ГУСАРҘАРСА
лиондарға ҡарата булған гуманлылыҡты ҡорбан итергә ярамай. X. Атанғолов.
ГУМАНОИД [рус. < лат. humanus + гр. eidos ‘ҡиәфәт’] (Р.: гуманоид; И.: humanoid; T.: insansi) и.
1. Ерҙә йәки икенсе планеталарҙа йәшәүсе, кешегә оҡшаш йән эйәһе. □ Человекоподобное существо, обитающее на Земле или других планетах. Гуманоидҡа тап булыу. Гуманоидты осратыу. Аҡыллы зат гуманоиды.
2. кусм. Үҙенең ҡиәфәте, эске донъяһы менән башҡаларҙан айырылып торған кеше. □ Гуманоид (человек, резко выделяющийся внешностью и привычками). Гуманоид һымаҡ йөрөй.
ГУМАНҺЫҘ (Р.: негуманный; И.: inhumane; T.: insanlık dışı) c.
Кешелекһеҙ, ҡаты бәғерле. □ Негуманный, жестокий, чуждый сострадания. Гуманһыҙ залим. Гуманһыҙ язалау. Гуманһыҙ мөнәсәбәт.
ГУМАНҺЫҘ Л ЫҠ (гуманһыҙлығы) (Р: негуманность; И.: inhumanity; T.: insanlık dışı) и.
Кешелекһеҙлек, шәфҡәтһеҙлек, вәхшилек. □ Негуманность, бесчеловечность, безжалостность, чёрствость, варварство, беспощадность. Йәберләусе гуманһыҙлығы. Гуманһыҙлыҡ ҡорбаны. Гуманһыҙлыҡ шаһиты булыу.
ГУМУС [рус. < лат. humus ‘ер, тупраҡ’] и. ҡар. серемтә. ■ Һөрөу йунәлешен һәм тәрәнлеген баҫыуҙыц рельефынан, тупраҡтың гумус ҡатламының ҡалынлығынан сығып билдәләргә кәрәк. Картотека фондынан. Икенсе бригадала етен гумусҡа бай булған. Картотека фондынан.
ГУНН и. этн. ҡар. һун. Гундар империяһы.
ГУРМАН [рус. < фр. gourmand] (Р: гурман; И.: gourmet; T.: şikemperver) и.
Аш-Һыу тәмен яҡшы белгән, тәмле ашарға яратыусан, тәмлетамаҡ. □ Гурман. ■ «Сәй янына ҡаймаҡ, ҡоймаҡ булһа ла
ярай. Мин ул тиклем гурман тугел», — тип өҫтәл артына ултырҙы. М. Кәримов.
ГУРМАНЛЫҠ (гурманлығы) (Р: гурманство; И.: gourmandise; T.: şikemperverlik) и.
Тәмле, татлы ашамлыҡтарға әүәҫлек. □ Гурманство.
ГУРНИСА [рус. горница] и. ҡар. ҙур яҡ. • Тора белмәгән гурнисаны ҡара келәт яһаған. Мәҡәл.
ГУРТ [рус. < пол. hurt] и. ҡар. көтөү III. ■ Мин бында гурт башлығы, йә әйт, ярты көтөу мал ҡайҙа? И. Ғиззәтуллин. Шәуәлиҙе гурт бригадиры итеп билдәләнеләр. Картотека фондынан. Һыйырҙар уҙенә башҡа, һарыҡтар уҙенә башҡа гурттарға буленеп көтөлдө. Картотека фондынан. Зөбәйлә апай әле лә яратҡан эшен ташламай. Ул икенсе гуртта эшләй, ун биш һыйыр тәрбиәләй. Картотека фондынан. Һауын гуртында йөҙ илле баш һыйыр иҫәпләнә, башмаҡ та байтаҡ. Картотека фондынан.
ГУРТАУАЙ [рус. гуртовой] (Р: гуртовой; И.: drover; T: sürü) с.
Көтөүҙә йөрөгән малға ҡарата. □ Гуртовой. ■ Ныязғолдоң Яйыҡҡа ҡыуған гурта-у ай һарығы һымаҡ, ҡыуҙы ла алып киттеләр. Сей ауыҙ балалар бит әле. Һ. Дәүләтшина.
ГУРТ ЖЫЙЫУСЫ (Р: покупающий скот помногу; И.: purchasing much cattle; T: davar tüccarı) и. диал.
Малды күпләп алыусы. □ Покупающий скот помногу. Гурт жыйыусылар ылауы.
ГУСАР [рус. < вен. huszar] (Р: гусар; И.: hussar; T: husar) и.
XV—XX быуаттарҙағы уландар менән бер рәттә торған, үҙенсәлекле кейемле, еңел ҡоралланған һыбайлы һалдат. □ Гусар. / Гусарский. Гусар Денис Давыдов — кавалерия офицеры. Гусар кейеме.
ГУСАРҘАРСА (Р: по-гусарски; И.: like hussars; T.: husar gibi) p.
Гусарҙар һымаҡ эшләү, гусарҙарға оҡшатып. □ По-гусарски; делать, поступать как гусары; наподобие гусаров. Гусарҙарса кейенеу. Гусарҙарса ҡылыс һелтәу. Гусарҙарса гитара сиртеу. Гусарҙарса шарап эсеу.
8*
227