ҒАФИР
тэге Ыйыҡ буйына төшөп еткәнсе шағор-шоғор килеп анауы ғауғасыл һайыҫҡан оҙатып барҙы. Н. Ғәлимов.
ҒАУҒАСЫЛЛЫҠ (ғауғасыллығы) (Р.: скандальность; И.: pugnacity; T: kavgacılık) и.
Ғауғасыл булыу. □ Скандальность, драчливость. Ғауғасыллығы менән танылған әҙәм.
ҒАУҒАҺЫҘ (Р.: тихий; И still; quiet; T.: kavgasız) с.
Шау-шыуһыҙ, талаш-тартышһыҙ, тауышһыҙ. □ Тихий; нескандальный, бесконфликтный. • Бер ҡалаҡ ашым, ғауғаһыҙ башым. Әйтем.
ҒАУДАТ ИТЕҮ (ғаудат ит-) (Р: возвращаться; И.: return; T: dönüş) ҡ. иҫк. кит.
Ҡайтыу, кире ҡайтыу. □ Возвращаться.// Возвращение. ■ Атам үлеп, әсәм яңғыҙ ҡалғас, мине хәрби хеҙмәттән ғаудат иттеләр. Экспедиция материалдарынан.
ҒАУ ҠУПТАРЫУ (ғау ҡуптар-) (Р: шуметь; И.: make a noise; be noisy; clamour; T: kavga etmek) ҡ. диал.
Ҡысҡырыш, шау-шыу күтәреү. □ Шуметь, кричать. Ғау ҡуптарып бара.
ҒАУ СЫҒАРЫУ (ғау сығар-) ҡ. диал. ҡар. ғауға ҡуптарыу.
ҒАУУАС [ғәр. ^'>1 (Р: ныряльщик; И.: diver; T: dalgıç) и. иҫк. кит.
1. һыу үткәрмәй торған махсус кейем кейеп, һыу аҫтында эшләй торған белгес. □ Ныряльщик; водолаз, аквалангист. Ғаууас кейеме. Ғаууастың шлемы.
2. Яҡшы йөҙә белгән, һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарыусы эт. □ Собака-водолаз. ■ Әжәлең етһә, ғаууас ҡына ҡотҡара алмаҫ. Экспедиция материалдарынан.
3. Һыуҙа оҫта сумыусы. □ Умелый ныряльщик. ■ Мәғариф диңгеҙенә [бөтә халыҡҡа ] юл асылһа, ынйы өсөн ғаууас булып сумасаҡтар. М. Ғафури.
ҒАФИЛ [ғәр. JâVö] (Р/ беспечный; И.: careless; unconcerned; T: gafil) с.
1. Вайымһыҙ, иғтибарһыҙ, уйһыҙ, битараф, пассив, ҡыҙыҡһынмаусан, ғәмһеҙ, донъя мәшәҡәттәренән ситтә торған. □ Беззаботный, беспечный; невнимательный. Ға
фил бәндә. Ғафил тормош. ■ Шишмә тирәләй үтәләр, ханды ғафил көтәләр. М. Өмөтбаев. Ғафилды һәр ваҡыт бәлә көтә. Экспедиция материалдарынан. Был көндә һыртыбыҙ — хуп, әсебеҙ — буш, Алланың исеме ғафил түгел эшебеҙҙән. М. Аҡмулла. Шайтан барсаһы биҙһен, ғафил ятма сәхәрҙәрҙә. Мөнәжәттән.
2. диал. Меҫкен. □ Бедняжка. Ғафил бала. Ғафил бабай.
ҒАФИЛ БУЛЫУ (ғафил бул-) (Р: быть беспечным; И.: be carefree; T.: gafil olmak) ҡ.
Иғтибарһыҙ, битараф, вайымһыҙ булыу. □ Быть беспечным, беззаботным, невнимательным. ■ Эйе, йорт кәрәк уға, шундай уҡ матур, ыҡсым йорт кәрәк. Ни эшләп һуң әле ул ошо көнгә тиклем был турала уйламаған? Алйот! Ни эшләп шундай ғафил булып йөрөгән ул? К. Мәргән. [Буранғолов] буйҙаҡ егет әле. Ҡыҙҙар, бигерәк тә һеҙгә әйтәм, ғафил булып ҡалмағыҙ. Картотека фондынан. Егет булған елеп үтер, ел артынан барып етер, ғафил булған артҡа китер. Мөнәжәттән. Юлыңдан сыҡма аҙашып, ғафил булма сәхәрҙәрҙә. Мөнәжәттән.
ҒАФИЛ ҠАЛЫУ (ғафил ҡал-) (Р: быть невнимательным; И.: be inattentive; T.: gafil olmak) ҡ.
Белмәйенсә буш ҡалыу, һемәйеү. □ Быть невнимательным, нерадивым. Ғафил ҡалдым. ■ Берегеҙ ҙә ғафил ҡалмағыҙ, хәҙер бында тансалар башлана. М. Ғафури.
ҒАФИЛ Л ЫҠ (ғафиллығы) (Р: беспечность; И.: carelessness; carefree attitude; T.: gafillik) и.
Иғтибарһыҙлыҡ, битарафлыҡ. □ Беспечность, беззаботность. Ғафиллыҡ бәләһе. Ғафиллыҡ һөҙөмтәһе. Ғафиллыҡтан ҡурҡыу фарыз.
ҒАФИР [ғәр. (Р; прощающий; И.: forgiving; T.: gafir) с. иҫк. кит.
Ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы (зат). □ Прощающий, снисходительный. Ғафир кеше. Ғафир ҡараш. Ғафир кисереш. ■ Йыһанда хәле асыҡ, ҡоно бәян, ғалимдарҙан ҡәнәғәт бик күп ғафир. М. Аҡмулла. Эй, Илаһым, рәхмәт әйлә, эй, Раббым, ғафир йыһан.
255