәлс.
Гуманизмды яҡлаған; гуманизмға хас. □ Гуманистический. Гуманистик шиғриәт. Гуманистик йүнәлеш. Гуманистик ҡараш.
■ Уларҙың [башҡорт уҡымышлыларының] күбеһе рус һәм Европа мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм фәне ҡаҙаныштарына йүнәлеш тотоп, уларҙың үрнәгендә башҡорт милли мәҙәниәтен, уның прогрессив һәм гуманис
тик традицияларын артабан да үҫтереү, тормошто «европалаштырыу» хәстәрлеге менән йәшәгән һәм ижад иткән. «Ватандаш», №8, 2011. Әҫәрҙә ғәҙеллек, аҡыл барыбер яуызлыҡ, миһырбанһыҙлыҡ өҫтөнән тантана итә, тигән гуманистик идея үткәрелә. Ғ. Ҡунафин.
ГУМАНИТАР (Р: гуманитарный; И.: humanitarian; T.: insancıl) с. фәлс.
1. Кешелек йәмғиәтен һәм уның мәҙәниәтен өйрәнә торған. □ Гуманитарный. Гуманитар университет. Гуманитар бүлек.
2. Кеше һөйөүсәнлеккә, кешелеклелеккә нигеҙләнгән. □ Гуманитарный. Гуманитар хәрәкәт. Халыҡ-ара гуманитар ойошма. Халыҡ-ара гуманитар фонд.
ГУМАНИТАР БЕЛЕМ (Р: гуманитарное образование; И.: liberal education; T.: genel kültür) u.
Гуманитар фәндәргә нигеҙләнгән белем. □ Гуманитарное образование.
ГУМАНИТАРЛАШТЫРЫУ (гума-нитарлаш-) (Р: гуманитаризировать; И.: humanize; T.: insanlaştırma) ҡ.
Кеше эшмәкәрлегенең гуманитар фәндәр ҡаҙаныштарына йүнәлдерелеүе. □ Гуманитаризировать. // Гуманитаризация. Уҡыу йортон гуманитарлаштырыу.
ГУМАНИТАР ФӘНДӘР (Р: гуманитарные науки; И.: liberal arts; the humanities; T.: beşeri bilimler) и.
Тәбиғи һәм техник фәндәрҙән айырмалы рәүештә, йәмғиәт тураһындағы фәндәр: фәлсәфә, тарих, әҙәбиәт ғилеме, тел ғилеме һ. б. □ Гуманитарные науки.
ГУМАНИТАР ЯРҘАМ (Р: гуманитарная помощь; И.: humanitarian, relief aid; T.: insani yardım) и.
Фажиғәгә осраған кешеләргә ярҙам күрһәтеү. □ Гуманитарная помощь.
ГУМАНЛЫ с. ҡар. кешелекле.
ГУМАНЛЫҠ (гуманлығы) и. ҡар. кешелеклелек.
ГУМАНЛЫ Л ЫҠ (гуманлылығы) и. ҡар. кешелеклелек. ■ Үҙ ҡәҙерҙәрен белмәүселәргә шәфҡәт күрһәтеү иҫәбенә мил-
226