ҒАИБӘНӘ
ҒАИБӘНӘ [ғәр. <Ьғ] (Р.: тайно; И.: in one’s absense; Т.: gaybane) р. иҫк. кит.
Үҙе юҡта, күрмәҫ борон, күрмәйсә.
□ Тайно; заочно. Кешене ғаибәнә һөйләу. Баланы ғаибәнә маҡтау.
ҒАИД I [ғәр. ûjU.] (Р: свойственный; И.: peculiar (to); characteristic (for); T: ait) бәйл. иҫк. (төб. клш. менән)
Нимәгәлер бәйләнешле, мөнәсәбәтле, хас.
□ Свойственный, действительный, имеющий отношение к чему-л. (послелог с дат. п.). Әҙәбиәткә ғаид. М Әммә татар телен белеу менән, тар вә мәғдуд (сикләнгән) фекер менән ғөмум тәрктәрҙең теленә ғаид мәсьәләләрҙе тугел, бәлки фәҡәт татар ләһжәһенә ҡараған бик куп мәсьәләләрҙе хәл итеу ҙә мөмкин тугелдер. Ә.-З. Вәлиди. Хәмәуи йәнә шул уҡ башҡорттар тип ғоман итеп ибн Фаҙлан рисәләһенең башҡорттарға ғаид ҡыҫымын кусерәлер. М. Һаҙыев.
ҒАИД II [ғәр. (Р: отрекаться; И.: renounce; abdicate; disown; T: sözünden dönmek) ҡ.
Кире ҡайтыу, һүҙҙе кире алыу, ғәфү үтенеү. □ Отказаться от чего, брать слова обратно; просить прощение. ■ Кәрәк тәслим булыуығыҙ, кәрәк ғаид, әһле сөннәт имамы — ул мөжаһид. М. Аҡмулла.
ҒАИДӘ [ғәр. 4^] (Р: доход; И.: income; T: aidat) и.
1. Килгән керем; төшөм, файҙа. □ Доход, прибыль.
2. һалым, яһаҡ. □ Налог.
ҒАИҠ [ғәр. (Р: препятствие; И.: barrier; T: engel) и.
Ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡ, кәртә. □ Препятствие.
ҒАИЛӘ [ғәр. (Р: семья; И.: family; Т: aile) и.
1. Атай, әсәй, балалар һәм башҡа яҡын туғандарҙан торған кешеләр төркөмө.
□ Семья, семейство, фамилия. / Семейный. Ғаиләлә йәшәу. Ғаилә менән булыу. Ғаилә табыны. ■ Етемдәр ҡалдырып кускән вә ғаилә емерелгән йорттар өсөн ярҙам итеу сараларын курмәйбеҙ. Р. Фәхретдинов. Ҡулынан
килерҙәйҙәр, ишле ғаиләләр куберәк майҙан алырға тырышты, сөнки у ҙең уҫтергәнде уҙең тапшыраһың, куҙҙән тейәп оҙатаһың сөгөлдөр ҡабул итеу пунктына һәм тейәр әжерен дә алаһың. Г. Яҡупова. • Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр. Мәҡәл.
2. кусм. Бер мәнфәғәттә булып, бергә эшләгән кешеләр. □ Коллектив. Бер ғаилә булып эшләу. Бер ғаилә һымаҡ йәшәу.
3. бот., зоол. Сығышы һәм төҙөлөшө, тышҡы күренеше-ҡиәфәте менән бер-бе-реһенә яҡын булған хайуан һәм үҫемлектәр. □ Семейство. Өйрәктәр ғаиләһе. Бесәй һымаҡтар ғаиләһе. ■ Әйҙәгеҙ, бынау зәңгәр умарта эсенә инәйек, унда бик көслө, эшсән, йомарт ҡорттар ғаиләһе йәшәй. Ф. Иҫәнғолов.
ҒАИЛӘ БАШЛЫҒЫ (Р: глава семьи; И.: family head; T.: aile reisi) и.
Ғаиләне хәстәрләүсе, ҡайғыртыусы кеше. □ Глава семьи. ■ Салмалы вә сапанлы хәҙрәттәр һәм дә мәсет ҡарттары вә ғаилә' башлыҡтары, ауыл ситендәге киң майҙанда йыйылған халыҡ араһына килеп, туңәрәк яһап ултыралар. Р. Фәхретдинов.
ҒАИЛӘ ҠОРОУ (ғаилә ҡор ) (Р: создать семью; И.: create a family; T: aile kurmak) ҡ.
Әйләнеү йәки кәләш алыу. □ Создать семью. ■ Йәшләй ғаилә ҡорҙом, етеш тормошта тугел, ә дөйөм ятаҡ шарттарында өс бала атаһы булдым. 3. Бураҡаева.
ҒАИЛӘЛЕ (Р: семейный; И.: family; having a family; T.: ailelik) с.
Ғаиләһе (1) булған, ғаиләһе бар, яңғыҙ булмаған. □ Семейный, имеющий семью. Ғаиләле кеше. Ғаиләле булыу. ■ Динистың оҙаҡ йылдар өйләнмәуенә, Әнғәмдең уҙен артыҡ егеттәрсә тотоуына һәм, мин ғаиләле кешенең, һәр саҡ ошо ике иптәшкә тартылыуыма аптырап һорағанһыңдыр инде. Н. Асанбаев.
ҒАИЛӘСЕЛ (Р: любящий свою семью; И.: fond ob one’s family; familial; T.: ailesel) c.
242