гәзит
Мәйетте өйҙән алып сыҡҡансы бирелгән хәйер. □ Могильное подаяние. ■ Гәрәй, шул уҡ арала эсенән гур саҙаҡаһы һәм фидиә сығымдарын иҫәпләп өлгөрөп, атаһы һымаҡ уҡ тыныс: — Ҡуйсәле, атай, юҡты һөйләмә, бында шул ғына ҡайғы етмәгәйне, — тине. Б. Бикбай.
ГҮРСТАН [фарс. (Р.: кладбище; И.: cemetery; T.: mezarlık) и. шиғр.
Ҡәберлек, зыярат. □ Кладбище. ■ Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм, балҡый йәннәт нуры — гөлстан, меҫкен башҡорт ауылын килеп курһәм, аңҡый хәсрәт, улем — гурстан. Ш. Бабич. Гөлстандың гурстанға әйләнеуен кургән шағир һуғыш яҡлыларҙың ҡан эсеусе синыфтар булыуын ғәйәт көслө аллегорик образ — ҡандала образы аша фашлауға килде. Ғ. Рамазанов.
ГҮР ТЫНЛЫҒЫ (Р: гробовая тишина; И.: deathly silence; T.: ölüm sessizliği) и.
Тынлыҡ, бер тауышһыҙ, тауыш-тынһыҙ. □ Гробовая тишина, затишье, ни гласа, ни воздыхания, ни звука. Себен осҡаны ла ишетелерлек гур тынлығы. Гур тынлығы урынлашты.
ГҮР ХӘЙЕРЕ (Р.: милостыня после погребения; И.: ritual charity alms; T: bir çeşit sadaka) и. дини.
Йола буйынса, мәйетте ерләгәндә муллаға (йәки мәзингә) мәрхүмдең гөнаһын еңеләйтеү өсөн тип бирелә торған хәйер (ғәҙәттә, аяҡлы мал бирелә). □ Милостыня, отдаваемая мулле после погребения для облегчения грехов умершего (обычно отдавали барана). ■ Гур хәйеренә тере мал бирәләр. Экспедиция материалдарынан. Әсәһе: «Оло мәйет бит, саҙаҡаны мулыраҡ бирәйек», — тип ҡараны ҡарауын, ләкин йәш бай гур хәйерен өс һумдан арттырманы. Б. Бикбай.
ГҮР ЭЙӘҺЕ ( Р.: мертвец; И.: deadman, corpse; T: ceset) и.
Үлгән, гүргә ингән, мәйет. □ Мертвец, покойник. Гур эйәһенә әйләнеу. Гур эйәһе яфалай.
ГҮР ЭЙӘҺЕ БУЛЫУ (гүр эйәһе бул-) (Р: умереть; И.: die; pass away; depart; T: ölmek) ҡ.
Үлеү, гүргә инеү. □ Умереть. ■ Гур эйәһе булған көнгә тиклем беҙ ҡалабыҙ ошо урында. Т. Арслан. Ул да мәғлум булһын: Яппар ҡарт гур эйәһе булды. Ғ. Әмири. Әсәһе лә куптән гур эйәһе. А. Мағазов.
ГҮСЕМБАЙ и. диал. ҡар. ҡамҡа.
ГҮСЛӘ [рус.] (Р: гусли; И.: psaltery; Т: gusli) и. муз.
Рустарҙың сиртеп уйнай торған боронғо ҡыллы музыка ҡоралы. □ Гусли. Гусләлә уйнау.
ГЫУАҺА [фарс. и. ҡар. гуаһ. ■ Бурысыңды уҙең эшләп туләрһең. Шулай итеп яҙыу яҙам. Гыуаһалар тамға һалыр. Ғ. Ибраһимов.
ГЫУАҺЛАНДЫРЫУ (гыуаһландыр-) ҡ. ҡар. раҫлатыу. ■ Кәрим ҡарт кешеләрҙе алып килеп, емерелгән шәләшәне курһәтеп, гыуаһландырып ҡуйҙы һәм мине эйәртеп, ауылға — ағай янына алып ҡайта башланы. М. Ғафури.
ГӘЗИТ I [рус. газета < ит. gazzetta} (Р: газета; И.: newspaper; T: gazete) и.
1. Көндәлек ваҡиға һәм яңылыҡтар баҫыла торған ваҡытлы матбуғат. □ Газета. Киске гәзит. Йәштәр гәзите. Гәзиткә яҙылыу. Гәзит хәбәрҙәре. Гәзит мәҡәләһе. Гәзит теле. Гәзиттең тәуге бите. Республика гәзите. «Башҡортостан» гәзите редакцияһы. Электрон гәзит. ■ [Гөлбәзирә:] Ташлаһаңсы, улым, шул гәзитеңде. Сәй эскәндә кеше гәзит уҡыймы? Р. Ниғмәти. Гәзиттәр, журналдар урамда ла, яланда ла, аҡланда, әрәмә араларында, ҡыуаҡлыҡта, сауыллыҡта булһын — һәр урында уҡырға ярай торған бер һабаҡтарҙыр. Ғ. Кейеков. Жуков ауылында балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлә башлаясаҡ. Был хаҡта «Ижтимағи электрон гәзит»тә уткән онлайн-конференция барышында Башҡортостан Хөкумәте Премьер-министры белдерҙе. «Киске Өфө», №52, 2011.
231