Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 251


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАСАБИЛЫ
Баҫҡынсылыҡ, сапҡын; барымта. □ Грабёж, набег, нападение; захват. Ғарәт менән булышыу. ■ Ғарәт булған диярҙың һис арттырмай хәлдәрен. М. Өмөтбаев. Сыңғыҙ уҙ баҫҡынлығы дәуерендә Ҡыпсаҡ таифәһен ҡәтлиғам һәм ғарәт менән тамам һәләк иткән. «Башҡорт шәжәрәләре». Бер яҡта кәкук, кәк-кук, тип һағышлы ҡысҡыра, эсе бошҡандың һушын ғарәт итә, аҡылын китәрә. Ә. Ҡарғалы.
ҒАРӘТ ҠЫЛЫУ (ғарәт ҡыл-) (Р.: совершать нападение, грабёж; И.: raid; T.: garet etmek) ҡ.
Баҫҡынсылыҡ итеү, барымта яһау.
□ Совершать нападение, грабёж. ■ Рус халҡы, ҡалмыҡтарға дуҫ булып, башҡорт һәм ҡырғыҙҙы (ҡаҙаҡты) ғарәт ҡылдырған. М. Өмөтбаев.
ҒАСА [ғәр. (Р: посох; И.: staff; stick T.: asa) и. иҫк. кит.
1. Таянып йөрөй торған таяҡ (ортопедик ҡорамал). □ Трость, посох (ортопедический инструмент для создания дополнительной опоры при ходьбе). Faca яһатып алыу.
■ Faca кеуек аяҡһыҙға аяҡ бул, оло юлдан аҙашҡанға маяҡ бул. Faca кеуек яңғыҙға юлдаш бул. Һ. Салихов.
2. кусм. Кешегә яһалған баҫым.
□ Психологическое давление со стороны.
■ Хәҙрәте Ярулла Муса башына төштө ғаса. Ш. Бабич.
ҒАСАБ [ғәр. (Р: нерв; сухожилие; И.: nerve; tendon; T: asap) и. анат. иҫк. кит.
Нервы, һеңер. □ Нерв. ■ Инәйем кейеҙгә төрөнөп ята ине ғасабтары һыҙлағанда. Экспедиция материалдарынан.
ҒАСАБАI [ғәр. и.
1. ҡар. аҫаба. Ғасаба башҡорт.
2. Ҡәбилә, ырыу. □ Род, племя. Был яҡ ғасабалары. ■ Башҡорт бабаларыбыҙ был Уралдың бер башынан икенсе башына, бер тарафынан (Чурдиндан) икенсе тарафына (Яйыҡҡа) башлап кусеп-ҡунып жай вә йорт биләгәндәре сәбәпле башлап йорт биләусе ғасаба мәғәнәһендә вотчин булғандарҙыр. Ғ. Кейеков.
ҒАСАБА II и. диал. ҡар. вариҫ. Ғасаба ҡалдырыу. ■ Ҡарттайым ғасабаға бер кәзә ҡалдырған инде. Экспедиция материалдарынан.
ҒАСАБИ I [ғәр. <3^°! (Р: нервный; И.: irascible; T: asabî) с. кит.
1. Ҡыҙыу, ҡыҙып китеүсән, ҡыҙмаса.
□ Нервный, вспыльчивый, раздражительный, возбудимый. Ғасаби бер тиҙлек менән һөйләшергә керешеу.
2. Нервы системаһына ҡараған. □ Нервный, относящийся к нервной системе.
■ Даим асыҡ һауала йөрөргә хәжәт булғанлыҡтан, игенселек әҙәм балаларының сәләмәт ғумер һөрөуҙәренә ғасаби хәстәлектәрҙән имен тороуҙарына сәбәп икәнлек мәғлум. Р. Фәхретдинов.
ҒАСАБИ II [ғәр. (Р: нервно; И.: nervously; irascibly; T.: asabi) р. кит.
Ҡыҙыу, ҡыҙып китеп, ҡыҙмасаланып.
□ Нервно, раздражённо. ■ Ул [Новиков] урынынан етеҙ генә ҡуҙғалды ла өҫтәл тартмаһынан матур тышлы бер кеҫә дәфтәре алды, бик ашығып, ғасаби рәуештә яҙа башланы. Д. Юлтый.
ҒАСАБИЛАНЫУ (ғасабилан-) (Р: нервничать; И.: become excited; T.: asabileşmek) ҡ. кит.
Ҡыҙып китеү, ярһыу, ҡыҙыу. □ Нервничать, раздражаться, возбуждаться, горячиться. Ғасабилана барыу. Ғасабилана тө-шөу. Ғасабиланып бөтөу. Ғасабиланып ки-теу. Ғасабиланып ҡуйыу. Ғасабиланып тороу.
■ Иптәштәр уҙ-ара ғасабиланып һөйләшәләр: «Насар ойошторғандар, полиция көсө менән генә баҫырға уйлайҙар, ахыры». Д. Юлтый.
ҒАСАБИЛЫ (Р: нервный; И.: nervous; Т.: asabi) с. иҫк.
Нервылы, ҡыҙыу, ярһыулы. □ Нервный, раздражённый, возбуждённый. ■ Стана-уай, ти ине халыҡ бабайымды: ғасабилы булғаны өсөн. Экспедиция материалдарынан.
251