Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 246


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАЛИ ЙӘНӘП
Кешелек сифаттары юғары, башҡаларҙан өҫтөн, бөйөк кеше. □ Благородный, великодушный человек.
ҒАЛИ ЙӘНӘП (йәнәбе) [ғәр. фарс.
(р.; ваше высокоблагородие; И.: Your Worship; T.: alicenap) и. иҫк.
Юғары дәрәжәле, бөйөк кешеләргә, батшаларға мөрәжәғәт итеү һүҙе. □ Ваше высокоблагородие (слово обращения к высокопоставленным лицам, царям). ■ [Нурый-ағзам:] һеҙ мәрхум ғали йәнәптәре рәйесе -беҙҙец рухын мыҫҡыл итәһегеҙ. Картотека фондынан.
ҒАЛИЛЫҠ (ғалилығы) (Р: величие, знатность; И.: grandeur; T.: yücelik) и. иҫк. кит.
Бөйөклөк, юғарылыҡ. □ Величие, знатность. • Ғалилығың — ғалимлыҡ. Әйтем.
ҒАЛИМ [ғәр. (Р.: учёный; И.: scientist; scholar; T.: âlim) и.
1. Фән, тикшеренеү әлкәһендә эшләгән кеше; белем эйәһе. □ Учёный. Башҡортостан ғалимдары. Бөйөк ғалим. Куренекле ғалим. М Ислам, мосолман тәрәҡҡиәте бит ул — донъяға әллә купме ғалимдар, табиптар, математиктар, астрономдар, архитекторҙар, хикмәт эйәләре һәм шағирҙар биргән тәрәҡҡиәт. Башҡортса дини календарҙан. Г. Кейеков куренекле мәғрифәтсе һәм ғалим Риза Фәхретдинов менән дә аралашып йәшәгән. М. Нәҙерғолов. • Боландың — мөгөҙө, ғалимдың — һуҙе, филдең — теше, оҫтаның эше ҡиммәт. Әйтем. Ғалим барҙа телеңде тый, оҫта барҙа ҡулыңды тый. Әйтем.
2. Айырым фән буйынса белгес, белеме рәсми танылған, юғары квалификациялы дипломы булған кеше. □ Специалист в определённой области знаний. Телсе ғалим. Әҙәбиәтсе ғалим.
ҒАЛИМАНӘ [фарс.-ғәр. (р: как учёные; И.: like savants; T.: âlimane) p.
Белемле кешеләрсә. □ Как учёные, подобно учёным, компетентно. Ғалиманә һөйләу. Ғалиманә яҙыу.
ҒАЛИМ-ҒӨЛӘМӘ [ғәр. (Р: учё-
ные; И.: the learned ones, savants; T.: âlimler) и. йыйн.
Ғилем эйәләре, ғалимдар, фән кешеләре.
□ Учёные, учёный мир. Ғалим-ғөләмә йыйыны.
ҒАЛИМ Д АРСА (Р.: как учёные, подобно учёным; И.: like savants; T.: âlimane) р.
Ғалимдарға хас булғанса. □ Как учёные, подобно учёным. Ғалимдарса фекерләу.
ҒАЛИМЛЫҠ (ғалимлығы) (Р: учёность; И.: erudition, learning; T.: âlimlik) и.
Ғалим, ғилем эйәһе булыу, күпте белеү.
□ Учёность. Ғалимлыҡ дәрәжәһенә өлгәшеу. • Ғалимлыҡ — ҙур байлыҡ. Мәҡәл.
ҒАЛИ МӘКТӘП (мәктәбе) [ғәр.
(Р: высшее учебное заведение; И.: institution of higher learning; T.: yüksek okul, âli tedrisat) и. иҫк.
Юғары уҡыу йорто. □ Высшее учебное заведение. ■ Беҙ мәҙрәсәне Европалағы бер белекле мөәссәсә һурәтенә нисек итеп әйләндереуҙе тугел, хатта уның урта йәки ғали мәктәп булыуын да айырмайбыҙ. Ә.-З. Вәлиди. Әҙәбиәт ғали мәктәбендә башҡорттарҙан да байтаҡ шәхестәр уҡый. Экспедиция материалдарынан. Фән усағы — ғали мәктәптәргә, һинең ишек аша утәләр. Картотека фондынан. Петроград шәһәрендә ғали мәктәптәрҙә уҡыусы Мәрйәм ханым Паташованың 1913 йыл «Ваҡыт»та нәшер иттергән «Истанбул сәйәхәте». Р. Фәхретдинов.
ҒАЛИП [ғәр. (Р: победитель; И.: victor; T.: galip) и. иҫк.
Еңеүсе, көрәштә еңеп, өҫтөнлөк алыусы. □ Победитель. Ғалип булыу. ■ Бөтә көсөгөҙҙө сарыф ҡылығыҙ, кафыр дошмандың өҫтөнән ғалип булып ҡайтһағыҙ, барса ислам халҡы мәғрур улғай. Һ. Дәүләтшина.
ҒАЛМАРЖЫН и. зоол. диал. ҡар. ҡәлмәргән. Ғалмаржындар — һирәк осрай торған ҡоштар.
ҒАЛТАҠ (Р: вот тебе на!; И.: there! well, I never!,T.: hayda!) ымл. диал.
246