Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 241


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАЗЫПЛАНЫУ
ҒАЗАУАТ [ғәр. (Р.: священная война; И.: jehad; T.: gazavat) и. иҫк. дини.
Ислам динен һаҡлау өсөн алып барылған изге һуғыш. □ Газават, война за веру, священная война (против неверных). Ғазауат иғлан итеу.
ҒАЗБАН [ғәр. (Р: сердитый; И.: cross; T.: kızgın) с. иҫк.
Асыулы. □ Сердитый. Ғазбан ҡараш.
ҒАЗИ [ғәр. (Р: гази; И.: Moslem warrior; victor; T.: gazi) и. иҫк.
1. Мосолмандарҙың изге һуғышында ҡатнашыусы, һуғышсы. □ Гази, борец за веру (за ислам), победитель неверных.
■ Куңелдәрең булыр шадҡан, кисерерһең яр ғазиҙарҙан. М. Өмөтбаев. Әгәр һыуҙың ағышына, көнбайышҡа ҡарай китһәң, кисерһең яр ғазиҙарҙан. Ә. Харисов.
2. Мосолман хәрби етәкселәренең маҡтаулы дәрәжә исеме (атамаһы). □ Почётный титул, присваиваемый мусульманскому военачальнику.
3. Һуғышта еңеүсе. □ Воин-победитель.
ҒАЗИЛЛАШЫУ (ғазиллаш-) ҡ. диал. ҡар. телләшеү. Ололар менән ғазиллашма.
ҒАЗИМ [ғәр. (Р: решительный; И.: resolute; determined; T.: azim) с. иҫк. кит.
Тәүәккәл, ҡуйған маҡсатына ирешеүсән.
□ Решительный, твёрдый (о характере). Бар эштә лә ғазим булыу.
ҒАЗРАИЛ [ғәр. (Р: Азраил; И.: Azrael, herald of death; T.: Azrail) и.
1. (баш хәреф менән) дини. Исламда дүрт төп фәрештәнең береһе, Библиялағы Гав-риилға яҡын; бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең остаҙы.
□ Азраил. ■ Ғазраил егетте тамуҡ ситенә баҫтыра ла утлы суҡмары менән тамуҡ соҡорона төртөп төшөрә. Әкиәттән.
2. дини, миф. Йән алыусы фәрештә, үлем тәңреһе. □ Азраил (ангел смерти; его голова доходит до седьмого неба, а ноги находятся в седьмом подземелье. У него шесть лиц). Ғазраил килеуе. Алты йөҙлө ғазраил.
■ Ғазраил килде йәнем алырға, ғәзиз башымды гургә һалырға. Мөнәжәттән. Ғазраил улемгә дусар ителгәндең йәнен алмайын
са ҡалмаҫ. Ҡөрьән тәфсире. Ғазраил килер, йәнемде алыр, ҡыҙыл йөҙҙәрем һарғайып ҡалыр. Мөнәжәттән. • Бай бар ерҙә, малым бар, тимә, ғазраил бар ерҙә, йәнем бар, тимә. Мәҡәл. Мал малға еткәнсе, ғазраил йәнгә етер. Әйтем.
3. кусм. һөйл. Яуыз, артыҡ уҫал кеше. □ Злодей, изверг, изувер. Уның ире ғазраил. • Ҡатының яман булһа — ғазраилың шул. Әйтем.
ҒАЗРАИЛ ФӘРЕШТӘ и. ҡар. ғазраил 2.
ҒАЗҮӘ [ғәр. ûjjc] и. дини. ҡар. ғазауат.
Ғазуә саҡыра ил һаҡларға.
ҒАЗЫБ I [ғәр. (Р: гнев, злоба; И.: anger, wrath; T.: gazap) и. иҫк.
Асыу, яуызлыҡ, нәфрәт. □ Гнев, ярость, негодование; злоба. Ғазыб ул куңелеңә инмәһен.
ҒАЗЫБ II [ғәр. (Р: сердитый; И.: angry; cross; T: gazaplı) с. иҫк.
Асыулы, яуыз, нәфрәтле. □ Сердитый, гневный; яростный, злобный; недовольный. Я Ғазбы утын тәсҡин ҡылды. М. Өмөтбаев.
ҒАЗЫБ ИТЕҮ (ғазыб ит-) (Р: гневаться;
И.: be angry, irate with; T.: gazap etmek) ҡ. иҫк.
Асыуланыу. □ Гневаться, приходить в ярость, беситься, негодовать; глубоко возмущаться. Дошманға ғазыб итеу. Ғазыб итмә нәҫелеңә.
ҒАЗЫБЫНА ТЕЙЕҮ (ғазыбына тей-) (Р: привести в бешенство; И.: enrage; T.: gazaba getirmek) ҡ.
Асыуландырыу. □ Привести в бешенство, разъярить, взбесить. Ғазыбыма тейәһең.
ҒАЗЫЙ [ғәр. (Р: кади; И.: qadi; Т.: Kadı) и. дини. диал.
Шәриғәт ҡанундары буйынса хөкөм сығарыусы кеше, ҡазый. □ Судья, кади (духовное лицо, совершающий суд по законам шариата ).
ҒАЗЫПЛАНЫУ (ғазыплан-) (Р: гневаться; И.: become / get angry (with); T.: gazaplanmak) ҡ. диал.
Асыуланыу. □ Гневаться; злиться; сердиться; возмущаться. Ғазыпланыуынан ҡыҙара бурткән йөҙө куренде.
241