ГӘРЕЗ
ГӘЛСӘР ТАШ (Р.: горный хрусталь; И.: rock crystal; T.: yapay elmas) и. мин.
Оптикала һәм ювелир изделиеларҙы яһауҙа ҡулланылған ҡырлы-ҡырлы кристаллы кварцтың үтә күренмәле бер төрө; бәлләүер таш, тау гәлсәре. □ Горный хрусталь. Ҡырлы-ҡырлы гәлсәр таш.
ГӘП [фарс. <3| (Р: разговор; беседа; И.: talk; conversation;?.: laf) и.
Үҙ-ара һөйләшкән һүҙ, әңгәмә. □ Разговор, беседа между собой. Я Һеҙҙең гәптәрегеҙҙе тыңлап, ир-ат фәлсәфәһен үҙләштереүсе мин бар — атай һүҙҙәре, атай вәғәздәре һалып ҡуйыла торған күңел тартмаларым буш түгел! Г. Яҡупова. Гәүһәрҙең эргәһендә генә торған ике ағай гәпкә кереп китте. И. Ғиззәтуллин. Был ике йыл эсендә Ҡотлобай ҡарт менән Иван күпме төндәр гәп һәм әңгәмә һуҡманылар. С. Агиш.
ГӘПЛӘҮ (гәплә-) (Р: говорить; И.: talk, converse; T.: laflamak) ҡ. диал.
1. Һөйләү. □ Говорить. Оҙаҡ гәпләнек.
2. Ҡайҙалыр тәғәйенләү. □ Назначить. ■ Был төпсөккәйен Гөлбикә бер ҡайҙа ла ебәрмәҫкә йыйына. Ике йылдан үҙебеҙҙең лавканың һатыусыһы пенсияға сыға, шунда гәпләрмен дә ҡуйырмын, ти. Ф. Рәхимғолова.
ГӘПЛӘШЕҮ (гәпләш-) (Р: разговаривать; беседовать; И.: talk, converse; T.: laflaşmak) ҡ.
Әңгәмәләшеү, һөйләшеү. □ Разговаривать, беседовать. // Разговор, беседа. ■ Хәмәҙи бабай түбән осҡа, әшнәһе эргәһенә гәпләшеп ултырырға китте. Р. Ғабдрахманов. Әле ҡатынға ошо хәбәрҙе һөйләргә иткәйнем, гәпләшеп ултырыу ялҡытҡас, өндәшмәнем. Н. Мусин. Бөгөн тышта бик һалҡын, иркенләп гәпләшеп булмай. Й. Гәрәй. Миңлебай менән Хәсән төрлө хәбәр, донъя хәлдәре тураһында гәпләштеләр. В. Исхаҡов.
ГӘП ҺАТЫУ (гәп һат-) (Р.: болтать; И.: talk, chat(ter); T.: laflamak) ҡ.
Бирелеп китеп хәбәр һөйләшеү; ләстит һатыу. □ Разглагольствовать; болтать, лясы точить. ■ Моронға морон терәп, гәп һата
пар әхирәт. Картотека фондынан. Самосадканы көйрәтеп, тәмләп кенә гәп һатабыҙ баҡсасы менән икәү. М. Кәрим.
ГӘП ҺУҒЫУ (гәп һуҡ-) ҡ. ҡар. гәп һатыу. ■ Был ике йыл эсендә Ҡотлобай ҡарт менән Иван күпме генә гәп һуҡманылар. С. Агиш. И, олатай, и, гәп һуғырға әүәҫ ағайҙар, әлдә һеҙ бар был донъяла! Г. Яҡупова. Ҡайтыр әле, берәйһе менән һөйләшеп ултыра торғандыр. Гәп һуғырға тиһәң, уны [Илмырҙаны] ҡуш инде. Ә. Вәли. Разведчиктар Эрнест менән гәп һуғырға тотондолар. Н. Мусин.
ГӘР (Р: если; И.: if; T.: eğer) терк. иҫк. кит.
Әгәр («әгәр»ҙән ҡыҫҡартылған). □ Если.
■ Гәр төҙөһәм мәҙрәсәләр, тиәләр юҡты ҡылана. Ғ. Кейеков.
ГӘР-ҒӘР (Р: гар-гар, вид старинной молодёжной игры; И.: sort of a youth game; T.: gençlerin oyunu) и.
Йәштәр уйыны. □ Молодёжная игра.
■ Йәш-елкенсәк ут яҡтыһында гәр-гәр һуға: ҡулға-ҡул тотоношоп, әкрен генә әйләнәләр, уртала ике-өс иш, дымҡыл ерҙе тызып, тыпыр-тыпыр бейей. 3. Ураҡсин.
ГӘРБИЛ [рус.] (Р: горбыль; И.: slab; Т.: kapak tahtası) и. һөйл.
Бер яғы йомро таҡта. □ Горбыль. ■ Уның өсөн гәрбилдәрҙе һәм иҙәндәрҙе түшәү өсөн ярамаған таҡталарҙы ла файҙаланырға мөмкин бит. Картотека фондынан. «Ҡыйыҡ ике яҡтан да асыҡ, түшәм өҫтөндәге тупраҡты ел осорған да бөткән. Йәнә бригадирға киләм. Ҡыйыҡты бөтәштерергә анауы гәрбилдәреңде бир әле», — тим. Ә. Гәрәев.
ГӘРЕЗ [рус. гарус < пол. harus] (Р: гарус; И.: worsted (yarn); T.: yün iplik) и.
1. Сиратылған нәҙек йөн төрө. □ Гарус./ Гарусный. ■ Йәшел-йәшел келәмдә төрлө төҫтәге биҙәк: аҡмулина, ҡыҙыл гәрез, зәңгәр, һары, ал ебәк. Й. Гәрәй. Бындай яғаһы, итәктәре һәм ең остары төрлө төҫтәге гәрез менән сиккән сәкмәндәрҙе хәҙер тау
233