Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 250


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАРҠ ИТЕҮ
очень довольным чем-л., получать большое удовольствие, наслаждение от чего-л. Ғарҡ булғансы һөйләшеу.
3. Һыуға батыу; батыу. □ Утонуть. Карап диңгеҙҙә ғарҡ булды.
4. кусм. Ниндәйҙер бәйләнеүҙән, гел ғәйеп тағып тороуҙан туйыу. □ Изнурение, пресыщение (от приставаний и придирок).
■ Ғарҡ булдым бындай көндән, китһәм дә укенмәйем. Экспедиция материалдарынан.
ҒАРҠ ИТЕҮ (ғарҡ ит-) (Р.: топить; И.: sink; make submerge; T.: gark etmek) ҡ.
1. Һыуға батырыу; батырыу. □ Топить, затоплять, потоплять. // Потопление, затопление. Карап дошман ҡулынан ғарҡ ителде.
2. кусм. Нимәгәлер сумдырыу, күмеү.
□ Погрузиться во что-л., впасть во что-л. Донъя мәшәҡәттәре ғарҡ иттерә.
3. Ныҡ туйҙырыу. □ Приесться.
ҒАРҠ ҠЫЛЫУ (ғарҡ ҡыл-) ҡ. ҡар. ғарҡ итеү 1, 2. ■ Ғарҡ ҡылды илде йәш диңгеҙе, өҫкә төштө хәсрәт тауҙары. С. Ҡудаш.
ҒАРУЗ [ғәр. (Р.: аруз; И.: kind of Oriental rhyme; T.: aruz) и. әҙ.
1. Көнсығыш поэзияһындағы шиғыр төҙөлөшө, үлсәме (ҡыҫҡа һәм оҙон ижектәрҙең алмашынып килеуенә нигеҙләнгән).
□ Аруз (поэтическая метрика в восточной поэзии). ■ Ғаруз — төрки телле поэзияның, шул иҫәптән башҡорт шиғырының тәбиғәтенә шаҡтай ят куренеш. К. Әхмәтйәнов.
2. Ғаруз шиғырының үлсәме буйынса теория. □ Аруз (теория стихосложения в восточной поэзии).
ҒАРУС [ғәр. и. иҫк. ҡар. кәләш.
■ Минең ҡарттайым шәкерт булған инде. Шәкерттәр ауыл ҡыҙҙары араһынан ғарус һайлап алғандар, һәм ғарустар оҫтабикә булып киткәндәр инде. Экспедиция материалдарынан. Ғарусы итеп, нисә төрлө зиннәт биреп, купме аҡыл эйәһен тоҙағына эләктергән ул. Ә. Ҡарғалы.
ҒАРЫЗ [ғәр. >“>4 (Р: толкование; объяснение; И.: interpretation; T.: arz) и. иҫк. кит.
1. Ниндәйҙер эш-хәлде аңлатыу, һөйләп биреү. □ Толкование, объяснение. Үҙ хәлемә — уҙем ғарыз.
2. Зар, үтенес. □ Жалоба, прошение. Ғарыз яҙып бирҙем.
3. Тәҡдим. □ Предложение. ■ Йыйылыш көн тәртибендә ғарыздар ҡаралды. Экспедиция материалдарынан.
ҒАРЫЗ ИТЕҮ (ғарыз ит-) [ғәр.
(Р: подавать прошение; И.: petition; T.: arz etmek) ҡ.
1. Теләк, үтенес менән мөрәжәғәт итеү, уны кемгәлер еткереү, аңлатыу, белдереү. □ Подавать прошение, петицию; обращаться с просьбой. ■ Ҡатындар араһында уҙҙәре өсөн кәрәкле булған мәсьәләләрҙе ғарыз итеуселәр ҙә булды. Р. Фәхретдинов. Кемгә хәлем ғарыз итәйем, булманы һис бер дауа. М. Өмөтбаев.
2. Белдереү, иғлан итеү. □ Объявить, сообщить. ■ Был хаҡта мин Ғабдрахман әфәнденең хеҙмәтен тәбрик иткәндең һуңында уҙ тарафымдан был хеҙмәттәрҙә Ғабдрахман әфәнделәр менән бергә буласағымды ғарыз итәмен. Ә.-З. Вәлиди. Ошо урында ғарыз итәсәк һуҙҙәрем тамам булды. Р. Фәхретдинов.
ҒАРЫЗ ҠЫЛЫУ (ғарыз ҡыл-) ҡ. ҡар. ғарыз итеү 1. ■ Кемгә барайыҡ беҙ илап, ҡылып ғарыз, шикәйәтте ҡай урынға беҙ бирәйек? Ни ҡылайыҡ, ҡайҙа барайыҡ, ҡайҙа йөрөйөк? Былай булһа, ни ҡылырбыҙ, мосолмандар? Мөнәжәттән.
ҒАРЫЛДАҠ (ғарылдағы) (Р: горлопан; И.: loudmouth, clamorous / noisy guy; T: yaygaracı) и.
Көслө тауыш менән ҡысҡырып һөйлә-шеүсән кеше. □ Горлопан. Ғарылдаҡтың тауышынан баш ауыртып китте.
ҒАРЫЛДАУ (ғарылда-) (Р: гаркать; И.: shout (at);bawl; T: bağırmak) ҡ.
Ҡалын йәмһеҙ тауыш сығарыу. □ Гаркать. Ғарылдаған гармун тауышы.
ҒАРӘТ [ғәр. bjlfr] (Р: грабёж; И.: raid; robbery; plunder T: garet) и. иҫк. кит.
250