ГҮИӘКИ
ГҮЙӘКИ [фарс. терк. ҡар. гүйә. ■ Гүйәки, Йософ пәйғәмбәр үҙенең табутын үҙенең ватаны булған Кәнған иленә күсереү хаҡында васыят иткән булалыр. Р. Фәхретдинов. Матурлыҡ нурҙарын сәсте битенән, гүйәки, ул ошо нурға күмелде. М. Ғафури. Гүйәки, улар ҙа, илашып, хужаның ҡайғыһын уртаҡлашалар һымаҡ. М. Хәйҙәров.
ГҮР [фарс. э£\ (Р.: могила; И.: grave; Т.: mezar) и.
Үлгән кешене ҡуйыр өсөн ергә ҡаҙып эшләнгән урын; ҡәбер. □ Могила. ■ Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналин арҡаһына төшкән һәр ҡамсы ҡайтауаз булып, башҡорт халҡының йөрәген дә яралаған, был яра мәңгелек ҡарғыш булып, Екатерина II кәүҙәһе гүрҙә сереп бөткәнсе, көнөнә йөҙ тапҡыр ҡәберендә әйләнергә мәжбүр иткәндер. Н. Асанбаев. Ҡараңғы гүрҙең эсендә, яңғыҙ ҡалыр ғәзиз башым. Мөнәжәттән. Яҡты донъяны ташлап китермен, ҡараңғы гүрҙә ни хәл итермен? Ҡараңғы гүрҙә ҡалыр был башым, йәннәт ҡорттары булыр юлдашым. Бәйеттән. Зифа буйымды үлсәп алырҙар, ҡараңғы гүргә илтеп ҡуйырҙар. Бәйеттән. Биргән саҙаҡа, ҡылған доғалар — ҡараңғы гүрҙә иптәштәр беҙгә. Бәйеттән. Үлгәс ҡауышырбыҙ тимә, гүрҙең ишектәре юҡ. Бәйеттән. • Бирәсәгең бирмәй гүргә инеп булмай. Әйтем. Ирҙән иргә йөрөү — гүрҙән гүргә йөрөү менән бер. Әйтем. Тере булып һанда юҡ, үле булып гүрҙә юҡ. Әйтем. Ҡеше гүренә кеше инмәй. Әйтем. Динленең өмөтө гүрҙә, динсенең өмөтө түрҙә. Әйтем. Ерен һатҡан — гүрен һатҡан. Әйтем. Батырҙарға гүре юҡ ерҙең. Әйтем. Ҡыҙың булһа — ирҙә булһын, ирҙә булмаһа — гүрҙә булһын. Мәҡәл.
♦ Бер аяғы — ерҙә, икенсеһе — гүрҙә үлеме яҡын, саҡ торған кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Стоять одной ногой в могиле.
ГҮР АЛЫУ (гүр ал-) (Р: умереть; И.: die; depart; pass away; T.: ölmek) ҡ.
Үлеү. □ Умереть. ■ Ил ташлаған up булһа, көнө етмәй гүр алыр. Ҡобайырҙан.
• Ҡөтөү ташлаған малды бүре алыр, ил ташлаған ирҙе гүр алыр. Әйтем.
ГҮРГӘ ИНЕҮ (гүргә ин-) (Р: умереть;
И.: die; pass away; T.: ölmek) ҡ.
Үлеү. □ Умереть. ■ Ете ҡыҙҙың ҡонон алмай, гүргә инмәҫ һөйәгем. Халыҡ йырынан.
• Ҡеше күрәһен күрмәй гүргә инмәй. Әйтем. Һәнәрле ир үргә менер, һәнәрһеҙ ир гүргә инер. Әйтем. Ат яманлаған тай менер, ир яманлаған гүргә инер. Әйтем.
ГҮРГӘ КЕРЕҮ (гүргә кер-) ҡ. ҡар. гүргә инеү. ■ Ваҡыт бик тиҙ килеп еткән керергә гүрҙәремә. Бәйеттән. Ауыр хәл икән йәнде биреүе, мөшкөл хәл икән гүргә кереүе. Бәйеттән. Ташламам, йәнем, ташламам, кермәйсә гүрҙәремә. Халыҡ йырынан.
• Аҡсаһыҙ баҙарға барғансы, кәфенһеҙ гүргә кер. Әйтем.
ГҮР ГАЗАБЫ (Р: муки ада; И.: hell’s sorrows; T: kabir azabı) и. дини.
Дин буйынса, донъялыҡтағы гөнаһ өсөн гүрҙә бирелгән яза. □ Муки ада. ■ Башын баҫып уйлай үҙе: «Юл аҙабы — гүр ғазабы, ошо тиклем ғазаптарҙың булырҙыр бит бер аҙағы...» М. Кәрим.
ГҮРҘӘ БУЛЫУ (гүрҙә бул-) (Р: уме реть; И.: die; T.: ölmek) ҡ.
Үлеү. □ Быть мёртвым. ■ Әсәм, тиерһеҙ, мин юҡ булырмын, өҙөлөп һағынырһығыҙ, мин гүрҙә булырмын. Бәйеттән.
ГҮРҘӘЙ (Р: как смерть; И.: as death; T.: ölüm gibi) с.
Ҡараңғы; ауыр; гүр кеүек, гүргә оҡшаш.
□ Как смерть, тёмный; тяжёлый; смертельный, похожий на смерть. Гүрҙәй тормош. Гүрҙәй донъя. Гүрҙәй ҡараңғылыҡ.
ГҮРЛЕК (гүрлеге) (Р: на чёрный день; И.: for a rainy day; T.: kara gün için) и.
Гүр өсөн, гүргә, ҡара көнгә, әхирәтлек.
□ На смертный день, на чёрный день. Гүрлек әҙерләү. Гүрлеккә хәйер әҙерләп ҡуйыу.
ГҮР ӨҪТӨ (Р: могила; И.: grave; Т.: kabir) и. дини.
Зыярат. □ Могила.
ГҮР САҘАҠАҺЫ (Р: могильное подаяние; И.: sepulchral charity; alms; T.: sadaka) и.
230