Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 256


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒАФИФ
Р. Фәхретдинов. Барлыҡ ҡолона ла ғафир булыр Алла, әгәр ҙә бәндә тэубәгә килһә. Башҡортостан календарынан.
ҒАФИФ [ғәр. (Р.: целомудренный; неиспорченный; И.: chaste; T.: afif) с. иҫк. кит.
Әхлаҡ яғынан талапсан, ғиффәтле, намыҫлы, саф, тәүфиҡлы, ипле. □ Целомудренный, строгий в нравственном отношении, добродетельный, чистый, скромный; неиспорченный. Ғафиф бала. Ғафиф йөҙ. Ғафиф ҡыҙ бала.
ҒАФИФАНӘ [ғәр. (Р: скромно; И.: modestly; T.: afifâne) р. иҫк. кит.
Саф, эскерһеҙ рәүештә; дәрәжә өсөн борсолмаған, юҡҡа-барға маҡтанып йөрөмәгән хәлдә. □ Скромно. Ғафифанә һөйләу. Ғафифанә йырлау.
ҒАФИӘТ [ғәр. (Р: здоровье; И.: health; T.: afiyet) и.
Иҫәнлек, һаулыҡ. □ Здоровье.
ҒАФФАР [ғәр. jlic] (Р: прощающий; И.: all-forgiving; absolving; T.: gaffar) и. иҫк. кит.
Ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы. □ Прощающий, всепрощающий, милостивый, милосердный. Ғаффар иптәш. ■ Тәубәгә ҡайта белеуселәргә ғаффар ул Аллаһы Тәғәлә. Башҡортса дини календарҙан.
ҒАШИҠ I (ғашиғы) [ғәр. (Р: влюблённый; И.: enamoured (of); T.: âşık) и.
Кемгәлер мөхәббәт хисе кисереүсе, кемделер мөкиббән яратыусы кеше. □ Влюблённый человек. Ғашиҡтар көнө. ■ Ғашиҡтарҙы тон аңлай ул — яңғыҙҙарын ҡалдыра. М. Кәримов. Һис шаштырыу тугел, аҙашҡандар юл табыр, ғашиҡтар сер булешер, шағирҙар илһам алыр Йондоҙ ул!.. Н. Асанбаев. Ожмах баҡсаһына юлды ғашиҡтар ғына табыр. Ф. Күзбәков. Был ғашиҡтарҙы кеше куҙенән алыҫыраҡ алып китеу теләге быйыл йәйләугә сығыуҙарының төп сәбәптәренең береһе булып тора ла инде. X. һөйөндөков.
ҒАШИҠ II [ғәр. 3^] (Р: влюблённый; И.: enamoured (of); in love; T.: âşık) с.
1. Кемгәлер мөхәббәт хисе кисереүсе, кемделер мөкиббән яратыусы. □ Влюблён
ный. Ғашиҡ егет. ■ Мин ғашиҡмын уҙеңә, ҡашҡайың менән куҙеңә. Халыҡ йырынан. Ғашиҡмы һеҙ, юҡмы, минең өсөн барығыҙ ҙа бер тиң сабыйҙар. С. Ғәбиҙуллин.
2. Нимәгәлер һоҡланыу кисереше булған.
□ Восхищённый, влюблённый. ■ Мин әлегә тик ҡояшҡа ғашиҡ — уны һөйәм, унан һөйөләм. Г. Юнысова. Әммә драматург [И. Йомағолов] уҙ еренә, уҙ иленә ғашиҡ. Н. Ғәйетбай. Кумһен ине дуҫтар, яҡташтарым мин ут яҡҡан тауҙың башына, был донъяға ғашиҡ шағир, тиеп яҙыу яҙһын ине ташына. Р. Ғарипов.
ҒАШИҠ III и. диал. ҡар. ашыҡ. Ғашиҡ һуғыу.
ҒАШИҠ БУЛЫУ (ғашиҡ бул-) (Р: влюбляться; И.: be enamoured; T.: âşık olmak) ҡ.
1. Һөйөү хисенә юлығыу, көслө яратыу. □ Влюбляться. ■ Баҫыу ҡапҡаһының төптәрендә туҙан туҙа, бейей сабата. Катыҡ, улән ашап, ғашиҡ булып, сабаталы ҡыҙҙы оҙата. Р. Ғарипов. Ғашиҡмын! — тип һөрән һалмай ғына, мәңге ғашиҡ булып ҡалырҙай, хистәр ялҡынында янырҙай? — Һинме әллә ғашиҡ, йә әйт кемгә? — Ергә ғашиҡ, һеҙ ҙә унда бит! С. Ғәбиҙуллин. • Дәуләт килер булһа, ғашиҡ булған ҡыҙ кеуек, китер булһа, ҡулға тотҡан ҡаҙ кеуек. Мәҡәл.
2. Һоҡланыу, яратыу хисенә бирелеү.
□ Восхищаться. ■ Бер ҡат ғашиҡ булған моң-йырҙарға ҡат-ҡат ғашиҡ булған шикелле, тыуған ерҙең мәңге шауын тыңлау, купме тыңлаһаң да, куңелле. Р. Ғарипов. Ысын рәссам тормошто һөйә, уға ғашиҡ булып йәшәй. Ә. Вәли.
ҒАШИҠ ИТЕҮ (ғашиҡ ит-) (Р: влюбить в себя; И.: excite affection; T.: âşık etmek) ҡ.
1. Кемдәлер үҙеңә ҡарата мөхәббәт хисе уятыу. □ Влюбить в себя, увлечь, очаровать. ■ Ғашиҡ итте уҙенә, ҡашы менән куҙенә. Халыҡ йырынан. Былбылдарҙы ғашиҡ иткән тыуып уҫкән яҡтарыма?! А. Игебаев.
2. Һоҡланыу, яратыу хисе уятыу. □ Восхищать. Ғашиҡ иткән кеше. Ғашиҡ итә белеу.
256