Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 257


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒИБРӘТ
ҒАШИҠЛАНЫУ (ғашиҡлан-) (Р.: влюбляться; И.: fall in (for smb); T.: âşık olmak) ҡ.
Ғашиҡ булыу, яратыу □ Влюбляться; восхищаться. ■ Егет ҡыҙға ғашиҡланды ла ҡайтмай бит. Әкиәттән.
ҒАШИҠЛЫҠ (ғашиҡлығы) (Р.: влюблённость; И.: infatuation; T.: âşıklık) и.
Ғашиҡ булыу (1), яратыу, һөйөү (хисе). □ Влюблённость. Ғашиҡлыҡ юлдары. Ғашиҡлыҡ йылдары. Ғашиҡлыҡ хәле. Ғашиҡлыҡ касафаты.
ҒАШИҠТАРСА (Р.: как влюблённый; И.: like one in love; T.: âşıkane)/».
Ғашиҡ кешегә хас булғанса. □ Как влюблённый. ■ Фәхретдинов, олоғайғас та, Мәжнүн кеүек әҙәбиәткә ғашиҡтарса тоғро ҡала. Картотека фондынан.
ҒАШИҠ ТОТОУ (ғашиҡ тот-) (Р: быть влюблённым; И.: be enamoured (of); T.: âşık olmak) ҡ.
Кемгәлер ҡарата һөйөү тойғоһо булыу. □ Быть влюблённым. Ғашиҡ тотоп йөрөү. ■ Ике егеттең бер һыу һөлөгөләй ҡыҙға ғашиҡ тотоп йөрөгәндәрен, ҡыҙҙы бер-береһәнән көнләп атышҡандарын күрһәттеләр, тинем. М. Тажи.
ҒАШШАҠ [ғәр. (Р: страстно влюблённый; И.: infatuated; T.: âşık) с. иҫк.
Үтә ныҡ ғашиҡ. □ Страстно влюблённый. Ғашшаҡ булыу.
ҒАШШАҠ Л ЫҠ (ғашшаҡлығы) (Р: страстная влюблённость; И.: infatuation; T: âşıklık) и. иҫк. кит.
Үтә ныҡ ғашиҡ булыу. □ Страстная влюблённость. ■ Белһәң ине һин уның аҡ күңеленең йомшаҡлығын, бер күрер өсөн был көндәрҙә һиңә ғашшаҡлығын. Ш. Бабич.
ҒАЮР [ғәр. (Р: отважный; И.: brave; gallant; valiant; T.: gayur) с. иҫк. кит.
Ғәйрәтле, ҡыҙыу тәбиғәтле; ғәййәр, батыр. □ Отважный, смелый, горячий. Ғаюр булыу. ■ Был көнгәсә гел эшләнем выждан менән, күп көрәштем ныҡ батыр күңелем ғаюр ҙур йән менән. Мөнәжәттән.
ҒАЯН [ғәр. (Р: ясный; И.: evident; explicit; T.: ayan) с. иҫк. кит.
Күҙгә күренеп торған, ап-асыҡ, билдәле. □ Очевидный, ясный, явный. ■ Эй, Илаһым, әүүәл ахыр эштәрем заһир, ғаян. М. Өмөтбаев.
ҒАЯН ҠЫЛЫУ (ғаян ҡыл-) (Р: указать ясно; И.: explicate; T.: ayan olmak) ҡ. иҫк. кит.
Асып биреү, күрһәтеү. □ Открыть, указать ясно. ■ Шәриғәтте кем уҡытып баян ҡылыр, ғибәҙәттең әхкәмен ғаян ҡылыр. Мөнәжәттән.
ҒЕҮӘТ [ғәр. *3*] (Р: сила; И.: force; power; T.: kuvvet) и. диал.
Кешенең физик һәм аҡыл, уй-ҡөҙрәтенең башҡарып сығарыу көсө, мөмкинлектәре; ҡеүәт. □ Сила; мощь; мощность; энергия. Аң ғеүәте. Аҡыл ғеүәте. Ғеүәте бар. ■ Йәш сағымда көслө-ғеүәтле булдым. Экспедиция материалдарынан.
ҒИБРӘТ I [ғәр. (Р: поучение; назидание; И.: (homily) moral; T.: ibret) и.
1. Уйланырға мәжбүр иткән, һабаҡ бирерлек бер тормош миҫалы, үрнәк. □ Поучение, наставление; назидание. / Поучительный, назидательный. Ғибрәт күрәһең килһә, әйҙә, минең арттан эйәр. Өйҙә ятып ни белерһең? Илгә сыҡһаң, ғибрәт күрерһең. Ғибрәт өсөн. Ғибрәт итеп һөйләү. ■ Бына бабаларыбыҙ нисек ҡалдырғандар! Беҙ уҡыр .. маҡтансыҡтарға бер ҙур ғибрәттер. Ғ. Кейеков. Һеҙҙең өсөн ғибрәт дәресе булыу өмөтө менән үҙ башымдан үткән ваҡиғаларҙың, үҙ уйымса, олуғ вә әһәмиәтле булғандарын һөйләнем. Әммә беҙҙең был донъябыҙ — михнәт вә мәшәҡәт урыны. Р. Фәхретдинов. Ғөрлө ғибрәт күрҙек унда, ҡурҡа ғәзиз йәндәрем. Бәйеттән. • Ғибрәт алмаған үҙе ғибрәткә ҡалыр. Әйтем.
2. Хәшәрәт. □ Удивительное, странное существо. ■ Ҡабан күле күл икән, төбө ғибрәт тулы икән. Халыҡ йырынан.
3. әрл. Асыуланғанда әрләү һүҙе өсөн ҡулланыла. □ Зараза (используется как бранное слово). Кит, ғибрәт, асыуыма тейеп, бушты һөйләп торма.
9- 1.0116.12
257