ҒАЗАПЛАНЫУ
Аптырағанлыҡ, көсһөҙлөк. □ Слабость, бессилие. Ғажизлыҡты кисереү. Ғажизлыҡҡа ҡаршы тороу. Ғажизлыҡ менән көрәшеү.
ҒАЖИЛ [ғәр. | (Р.: срочный; И.: promt; T.: acil) с. иҫк. кит.
1. Ашығыс, етеҙ. □ Срочный, спешный. Ғажил хат.
2. Хәҙерге. □ Настоящий. Ғажил ваҡыт.
ҒАЗА I ғәр.] и. ҡар. ғазүә.
ҒАЗАЗИЛ [ғәр. JjJ*>] (Р: ангел, изгнанный из рая; И.: deuce; T.: Azazil) и. кит.
1. {баш хәреф менән) дини. Иблис, шайтандың йәннәттән ҡыуылғанға тиклемге фәрештә исеме. □ Имя ангела, изгнанного из рая. Ғазазилдың ожмахтан ҡыуылыуы.
■ Инде уны мәңгегә Иблис тиҙәр, Ғазазил тип өндәшергә ҡушмайҙар. Ш. Бабич.
2. күсм. Яман эшкә ҡотортоусы кеше. □ Дьявол, чёрт. ■ Ҡанлы хәнйәр тоттороусы ғазазил — ул иблис булыр. Башҡортса дини календарҙан.
ҒАЗАМАТ [ғәр. и. иҫк.
1. ҡар. аҙамат 1. Ғазамат алдында баш эйеү.
2. ҡар. тәкәббер.
ҒАЗАМАТЛЫ (Р: великий; И.: great; Т.: azametli) с. иҫк. кит.
Бөйөк, мөһабәт. □ Величественный, величавый. Уралдың ғазаматлы улдары. Ғазаматлы ғәскәр башлығы. ■ Күктең йондоҙҙар менән семәрләнгән ғазаматлы күренеше кү-ңелебеҙҙе әсир итте. С. Суҡбаев.
ҒАЗАП (ғазабы) [ғәр. (Р: мука; И.: suffering, torment; T.: azap) и.
1. Тормошта тап булған ыҙа, интегеү, хитлыҡ. □ Мука, страдание, мучение; невзгода. ■ Мал өсөн бесән сабыу минең өсөн бер зауыҡ булһа, ураҡ менән иген урыу, эйелеп йөрөп эшләү ғазап ине. Ә.-З. Вәлиди. • Аслыҡ ғазабын күрмәгән — икмәк ҡәҙерен белмәгән. Әйтем. Юл ғазабы — гүр ғазабы. Әйтем.
2. Күңелдәге ауыр уйҙар, тынғыһыҙ рухи кисерештәр, интегеүҙәр. □ Мучительные душевные переживания. Күңел ғазабы.
■ Ил тойғоһо — бар тормошом минең,
тын алышым, йөрәк тибешем, ул ғазабым, ул хазинам минең... Һәм иҫбатлар уны тик эшем. Р. Ғарипов. Ғазаптарҙа яңғыҙ яныр бәндә яңғыҙлыҡта түгер күҙ йәшен. М. Хисамова. Бер-беребеҙҙе осраштырма ҡабат, яҙмышҡайым, йәллә, күрмәйһеңме әллә, ғазап йөрәгемде иләне. М. Хисамова, һ ине осратып минең йөрәккәйем мәңгелеккә ғазап тапты инде. М. Ямалетдинов.
♦ Ғишыҡ ғазабы мөхәббәт кисерештәре. □ Любовные переживания. ■ Онотмам ғишыҡ ғазабын, борсомай бер ни мине, күңел генә: «Ғағы бер ҡат күрһәң ине, ти, һине». М. Басыров. Ижад ғазабы ижад эше ҡыйынлыҡтарын кисереү. □ Творческие муки. ■ Яҙыу ҡыйын түгел, яҙмау ҡыйын, шулдыр, ахыры, ижад ғазабы. X. Назар. Үҙ еремдә, туған тупрағымда, кисерәм мин ижад ғазабын, әйтерһең дә, ҡырҙар күкрәгенә һабан менән йырҙар яҙамын. Ғ. Рамазанов.
ҒАЗАП КИСЕРЕҮ (ғазап кисер) ҡ. ҡар. ғазапланыу. ■ Һеҙ кисергән бөтә ғазаптарҙы, олуғ заттар, мин дә кисерәм бергә. С. Ғәбиҙуллин. «Репрессия ғазаптарын һуғыш геройҙары, күренекле йәмғиәт эшмәкәрҙәре, юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан профессорҙар, ҙур яҙыусылар менән бергә кисерҙем», — тине. Н. Асанбаев.
ҒАЗАПЛАНЫП БӨТӨҮ (ғазапланып бөт-) (Р: измучиться; И.: be exhausted; T: azap çekmek) ҡ.
Яфаланып, һыҙланып, интегеп бөтөү. □ Измучиться, замучиться. Донъя ауырлыҡтарына ғазапланып бөтөү.
ҒАЗАПЛАНЫП ЙӨРӨҮ (ғазапланып йөрө-) (Р: мучиться; И.: suffer; T: azap çekmek) ҡ.
Интегеп йөрөү. □ Мучиться, терзаться. Дауылда ғазапланып йөрөнөк.
ҒАЗАПЛАНЫП ҠАЛЫУ (ғазапланып ҡал-)к. ҡар. ғазапланыу.
ҒАЗАПЛАНЫУ (ғазаплан-) (Р: мучиться; И.: suffer; be tormented; T: azap çekmek) ҡ.
1. Ауыртыу-һыҙланыуҙан йәки ауыр шөғөлдән интегеү, яфа сигеү. □ Мучить-
239