Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 240


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАЗАПЛАУ
ся, измучиться (переживать физические боли). ■ Бөртөк алтын өсөн оҫталар ҙа ғазапланып тау-таш вата бит? Р. Ғарипов. Һыҙланып ғазапланды шул меҫкенең! Ауыр хеҙмәт, аслык, төрлө сирҙәр ғазапланы фашист концлагеры тотҡондарын. Экспедиция материалдарынан.
2. Кешенең ауыр ҡайғы-хәсрәт кисереүе, рухи яфаланыуы. □ Терзаться, мучиться (подвергаться душевным переживаниям).
■ Зыяның шундай бәхетһеҙлеккә дусар булыуына мин нисек ғазапланған булһам, һеҙ ҙә шундай уҡ ғазапланырға, борсолорға, үкенергә, уйланырға тейешһегеҙ, һуҙ бында кеше һәм уның яҙмышы тураһында бара. М. Тажи.
3. кусм. Мөхәббәт хисенән йөрәк һыҙлау. □ Мучиться от любовных переживаний. ■ Бөгөн төндә ҡырау төштө инде, һаҙ баланҡайҙары беште инде; ғазапланыр йөрәк — балан кеуек бешкән сағың иҫкә төштө инде. М. Ямалетдинов.
ҒАЗАПЛАУ (ғазапла-) (Р.: мучить; И.: torment; torture; T: azap çektirmek) ҡ.
1. Яфалау, ыҙалатыу, физик яҡтан интектереү. □ Мучить, измучить; терзать.
■ Батша карателдәре Салауат Юлаев менән атаһын ҡамсы менән һуҡтырып та, тәндәренә ҡыҙған тимер баҫып та ғазаплағандар. Экспедиция материалдарынан. Көфөрлөк итеүселәргә килгәндә, мин уларҙы донъяла ла, әхирәттә лә иң хәтәр яза менән ғазаплаясаҡмын. Ҡөрьән тәфсире.
2. Көйҙөрөү, ҡайғыға һалыу, ниндәйҙер ауыр кисерештәргә юлыҡтырыу. □ Мучить, истязать, пытать. Яуапһыҙ ғазаплау. Улын тыңлата алмай ғазаплана. ■ Был мөғтәбәр заттарҙың рәхәттәрен ебәргән вә выждандарын ғазаплаған нәмә — тейешле саҙаҡаларҙың диндар фәҡир вә меҫкен мосолмандарҙың шунан мәхрүм ҡалыуҙары вә юҡһыллыҡ сәбәбен артыҡ мәшәҡәт вә ғазаптар татыуҙары икән. Р. Фәхретдинов. Аллаһ былай тине: «Мин уны һеҙгә индерермен, ләкин бынан һуң да арағыҙҙа көфөр һүҙе һөйләүсе табылһа, йәғни Аллаһҡа ышанмаһа, мин уны шундай яза менән ғазаплармын,
донъяһындағы башҡа берәүгә лә ундай ҡаты яза бирелмәҫ». Ҡөрьән тәфсире.
3. Мөхәббәт хистәренең тынғы бирмәүе (ғәҙәттә, яуапһыҙ мөхәббәт булғанда).
□ Мучиться от любовных переживаний.
ҒАЗАПЛЫ (Р: мучительный; И.: poignant, agonizing; Т.: azaph) с.
Ауыр, интектергес, ыҙалы. □ Мучительный; мученический. Ғазаплы уйҙар. Ғазаплы юл. N 0, Зөлхизә күрһә, аңлаһа ине был ғазаплы йөҙгә нимәләр яҙылғанын! 3. Биишева. Тоям: миндә — ғазаплы бер ҡомар, көтә илһамлы бер әсирлек. X. Назар. Әгәр өләсәһенең ғазаплы йәне күккә олғашҡан ерҙе күреү ниндәйҙер йыуаныс килтерһә, тормоштоң аяуһыҙ ҡанундары алдындағы сараһыҙлыҡтан йәне иңрәп-иңрәй. М. Ямалетдинов. Ауыр, ғазаплы уға шул «һалдат уйыны» тигәндәре. Был уйын тик үлем генә килтерә, ҡайғы ғына арттыра, башты хәсрәткә генә һала торған нәмә булып һеңешкәйне Ғәрифә эбейҙең күңеленә. Н. Ҡәрип. Ә бит бала табыу ғазаплы, ун биш тауҙы күтәреү ҡәҙәр. М. Хәй.
ҒАЗАПЛЫ БУЛЫУ (ғазаплы бул ) (Р: быть измученным; И.: be exhausted; T.: azap çekmek) ҡ.
Ауыр булған, интектергес булған, ыҙалы булған. □ Быть измученным. Һуғыш йылдары ғазаплы булған.
ҒАЗАП СИГЕҮ (ғазап сик-) ҡ. ҡар. ғазапланыу. М Әсәләр һәм балалар был бәләләрҙән һәм мәхрүмлектәрҙән айырыуса ғазап сиктеләр. Башҡортостан календарынан. [Әминә:] Әллә һиңә ауырмы, әйкәйем? [Зөлфирә:] Еңел, бик еңел, әйкәйем, мин был ғазапты һинең арҡала сигәм. И. Абдуллин. Ғазап сикһәм сигермен, әбей, әммә аҡыллы ҡартты тапмайынса кире ҡайтмайым, — тигән Илгизәр. Әкиәттән.
ҒАЗАПҺЫҘ (Р.: без мучений; И.: with no torment; T.: azapsiz) c.
Ғазабы булмаған, ғазап кисермәгән.
□ Без мучений. Ғазапһыҙ донъя. • Ғазапһыҙ ғишыҡ юҡ. Әйтем. Ыҙғышһыҙ өй юҡ, ғазапһыҙ гүр юҡ. Әйтем.
240