Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 234


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӘРЕС
башҡорттарында ғына осратырға мөмкин ине. Ә. Вәли.
2. Йөн туҡымаға оҡшаған мамыҡ тауар. □ Гарус. / Гарусный. Гәрез шәл. Гәрез шарф.
3. диал. Сигеү ебе; кизе. □ Гарус. Ш Түрҙәге ике тәҙрә араһында төрлө гәрез менән биҙәлеп һуғылған ҡыҙыл ашъяулыҡ ябылған һары өҫтәл. Ә. Вәли. Ишбулдин ҡыҙарған һәм ширләгән елкәһен төрлө гәрез менән сиккән кизеле ҡыҙыл башлы таҫтамалға һөртә-һөртә урынынан ҡуҙғалды. Ә. Вәли.
ГӘРЕС [рус. гарус < пол. harus] и. ҡар. гәрез. ■ Ҡыҙыл ғына сатин күлдәгемде йәшел гәрес менән ҡайытам, ҡыҙарып та сыҡҡан ҡояшымды һине көтә-көтә байытам. С. Ҡудаш. Сәхибә, урынды бик йомшаҡ йәйеп әҙерләп, гәрес менән сиккән тышлы мендәрҙәр өйгән. Ғ. Хәйри. Иң элек сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының өҫ кейеме күҙгә бәрелде: улар ҡыҙыл гәрес менән сигелгән аҡ күлдәк кейгәндәр. С. Аксаков.
ГӘРНИЗ [рус. гарнец < пол.] и. ҡар. гәрнис. ■ Тарттырған өсөн гәрниз ононоң әҙ алыныуы Советты маҡтата ине. Ғ. Хәйри.
ГӘРНИС [рус. гарнец < пол.] (Р.: плата за пользование сепаратором, мельницей и т. п.; И.: rent pay; T.: ücret) и. һөйл.
1. Тирмән, сепарат кеүек нәмәнең файҙаһын күргән өсөн хужаһына бирелә торған өлөш; түләү. □ Плата за пользование сепаратором, мельницей и т. п., обычно обрабатываемым продуктом. Гәрнис алыу. Гәрнис биреү. ■ «Гәрнисен дә ай һайын биреп торам инде, айына ун ҡаҙаҡ алмаҡсы була торғандыр», — тип әсәйем һуҡрана башланы. Башҡортостан календарынан. Кеше сепаратына бер аҙна һөт һалғандан һуң ике һауыт ҡаймағын хужаға биреү йолаһы, йәки тирмәндә ашлыҡ тарттырғандан һуң тирмәнсегә он ҡалдырыу йолаһы бар. Машинаға һалдырмайым Зәлифәне, гәрни-сенә гел ауырһына. Экспедиция материалдарынан.
2. Мейес гәрнисе. □ Карниз печи. ■ Мейестең алғы яғында булһа, гәрнис ҡашаға була. Экспедиция материалдарынан.
3. диал. Өй кәрнизе. □ Карниз (дома).
ГӘРНИСЛЕК (гәрнислеге) (Р.: часть объёма платы за пользование сепаратором, мельницей и т. п.; И.: rent pay; T.: ücret) и. һөйл.
Ҡуртымға алынған (тирмән, сепаратор) өсөн түләй торған өлөштөң күләме. □ Часть объёма платы за пользование сепаратором, мельницей и т. п. ■ Бер гәрнислек кенә бойҙайым бар. Экспедиция материалдарынан. Йәй көндәрен киске һауым бер гәрнислек була инде. Экспедиция материалдарынан.
ГӘРНӘК (гәрнәге) (Р.: жеруха лесная; И.: watercress; T: su teresi) и. бот.
Һыу буйында үҫкән бер үҫемлек. □ Жеруха лесная (лат. Nasturium officinale).
ҒӘРСШӘЛ (Р: вид шали; И.: kind of shawl; T: şal türü) и. диал.
Сигеү ебенән бәйләнгән, ҙур суҡлы, бүртмәсле шәльяулыҡ. □ Вид шали. Гәрсшәл килешеп тора үҙенә.
ГӘРШКӘ и. диал. ҡар. кәрешкә.
ГӘРСИС [рус.] и. диал. ҡар. керән. Гәрсис үләне.
ГӘРСӘ [фарс. 4^41 (Р: хотя; ибо; И.: though; for; T.: gerçi) терк. кит:
Ҡушма һөйләмдәрҙә баш һөйләмде эйәрсән һөйләмгә теркәү өсөн ҡулланыла. □ Хотя, ибо (подчинительный союз). ■ Гәрсә һөйләүсе менән риза булмаһа ла, дөрөҫләй ул. Картотека фондынан. Гәрсә мунса төшөүҙәренә ике генә көн булһа ла, Шәмсебанат ҡарсыҡ әхирәтенең теләген үтәү өсөн шунда уҡ хәстәрлек күрергә тотондо. Ғ. Байбурин.
ГӘРӘ (Р: гэрэ, гэрей (название башкирского рода)’, И.: name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Төньяҡ башҡорттарының ырыу исеме. □ Гаря (название рода северных башкир). ■ Вәзир менән диван биге, Атаулла төмәненә таянып, гәрә йортоноң әмере Та-басын уғланды Урҙаға хан итеп күтәрергә һүҙ беркеткән. Ә. Хәкимов.
ГӘРӘБӘ [ғәр. bj$£] (Р: янтарь; И.: amber; T: kehlibar) и. мин.
234