ҒАҠИЛ
ҒАҠИЛ [ғәр. (Р.: умный; И.: intelligent; T.: âkil) с. иҫк. кит.
Аҡыллы. □ Умный, рассудительный. Ғаҡил кеше. Ғаҡил булыу.
ҒАҠИЛАНӘ [ғәр.-фарс. (Р.: умно; И.: cleverly; like clever people; T.: âkılane) р. иҫк. кит.
Аҡыллыса, аҡыл менән. □ Умно, разумно. Ғаҡиланә һөйләу.
ҒАҠИР [ғәр. (Р: бесплодный; И.: fruitless; barren; T.: âkır) с. иҫк. кит.
Түлһеҙ, биҙәү (ҡатын). □ Бесплодная (женщина), пустоцвет. Беренсе баланан һуң ғаҡир ҡатын. Ғаҡир ҡатын алыу.
ҒАҠЛАН [ғәр. Ьйс] (Р: умно; И.: intelligently; T: âkılane) р. иҫк. кит.
Аҡыл менән, аҡыл буйынса. □ Умно. Ғаҡлан эш итеу. Ғаҡлан эш башлау.
ҒАҠРАП [ғәр. ‘саян’] (Р: акраб; И.: October and November; T: Gakrab) и. иҫк.
1. Ҡояш календары буйынса, һигеҙенсе айҙың ғәрәпсә исеме (22 октябрь — 21 ноябрь). □ Акраб (восьмой месяц солнечного года; 22 октября —21 ноября). ■ Ғаҡрап башында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ҡар ятыр. Ғ. Бейешев.
2. астр. Йондоҙлоҡтоң исеме. □ Скорпион (название созвездия).
ҒАҠУР [ғәр. (Р: жалящий, злой; И.: evil; stinging; T: akur) с.
1. Саға, тешләй торған (зат). □ Жалящий. Ғаҡур йылан.
2. Яуыз, уҫал. □ Злой. Ғаҡур әтәс.
ҒАҠЫД [ғәр. (Р: соглашение; И.: agreement; T: akit) и.
1. Ике аралағы килешеү. □ Соглашение, договор. Ғаҡыд төҙөу.
2. ҡар. ғаҡыт 1. Ғаҡыд ҡылыу. Ғаҡыд уҡыу.
ҒАҠЫЙДА [ғәр. (Р: вера; И.: creed, faith; T: akide) и. иҫк.
Ышаныс, иман. □ Вера, честь. Саф ға-ҡыйда.
ҒАКЫЙҠА [ғәр. (Р: волосы новорождённого; И.: baby’s down; T: akîka) и. иҫк.
Яңы тыуған баланың сәсе, сәс өлтөгө. □ Пушок, волосы новорождённого. Баланың ғаҡыйҡаһын ҡырыу.
ҒАКЫЙҠА ҠОРБАН [ғәр.
(Р: жертвоприношение; И.: sacrifice; offering; T: akîka kurbanı) и. иҫк.
Бала тыуыу айҡанлы, ете көн үткәс сала торған ҡорбан. □ Жертвоприношение в честь новорождённого (через семь дней после рождения). Ғаҡыйҡа ҡорбаны салыу.
ҒАҠЫЛ [ғәр. J^| (Р: разум; И.: intellect; T: akıl) и. иҫк. диал.
Аҡыл. □ Ум, разум, рассудок. ■ Иҫемә төшһә, ғаҡылым фирар була имде. М. Өмөтбаев. Әгәр бирһәң бер залимға ихтыярлыҡ, ахмаҡ тугел, ғаҡыл әһле курер тарлыҡ. М. Ғафури. Ғаҡылың булһа, сереңде асма, яҡшы-яман куренмәй тороп куҙеңә. Картотека фондынан. Буйғынайың зифа, ғаҡылың камил, гөл-баҡсала йөрөп уҫтецме? Халыҡ йырынан.
ҒАҠЫЛЛЫ (Р: умный; И.: clever; smart; T: akıllı) с. иҫк.
Аҡыллы. □ Умный. ■ Яҡшы вә ғаҡыллы ҡатын ирҙең өйөн төҙәтә, бөтәйтә вә яңырта, тәртипкә һала, әммә яман ҡатын иренең төҙөк өйөн дә емерә. Р. Фәхретдинов. Хеҙмәт итеп вә йәки ауырып арыған ирҙәрҙең исти-рахәт ҡыла торған урындары Ҡырым вә Кавказда мәғдән һыуҙары сығар ҡайнар шишмәләр урғылып торған урындарҙан бигерәк тә ғаҡыллы вә тәдбирле, асыҡ йөҙлө вә сабырлы ҡатын идараһында булған өй вә йорттар. Р. Фәхретдинов.
ҒАҠЫТ [ғәр. -^] (Р: брак; И.: marriage; matrimony; wedlock; T: akit) и. иҫк.
1. Никах. □ Брак, брачный союз, венчание. Ғаҡыты бар.
2. һүҙ бирешеү, һөйләшеп килешеү төҙөү. □ Договор, заключение (договора); соглашение, контракт, акт. Ғаҡыт төҙөу. ■ Йәшерен ғаҡыт ҡылды (харам тугел), Хоҙай ҡаршында, бер-ике кеше алдында ғаҡытыбыҙ бар, тип әйтер ине. Экспедиция материалдарынан.
244