Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 237


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАҘӘБ
му-л. божеству, богу), верующий; богомольный, набожный. ■ 40 көн тигәндә егеттәр бай өйөнә барып инделәр. Унда бер ғабид егеткә осранылар. Ғабид егет һорай — был егеттәр һөйләй. Унан ғабид егет йәлләп илай. Әкиәттән.
ҒАБИДАНӘ [фарс.-ғәр. (Р.: подобно поклоняющимся; И.: like pageants, heathens; T.: abidane) р. иҫк. кит.
Ҡоллоҡ итеүселәр һымаҡ, табыныусылар һымаҡ. □ Подобно поклоняющимся. Ғибиданә тотоу. Ғабиданә йәшәү.
ҒАДИ I [ғәр. (Р.: просто, обычно; И.: simply; T.: adi) р. иҫк. кит.
Ябай, ҡәҙимгесә. □ Просто, обычно. Ғади аңлата. ■ Ул [Ләйлә], үҙенә булған мөхәббәт һәм сихырлауымды бер ҙә белмәгән рәүештә, һаман ғади гына ҡылана, бер ҙә үтә китмәй, һәрурында уртаса ғына бара ине. М. Ғафури.
ҒАДИ II [ғәр. (5^] (Р: простой, обычный; И.: simple; common; T: adi) с. иҫк. кит.
Башҡаларҙан айырылып тормаған, ябай, ғәҙәттәге, ҡәҙимге. □ Простой, обычный, привычный, нормальный. Ғади көнкүреш. Ғади донъя. ■ Эшселәр уны ғади кеше, нур кеше, тау бөркөтө шикелле күҙенән осҡон сәсрәгән һәм йөҙөнә тыныслыҡты йыйған кешегә алып баралар. Ә. Чаныш. Ошо ғади ҡыуыш штаб ине һәм йөрәге ине бөтә илемдең. М. Хәй. Ғади йылы февраль егерме һигеҙ көн, кәбисә йылы егерме туғыҙынан бөтә. Экспедиция материалдарынан.
ҒАДИ БУЛЫУ (ғади бул-) (Р: быть простым; И.: be simple; common; T.: adi olmak) ҡ. кит.
Ябай, ҡәҙимге булыу. □ Быть простым. Ғади булыу маҡтаулы.
ҒАДИЛ [ғәр. J^] с. иҫк. ҡар. ғәҙел. Ғадил дуҫ. Ғадил ҡылыҡ.
ҒАДИЛАНӘ [ғәр.-фарс. (Р: честно; И.: honestly; T.: âdilâne) р. кит.
Тоғролоҡ менән, дөрөҫлөк менән. □ Честно, верно, правдиво. Ғадиланә эшләү.
ҒАДИЛАШТЫРЫУ (ғадилаштыр-) ҡ. иҫк. йөкм. ҡар. ғадилашыу. понуд. от ға
дилашыу. Ғадилаштырып әйтеү. Ғадилаш-тырып ҡына аңлата белә.
ҒАДИЛАШЫУ (ғадилаш-) ҡ. иҫк. ҡар. ябайлашыу. Ғадилашып бөткән.
ҒАДИ Л ЫҠ (ғадил ығы) (Р: простота; И.: simplicity; T.: adilik) и. иҫк. кит.
Ябай, ҡәҙимге, аңлайышлы булыу.
□ Простота, обычность, заурядность; избитость, банальность. Кейемдең ғадилығы. Көнкүреш ғадилығы. ■ Ғадилыҡ — үҙе бер матурлыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ҒАДИМСӘ [ғәр. (Р: по-старому; И.: as of old; T: adice) р. диал.
Боронғоса, элеккесә, ҡәҙимгесә. □ По-старинному, по-старому. Эштәр ғадимсә генә бара. Ғадимсә йәшәйбеҙ.
ҒАДИР [ғәр. ] (Р: предательский; И.: treacherous; T: hain) с. иҫк. кит.
Хыянатсы, алдаҡсы; һатлыҡ. □ Предательский, продажный, изменник. Ғадир ҡылыҡ. Ғадир йән.
ҒАДӘЛӘТ [ғәр. и. ҡар. ғәҙәләт. ■ Етәкләрһең сәғәҙәткә, бәхеткә, яҡты көндәргә, ғадәләткә, мөхәббәткә, ҡәрен-дәшлеккә. Б. Мирзанов. Мәгәр ҙәхәб нәфестә мөмкин ҡәҙәр ғадәләт үзәрендә булыу, үлсәүҙән сыҡмау, башҡаларҙың хаҡтарына зарар итмәү лазым. Р. Фәхретдинов.
ҒАДӘЛӘТЛЕс. иҫк. ҡар. ғәҙел. Ғадаләтле бала булып үҫте.
ҒАДӘҮӘТ [ғәр. öjIûc.] (Р: вражда; И.: enmity; T: adavet) и. иҫк. кит.
Дошманлыҡ, күрә алмаусылыҡ.
□ Вражда; враждебность; неприязнь, ненависть. Ғадәүәт йүнле ғәҙәт түгел. Күңелдәрҙә ғадәүәт булмаһын. Ғадәүәт ул күңелде ҡарайта.
ҒАҘАТ [ғәр. и. диал. ҡар. ғәҙәт. Минең ғаҙатым шулай ине. Ғаҙаты насар. Ғаҙатына күрә.
ҒАҘӘБ [ғәр. (Р.: сладкий; сладкозвучный; И.: mellifluous, pleasant; T: tatlı) c. иҫк.
Татлы, тәмле, сөсө телле; ләззәтле.
□ Сладкий; сладкоязычный; прелестный.
237