ГӘҮҺӘР ТАШ
2. кусм. Ижад әҫәрҙәре һ. б. нәмәләрҙең биҙәге булырлыҡ иң яҡшы, һәйбәт үрнәктәре. □ Сокровище, жемчужина. Халыҡ ижады гәуһәрҙәре. ■ Тулҡындар ҙа, елдәр ҙә, һалҡын таштар ҙа һаҡлай алмаған башҡорт шағырының ижади гәуһәрҙәрен. Н. Асанбаев. Ошо куп тиҫтерҙәре араһында уҫкән ябай ауыл ҡыҙы Факиһа ла уҙ мөхитендә уҫеп-формалашып, тыуған еренең һут-ҡо-тон куңеленә һеңдереп, халҡының куңел гәуһәрҙәрен, йыр-моңон ишетеп килгән бит оло әҙәбиәт юлына. Ҡ. Аралбай.
ГӘҮҺӘР ТАШ и. мин. ҡар. гәүһәр. ■ Гәуһәр таштар ҡай саҡ тапҡан булам. М. Хисамова.
ГӘҮҺӘР-ЯҠУТ (Р.: драгоценные камни; И.: precious stones; jewels; T.: cevher yakut) и. йыйн.
1. Иң ҡаты, иң ныҡ ялтырап торған аҫыл таштар. □ Самые твёрдые и самые блестящие драгоценные камни. ■ Һа, бабайҙың
куҙе сағылып киткән: балыҡтың тәңкәләре алтын, көмөштән дә гәуһәр-яҡуттан ғына икән, ти. Әкиәттән. Унда алтындар, мәрмәрҙәр, гәуһәр-яҡуттар ятыр. Әкиәттән.
2. кусм. Матур, затлы (сағыштырыу, һурәтләу сараһы). □ Красивый (эпитет). ■ Ҡыҙыл алма эйәгең, саф көмөштәй һөйләуең, гәуһәр-яҡут беләгең, курер көнөм булырмы? Халыҡ ижадынан.
ГӘҺАН (Р.: иногда; И.: sometimes; Т.: bazen) р.
Ҡай саҡта, бәғзән. □ Иногда. ■ Был ҡәу-емдең мөҡәбәрәләре куберәк Сибирияла вә хосусан Миәс, Исәт, Тубыл йылғаларының тирәләрендә табылып гәһан Һамар, Ырымбур губерналарындағы Быҙаулыҡ, Троицк шәһәрҙәре тирәләрендә лә табылғылай. М. Һа-ҙыев. Болғар мосолмандары, шунда ерләшеп, Пешт исемендә бер шәһәр ҡорҙолар вә быларҙы гәһан болғарҙар тиеп, вә гәһан мосолмандар тип атап йөрөттөләр. М. Һаҙыев.
Ғ [ғы] (Р: пятая буква башкирского алфавита; И.: the fifth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin beşinci harfi)
Башҡорт алфавитының бишенсе хәрефе, шартлаулы, артҡы аңҡау, яңғырау [ғ] тартынҡы өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Ғ, бәләкәй — ғ формаһында яҙыла. □ Пятая буква башкирского алфавита. E хәрефенең яҙылышы. Телмәрҙә [ҡ] менән [ғ] сиратлаша.
ҒАБА [ғәр. (Р/ пыльник; И.: sort of plaid; T.: haba) и.
Ябынса рәүешендәге кейем. □ Одежда типа пледа или пыльник. Баба ябынып йөрөу. Сулдә ғаба ябынып йоҡлау.
ҒАБДИӘТ [ғәр. (Р: рабство; И.: slavery; servitude; T.: kulluk) и. иҫк. кит.
Ҡоллоҡ, табыныусылыҡ. □ Рабство; поклонение, служение. ■ Ерҙә шатлыҡ, ғабдиәт, ҡоллоҡлоҡ был көн — байрам
тимәйбеҙ, тар, ҡыҫынҡы, йәш хәятты ни менән һуң йәмләйбеҙ? Б. Мирзанов. Сур тауышы кукте алды, бөтә ғәскәр тиҙ ҡуҙғалды, барып еттек беҙ йәһәттән, ҡотолоу кәрәк ғабдиәттән. Бәйеттән.
ҒАБИД I [ғәр. -4^] (Р: отшельник, аскет; И.: hermit; T.: abit) и. иҫк. кит.
Аллаға табыныусы, ғибәҙәт ҡылыусы шәхес, буйһоноусы; динле кеше; ҡол. □ Служитель, поклонник; раб, невольник. ■ Әгәр ҙә атам ғәрәп йортонан кусеп Еәжемстанға (Иранға) килмәгән, батшалар вә турәләргә ҡатнашмаған булһа ине, мин уҙем заһид вә ғабид һәм дә ғәфиф бер әҙәм булып етешкән булыр инем. Р. Фәхретдинов. Мин һинең кеуек ук бер ғабид — ғибәҙәт ҡылыусы затмын. Башҡортса дини календарҙан.
ҒАБИД II [ғәр. (Р: поклоняющийся; И.: worshiping; T.: âbit) с. иҫк. кит.
Ҡоллоҡ итеүсе, табыныусы, ғибәҙәт ҡылыусы; динле. □ Поклоняющийся (како-
236