ГҮЙӘ
илкәйҙе. Р. Фәхретдинов. Иң гузәл ергә әйләнә мөхәббәт уткән урын. Р. Ниғмәти. Ҡая өҫтөндәге иҫ киткес гузәл кул, тик ул кулдән кешеләр бер тамсы ла һыу эсә алмаған.
3. Биишева.
5. Яҡшы, матур (юғары һәләт, оло аҡыл емеше булған әҙәби, сәхнә, сәнғәт әҫәрҙәренә ҡарата). □ Хороший, красивый (о произведении искусства). ■ Рус халҡының бөйөк шағиры Александр Сергеевич Пушкин Пугачёв һәм уның иҫ китмәле ҡаһарман көрәштәштәре башҡорттар тураһында әҫәр яҙыу өсөн, Санкт-Петербургын, һөйөклө ҡатыны Натальяны, балаларын һәм дуҫ-иштәрен ҡалдырып, Башҡортостанға килгән, кургән-дәренә һәм ишеткәндәренә таянып, гузәл повесть ижад иткән. Н. Асанбаев. Иң гузәл йыр йырланасаҡ, тинем, ҡайҙа ул йыр? М. Кәрим. Ул Ессентукиҙарҙан һуң уткән 25 йыл ваҡыт эсендә беҙҙең халыҡ шағирыбыҙ береһенән-береһе гузәлерәк әллә купме шиғырҙар, поэмалар, сәсмә әҫәрҙәр, пьесалар ижад итте. Н. Асанбаев.
ГҮЗӘЛ II (Р: красавица; И.: beauty; Т.: güzel) и.
Матур ҡыҙ йәки ҡатын. □ Красавица. Гузәлдәр гузәле Сәриә.
ГҮЗӘЛ III (Р: красиво; И.: well; nicely; T.: güzel) р.
Яҡшы, дөрөҫ. □ Красиво. Гузәл һөйләшә.
ГҮЗӘЛЕМ и. ирк. эйл. ф. ҡар. гүзәл.
■ Бөгәсә төндә төшөмдә янымда ине гузәлем, уянып китһәм, юҡ гузәлем, өҙөлөп китте уҙәгем. Башҡорт халыҡ йырынан. Гузәлкәйем, гөлкәйем, уҡанан баш урһәнә. Халыҡ йырынан. Көмөш тә йөҙөк, ҡуш беләҙек, ай-һай ҙа, гузәлем, буләк итеп бирҙем ҡыҙҙарға. Халыҡ йырынан.
ГҮЗӘЛ ИТЕҮ (гүзәл ит-) (Р: сделать красивым; И.: beautify; T.: güzel yapmak) ҡ.
Һәр яҡтан матур итеү. □ Сделать красивым. ■ Ләкин уларҙың куңелдәре ҡатҡан ине инде, шайтан уларҙың ҡылғандарын гузәл итеп, биҙәп курһәтте, яман эштәрен яҡшы тип ышандырҙы. Ҡөрьән тәфсире.
ГҮЗӘЛЛЕК (гүзәллеге) (Р: красота; И.: beauty; T.: güzellik) и.
Матурлыҡ, йәмлелек. □ Красота, прелесть. ■ Гузәллеккә тиңе булмаҫ шул яҡтарҙан килдек бына, йән тартмаһа, ҡан тарта, тип. С. Ғәбиҙуллин. Донъя йәшеллеккә кумелгән һәм гузәллек менән тулы бер баҡса. Башҡортса дини календарҙан. Гөлгөлдөң гузәллеге һылыулығында ғына тугел, бәлки, рухи яҡтан бай булыуында, мәҙәниәткә, белемгә ынтылыуында, әхлаҡ сафлығында. Картотека фондынан. Юҡ, был сихри гузәллек беҙгә мәңгелеккә буләк ителгән. 3. Биишева.
ГҮЗӘЛЛӘНДЕРЕҮ ( гүзәлләндер-)
(Р: сделать красивым; И.: beautify; T.: güzelleştirmek) ҡ.
Гүзәлгә әйләндереү, гүзәл итеү; матурлау. □ Сделать красивым. Донъяны гузәл-ләндереп ебәреу.
ГҮЗӘЛЛӘНЕҮ (гүзәллән-) ҡ. ҡайт. ҡар. гүзәлләү, возвр. от гүзәлләү. Ваҡыт утеу менән ҡыҙ гузәлләнә барҙы.
ГҮЗӘЛЛӘҮ (гүзәллә-) (Р: сделать красивым; И.: make beautiful; beautify; T.: güzel etmek) ҡ.
Гүзәл итеү; матурлау. □ Сделать красивым. Тирә-яҡты гузәлләу.
ГҮЙӘ [фарс. (Р: будто, словно; И.: as if; T.: güya) терк. кит.
Бер нәмәне йәки хәлде икенсеһе менән сағыштырғанда, оҡшатҡанда ҡулланылып, «әйтерһең дә, кеүек, шикелле» тигән мәғәнә бирә. □ Словно, будто, точно, будто бы, как-будто; якобы (союз сравнит.). ■ Әхирәт өсөн хеҙмәт ҡыл, гуйә, һуңғы көнөң еткән. Р. Бикбаев. Гуйә, ул һуғыш кешеһе, һуғыш өсөн генә тыуған. Н. Асанбаев. Зөлхизәгә көтмәгәндә, гуйә, икенсе ят донъя асылды, һәм ул донъя уға бик тә оҡшай ине. Г. Яҡупова. Гуйә, бер әҙәм уҙе атланған вә йәш бер балаһын йәйәу эйәрткән хәлдә юлда бара икән. Р. Фәхретдинов. Гуйә, арҡамдан эскәмйәгә ҡуша ҡаҙаҡлап ҡуйғандар: бер нөктәгә тексәйеп тик ятам. И. Теләүембәтов. Ер хуры һин, йәки ожмах шәуләһе, һындарың, гуйә, фәрештә кәуҙәһе. С. Юлаев.
229