Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 254


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАУҒА ҠУБЫУ
ҒАУҒА ҠУБЫУ (ғауға ҡуп-) (Р.: на чаться (о скандале); И.: start (of a row); T.: kavga çıkmak) ҡ.
Бола, тауыш, шау-шыу сығыу. □ Начаться, подняться (о скандале). ■ Раушания ханым класс етәкселәре менән әрләшеп бөттө, өйҙә лә ғауға ҡупты. Р. Камал. Батырҙарға ҡаршы миллион ғәскәр сыҡты, был сахрала ҡойон сыҡты, ғауға ҡупты. Б. Ишемғол. • Ғауға ҡупһа, ҡараҡҡа файҙа. Әйтем.
ҒАУҒА ҠУПТАРЫУ (ғауға ҡуптар ) (Р.: скандалить; И.: make a row; T.: kavga çıkarmak) ҡ.
Бола, тауыш, шау-шыу ҡуптарыу. □ Шуметь, поднимать бучу, поднимать тарарам, закатывать скандал. ■ Бар һин, айышын төшөнмәй, уларға бәйләнеп ҡара, хәҙер эттән алып эткә һалып һугешерҙәр, ғауға ҡуптарырҙар. Б. Бикбай.
ҒАУҒА-ҠЫСҠЫРЫШ (Р: скандал; И.: scandal, stir; T.: kavga) и. йыйн.
Шау-шыу, бола. □ Шум, скандал. ■ Китте ой ҙа вай, ғауға-ҡысҡырыш. Әкиәттән.
ҒАУҒАЛАНЫУ (ғауғалан-) (Р: скандалить, шуметь; И.: clamour; kick up a row; T.: kavgalaşmak) ҡ.
1. Төрлө шау-шыу, янъял, ҡысҡырыш күтәреү. □ Шуметь, поднимать шум, крик; ссориться; спорить. Ғауғаланып алыу. Ғауғаланып китеү.
2. Борсолоу, эстән көйөү. □ Переживать. Ғауғалана төшөү. Ғауғаланып йөрөү. Ғауғаланып тороу. Ғауғаланып ҡуйыу. ■ Садрислам .. ауыл кешеләре танып алма-ғайҙары, тип ғауғаланып, Мәғрифәһен был хәтәр ҡунаҡты тиҙерәк .. олаҡырыу яғын йәһәтләргә ҡушҡан. Ф. Иҫәнғолов.
ҒАУҒАЛАУ I (ғауғала-) (Р: шуметь; И.: vociferate; T.: kavga etmek) ҡ.
Ғауға сығарыу, тауышланыу, янъял ҡуптарыу. □ Шуметь, кричать; устраивать скандал. // Шум, крик, скандал. Ғауғалап килеп инеү. ■ Бала түгел, бер кем дә һыуға төшмәгән, — Сәғиҙә ҡатындарҙы ғауғалауҙан тыйҙы, — бала түгел, саңғылар ағып киттеләр. М. Тажи. Бер олоно, бер
кесене тыңла, тигәндәр, тыңлайыҡ әле ғауғаламай ғына. Г. Яҡупова.
ҒАУҒАЛАУ II (ғауғала-) ҡ. диал. ҡар. дәғүәләү. Ерҙәрҙе ғауғалап ҡайтарыу.
ҒАУҒАЛАШЫУ (ғауғалаш-) ҡ. ҡар. урт. ғауғалау II. взаимн. от ғауғалау II. Өй ғауғалашыу. ■ Ең һыҙғанды ҡыҙы, улы ла, ялҡау ярҙам көттө кемдәрҙәндер, тегенеһен, быныһын таптырҙы, ғауғалашты. С. Ғәбиҙуллин.
ҒАУҒАЛЫ (Р: шумный; И.: noisy; loud; boisterous; T: kavgalı) c.
1. Шау-шыулы, тауышлы. □ Шумный, беспокойный, бурный. Ғауғалы халыҡ. Ғауғалы йыйылыш. Ғауғалы мәсьәлә. М Һайыҫҡан ситкә китте лә, тағы ла ғауғалыраҡ шыҡырлап, кәйелеп оса башланы. С. Кулибай. • Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар, ғауғалы өйҙә һәләкәт бар. Мәҡәл.
2. Талаш-тартышлы. □ Скандальный. Ғауғалы тормош.
ҒАУҒА СЫҒАРЫУ (ғауға сығар ) ҡ. ҡар. ғауға ҡуптарыу. ■ Новалихин ҡатынының тыныуын һиҙһә лә, ҡунаҡҡа килгән ерҙә ғауға сығарыуҙан тартынып, бөтә ҡыйынлыҡҡа түҙҙе. Т. Хәйбуллин.
ҒАУҒА СЫҒЫУ (ғауға сыҡ-) ҡ. ҡар. ғауға ҡубыу. ■ Өс көндән һуң, ауҙа йөрөп ҡайтып килһә, йәйләүендә ҡурҡыныслы ғауға сыҡҡан. Әкиәттән.
ҒАУҒА ҺАЛЫУ (ғауға һал-) ҡ. ҡар. ғауға ҡуптарыу. ■ Ауылға йән-фарман ҡайтып етеү менән, хәлде һөйләп, ғауға һалған. Н. Мусин.
ҒАУҒАСЫ (Р: скандалист; И.: brawler; rowdy T: kavgacı) и.
Шау-шыу, ыҙғыш-талаш, янъял сығарып йөрөгән кеше. □ Скандалист. Ғауғасы кеше. Ғауғасы төркөм. Ғауғасы халыҡ.
ҒАУҒАСЫЛ (Р: скандальный; И.: quarrelsome; T: kavgacı) с.
1. Шау-шыулы; ыҙғыш-талаш, янъял ҡуптарыусан. □ Скандальный, склонный к скандалам. Ғауғасыл кеше.
2. Тауышлы. □ Шумный.» Куйыҡара-ғайҙар араһынан йүгергән малайҙы төбәк-
254