ГӘҮҺӘР
1. Ылыҫлы ағастарҙың сайыры күп быуаттар билдәле бер шарттарҙа ятыуҙан барлыҡҡа килгән һары төҫтәге үтә күренмәле матдә, аҫыл таш. □ Янтарь. / Янтарный. Һары гәрәбә. Гәрәбә беләҙек. ■ Гәрәбә боронғо ағастарҙың сайырынан барлыҡҡа килгән. Гәрәбәнең эсендә сайырға батып ҡатҡан куп төрлө бөжәктәр һаҡланып ҡалған. Галимдар гәрәбә эсендә йән эйәләренең яңынан-яңы ҡалдыҡтарын таба. Д. Бураҡаев. Ҡыҙыл таш, гәрәбә, алмас булған ерҙә алтын, алтын булған ерҙә төҫлө таштар булмай ҡалмай. Башҡортостан календарынан. Йыйын суп-сар менән бергә диңгеҙ уҙенең төбөндәге ысын гәрәбә бөртөктәрен дә ярға ырғыта. М. Кәрим.
2. миф. һары ауырыуынан дауа итеп ҡулланылған таш. □ Янтарь (мифологизированный предмет, применяется от духа болезни желтухи). ■ Элек беҙҙең яҡта куҙ тейеуҙән, һары сиренән, йөрәк ауырыуҙарынан һаҡланыр өсөн гәрәбә алҡа, гәрәбә муйынсаҡ, гәрәбә беләҙектәрҙе бетеу урынына тағып йөрөгәндәр. Экспедиция материалдарынан.
3. диал. Муйынсаҡ. □ Янтарные или стеклянные бусы. Гәрәбә тағыу.
ГӘРӘБӘЛӘЙ (Р.: как янтарь, янтарный (о зерне)', И.: amber like; T.: kehlibar gibi) c.
Тос, эре, таҙа, гәрәбә кеүек (игенгә ҡарата). □ Как янтарь, янтарный (о зерне). Гәрәбәләй туҡ башаҡлы бойҙай. ■ Сәрби инәй ҙә маҡтанып алырға ярата: «Бигерәк тә уңып бешкән икмәге инде. Бойҙайы ла гәрәбәләй ине бит. Шәмсетдин баҫыуҙарында уҫкән бит ул». Ф. Рәхимғолова. Гәрәбәләй орлоғомдо тартһаң тирмәнгә илтеп, оном кершәндәй аҡ булыр, торорһоң иҫең китеп. Ф. Мөхәмәтйәнов. Орлоғо орлоҡ ҡынамы, гәрәбәләй тәгәрәшеп ята. Р. Низамов. Бында ингән ун мең центнер иген гәрәбәләй таҙа ҡоро килеш келәттәргә оҙатылды. Ф. Рәхимғолова.
ГӘРӘЙЕШ и. зоол. диал. ҡар. керәйеш. ■ Гәрәйеш йыланға беҙҙән сәләм. Экспедиция материалдарынан.
ГӘРӘНКӘ (Р: брюква; И.: swede; Т.: şalgam) и. бот.
1. Бүкән шалҡан. □ Брюква. / Брюквенный (лат. Brassica napobrassica). Гәрәнкә гарниры. ■ Куп кенә совхоздар шәкәр һәм мал сөгөлдөрөнөң, шулай уҡ мал гәрәнкәһенең орлоғон да етештерә. Г. Яҡупова. Бөжәктәр булмаһа, кәбеҫтә, шалҡан, гәрәнкә, редиска һәм башҡа йәшелсәләр орлоҡланмаҫ, мамыҡ ҡыуағы, етен һәм көнбағыштың уңышы ҡырҡа кәмер, байтаҡ болон, дала, урман уҫемлектәре юҡҡа сығыр ине. Экспедиция материалдарынан.
2. кусм. Холоҡ. □ Нрав, характер. ■ Ҡыҙ куҙләп оҙаҡ саптым, тырыша торғас, таптым, буй-һыны зифа талдай, ҡарашы яҙғы таңдай, тик ҡылығы шәптән тугел, гәрәнкәһе бик еңел. А. Игебаев.
ГӘҮҘӘ (Р: лиф, верх платья; И.: bodice; T.: yüz) и. диал.
1. Күлдәктең буйы, өҫкө өлөшө. □ Верх платья. Кулдәктең гәуҙәһе.
2. Кәүҙә, һын. □ Туловище, стан. ■ Юл буйҙарына теҙелеп ҡалған немец танкылары, ватыҡ орудиелар, таланған әйберҙәр менән тулы автомашиналар, уле гәуҙәләр. X. Кәрим. Беҙ уның [Әхтәмдең] янына ташланып, һәр беребеҙ уның гәуҙәһе өҫтөнә эйелдек. Ғ. Хәйри.
ГӘҮЕН [рус. гавань] и. геогр. диал. иҫк. ҡар. ҡултыҡ. Йылға гәуене. ■ Гәуендә һалдарҙы оҙон юлға — сәйәхәткә әҙерләйҙәр. Р. Низамов.
ГӘҮЕР [ғәр. jj^] и. ҡар. кафыр.
ГӘҮҺӘР [фарс. >^1 (Р: бриллиант; И.: (cut) diamond; T: cevher) и.
1. Ҡырып эшкәртелгән, ныҡ йылтырап торған үтә күренмәле аҫыл таш. □ Бриллиант. / Бриллиантовый. ■ Йәнә ике киҫәге аҡ гәуһәр бар, йәнә алты киҫәк һары гәуһәр бар, бер киҫәк асыҡ һары, бер ҡараҡан төймә, туғыҙ асыҡ зәңгәр вә дурт кук төймәләр, ике быяла, йәнә ике быяла башҡа төҫтә. Ғ. Ке-йеков. Гәуһәр һиптем — ергә төшмәй, алайым тиһәм — буйым етмәй. Йомаҡ (яуабы: йондоҙҙар).
235