Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 245


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАЛИ ЙӘН
ҒАҠЫТЛЫ (Р.: надёжный, верный; И.: reliable; true to one’s word; T.: sağlam) с. иҫк.
Ышаныслы, һүҙендә тороусан. □ Надёжный, верный. ■ Байҡы илә вә беҙҙең бабабыҙ Майҡы бей иң ғаҡытлыларынан ине. Ғ. Кей-еков. Баҡытлы ла булдыҡ беҙ, тәүфиҡлы ла булдыҡ беҙ, өммәтебеҙ ҡаршында инсафлы ла булдыҡ беҙ. Бәйеттән.
ҒАЛ-ҒАЛ ТОРОУ (ғал-ғал тор-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҙыҡай тороу. ■ Һигеҙ айҙан ғал-ғал торҙо. Экспедиция материалдарынан.
ҒАЛДАҠ (Р.: глупый; И.: foolish; stupid; silly; T.: aptal) с. диал.
Иҫәр. □ Глупый. • Балдаҡ һүҙе тоҙһоҙ булыр. Әйтем.
ҒАЛИ I [ғәр. (Р: великий; И.: great; grand; T.: ali) с. кит.
1. Оло, бөйөк, ҙур. □ Выдающийся, великий; высокий. Бали өмөттәр. ■ Мәҫәлән, рәғәйәттән нәүбәт илә һәр көн мең кеше балсыҡ эше эшләһә, бер йылда тау яһарға мөмкин, ә ун йыллап, йөҙ йыллап эшләһәләр, тауҙан ғали тауҙар яһарға мөмкин. Ғ. Ке-йеков. Әммә рухы бик ғали, күңеле диңгеҙ Мәрһады. Д. Юлтый. Килер көндәр, ғали фекерҙәрең хаким булыр бөтә донъяла. Халыҡ йырынан.
2. Дәрәжәһе юғары. □ Знатный, высшей категории. Бали зат. Бали йән. ■ Башынан һәм малынан ҡәҙерле күреп һаҡлаған яҙмалары һис бер эҙһеҙ юғалып барыуҙарына әсенеп, һеҙ ғали заттар химаяһына (яҡлауына) ебәрәм. М. Нәҙерғолов. Рөхсәт итегеҙ миңә, падишаһ ғали йәнәптәре, күкрәгемдә йәнем бар саҡта, һеҙгә үҙ ҡулдарым менән эшләп хеҙмәт итергә! 3. Биишева.
3. Кешелек сифаттары юғары, башҡаларҙан өҫтөн, бөйөк (кеше). □ Выдающийся, с высокими нравственными качествами, с возвышенной душой (о человеке). ■ Балаларым, нимә бар һуң һеҙҙән ғали, һеҙҙән зирәк? А. Игебаев.
ҒАЛИ II [ғәр. <А] (Р: дорогой; И.: expensive; T.: gali) с.
Юғары хаҡлы; ҡыйбат. □ Дорогой, непомерно высокий, бешеный (о цене и т. п.). Бали хаҡтар.
ҒАЛИБ [ғәр. <А] (Р: господствующий; И.: ruling; prevailing, dominant; T.: galip) с. иҫк.
1. Еңеүсе. □ Побеждающий, победоносный. ■ Йөрәк бәғерем һары алып, булып ҡайғы уны ғалиб. М. Өмөтбаев.
2. Өҫтөн, өҫтөнлөклө. □ Господствующий, преобладающий, превосходящий.
■ Эштең алдын вә артын яҡшы фекерләгәндән, файҙа вә зарарҙарын яҡшы үлсәп, файҙа тарафы ғалиб күрелгәнлектән һәм дә шул эште башҡарыуға көсө етәсәген яҡшы белгәндән һуң, форсат үткәрмәй шуға керешеү иҡдам вә ғәзем булалыр. Р. Фәхретдинов.
ҒАЛИБАЛЫ (Р: победоносный; И.: victorious; triumphant; T.: galip) с. иҫк.
Еңеүле, өҫтөнлөклө. □ Победоносный. Балибалы ҡараш. Балибалы ҡиәфәт.
ҒАЛИБАНӘ [ғәр.-фарс. (р.: побе-
доносно; И.: heroically; T.: galibane) р. иҫк.
Батырҙарса, еңеүселәрсә; еңеүсе булып. □ Победоносно; геройски, героически.
■ Балибанә яҡтырып, әкрен генә ал таң ата, моңланып, хәсрәтләнеп ялҡау ғына аҡ ай бата. 3. Шәрҡи.
ҒАЛИБИӘТ [ғәр.] и. ҡар. ғәләбә.
ҒАЛИ БУЛЫУ (ғали бул-) (Р: быть великим; И.: be great; T.: ali olmak) ҡ. иҫк. кит.
Бөйөк, дәрәжәле булыу. □ Быть великим, знаменитым.
ҒАЛИБӘН [ғәр. А] (Р: чаще всего; И.: most often; generally; T.: gâliben) p.
Күберәк ваҡытта, күбеһенсә. □ Чаще всего, по большей части.
ҒАЛИ ЗАТ [ғәр.-фарс. + <А] (Р: аристократия; И.: aristocracy; T.: âlitebar) и.
Юғары синыф кешеһе; аҡһөйәк. □ Аристократия. ■ Яуыз йәндәр һәм дә ғали заттар беҙҙең юлға кәртә һалмаһын. Ғ. Хәйри.
ҒАЛИ ЙӘН [ғәр.-фарс. + (р: бла-
городный человек; И.: a noble; T.: alicenap) и.
245