Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 247


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАМИР
Аптырауҙы белдергән һүҙ, атаҡ. □ Выражает удивление: вот тебе на! ■ Ғалтаҡ, килеп тә еттеңме? Экспедиция материалдарынан.
ҒАЛЫЙ-ҒАЛЫЙ ТОРОУ (ғалый-ғалый тор-) ҡ. диал. кар. ҡаҙыҡай тороу. ■ Ҡыҙың ғалый-ғалый тора башланымы? Экспедиция материалдарынан.
ҒАЛӘКӘ [ғәр. (р: отношение; И.: (inter)relation; T.: alâka) и. иҫк. кит.
Бәйләнеш, мөнәсәбәт. □ Отношение, связь, касательство; причастность. Илдәр араһындағы ғаләкә.
ҒАЛӘМ [ғәр. (Р.: вселенная; И.: the Universe; T.: âlem) и.
1. Ер һәм күк; йыһан. □ Мир, вселенная; космос. Ғаләмде өйрәнеү. Ғаләм киңлеге. ■ Йөҙөң нурлы булһын өсөн, ғаләм нурға тулғандыр ул. С. Ғәбиҙуллин. • Ғалим булһаң, ғаләм һинеке. Мәҡәл.
2. ҡар. донъя 1. ■ Фәзули һин был ғаләмдә, мөхәббәт. М. Өмөтбаев. Бар ғаләм юҡҡа сығыр бер көн килеп, һәм түгел бер йән эйәһе мәңгелек. Башҡортса дини календарҙан.
3. Халыҡ, кешелек йәмғиәте. □ Общество. ■ Мунса яҡһаң, пары етә ине бөтә ауыл, бөтә ғаләмгә. Т. Арслан.
ҒАЛӘМ-АРА и. ҡар. халыҡ-ара.
ҒАЛӘМДӘГЕ (Р.: во вселенной; И.: within the Universe; T.: âlemce) c.
Ғаләмдә булған, ғаләм күләмендә. □ Во вселенной, в масштабе вселенной. Ғаләмдәге иҫәпһеҙ планеталар.
ҒАЛӘТ [ғәр. -^] (Р: заблуждение; И.: error; delusion; T.: yanılma) и. иҫк.
Хата, хаталаныу, яңылышлыҡ. □ Заблуждение, ошибка; погрешность. Ғаләт ҡылыу. ■ Ғаләт булды бар хыялым алдағы, һиҙҙе күңелем: ғаян инде ян-яғым. Халыҡ ижадынан.
ҒАМ I [ғәр. (Р- чернь; И.: common people; T.: âm) и.
Ябай халыҡ; түбән ҡатлам кешеләр. □ Чернь; простонародье. ■ Был [Харьков-ты алыу] иһә иҫтән сыҡмаҫлыҡ, революция
тарихы сәхифәһендә башҡорт ғаммәһенең йөҙөн яҡтыртырлыҡ ҡаһарманлыҡтар булһа кәрәк. Ш. Хоҙайбирҙин.
ҒАМ II [ғәр. (Р: печаль; И.: woe, sorrow; T.: gam) и.
Ҡайғы, хәсрәт, һағыш. □ Печаль, тоска. ■ Был бәйетте яҙа торғас, күп уйҙарға ғам булды. Бәйеттән.
ҒАМИ I [ғәр. (Р: простонародный; И.: peculiar to common people; T.: âmmi) с. иҫк.
Халыҡҡа, ярлыға мөнәсәбәтле. □ Простонародный, простой. Ғами халыҡ.
ҒАМИ II [ғәр. (Р.: неграмотный, тёмный; И.: illeterate; T.: ümmi) с. иҫк.
Наҙан, белемһеҙ, томана (кеше). □ Неграмотный, тёмный (о человеке). Ғами кеше. • Ғәм асылын ғами белмәҫ, ғалим белер. Әйтем.
ҒАМИЗ [ғәр. (Р: непонятный; И.: incomprehensible; T.: gamız) с.
1. Аңлайышһыҙ, буталсыҡ. □ Непонятный. Ғамиз хәл.
2. Йәшерен, серле. □ Таинственный. Ғамиз ҡылыҡ. Ғамиз хәлдәр.
ҒАМИЛ [ғәр. lWo] (Р: работник, служащий; И.: workman; employee; T: hamil) и. иҫк.
1. Эшләүсе, хеҙмәт эйәһе, эшсән кеше.
□ Работник, работающий человек, трудящийся. ■ Шағир дөрөҫ, нәсихәтте хамил булһа, эйәһе хәл ҡәҙере ғамил булһа. М. Аҡмулла. Ғамил булмаҫ сикмәгән жоур — әләм (ауырлыҡ). М. Өмөтбаев.
2. Хәрәкәткә килтергән көс, төп фактор, сәбәп. □ Фактор, причина. Асыҡ ғамил. Тәбиғи ғамил. Мәҙәни ғамил.
3. Оҫта. □ Мастер. ■ Шиғыр эйәһе хәленән килгәнсә ғамил булһа. Ә. Харисов.
ҒАМИР [ғәр. (Р: населённый; И.: populated; T: gamir) с.
1. Халыҡ йәшәгән, тереклек булған (урын). □ Населённый.
2. Эшкәртелгән, эшкә индерелгән (ер).
□ Обработанный (о земле).
3. Бик яҡшы. □ Очень хороший.
247