ҒИБРӘТ
4. Мәғәнә. □ Смысл. ■ Һәр «фән», асыл проблеманы тикшерәсәк вә шул проблеманы өйрәтәсәк урында, Бохарала өйрәнеү менән мәшғүл мәҙрәсәләр ҡағыҙҙарға яҙылған китаптарҙы вә шул китаптарҙың ләззәттәре вә ғибрәттәре тураһында булған һуҙ көрәштереү вә бәхәс уҡыталар. Р. Фәхретдинов.
ҒИБРӘТ II [ғәр. (Р: слишком; И.: too much; T.: fazla) р. диал.
Сиктән тыш, үтә, бик, ғәжәп. □ Очень много, слишком. Баҙарҙа кеше ғибрәт куп.
■ Ул йыл бәрәңге ғибрәт үҫте. Экспедиция материалдарынан.
ҒИБРӘТ АЛЫУ (ғибрәт ал-) (Р: получить назидание; И.: learn a lesson; T.: ibret almak) ҡ.
Һабаҡ алыу, дәрес алыу. □ Получить назидание, нравоучение, извлекать урок.
■ Барыһы ла, тимен, йәшәһендәр — (һәр кемдең дә була бит уҙ юлы). Ямандары — ғибрәт алыр өсөн, яҡшылары — йәнгә дауа булып. С. Ғәбиҙуллин. Бына Ныязғолдан ғына ғибрәт алайыҡ: әле ҡасан ғына бергә бесән сабып йөрөгән егет ине. ^Хәҙер һонолоп һыу ҙа эсмәй. Һ. Дәүләтшина. Башҡаларҙың баштарына килгән хәлдәрҙән ғибрәт ала алмайбыҙ. Р. Фәхретдинов. Илдәремдән биҙҙем, йыһан гиҙҙем, ғәзиз башым ғибрәт алһын, тип. Халыҡ йырынан. • Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал. Әйтем. Ямандан ғибрәт ал, яҡшынан шөһрәт ал. Әйтем.
ҒИБРӘТ БУЛЫУ (ғибрәт бул-) (Р: стать уроком, назиданием; И.: be a lesson; T.: ibret olmak) ҡ.
Һабаҡ булыу, миҫал булыу. □ Быть (служить, являться) уроком, назиданием, предостережением. ■ Юҡ-юҡта арабыҙҙа һинең һымаҡтар осраштырып ҡуя... Ғибрәт булһын. Р. Низамов. Был ғәжәйеп батыр егетте башҡаларға ғибрәт булырлыҡ итеп язаламаҡсы булғандар. Әкиәттән. • Ғәйбәт булмаһын, ғибрәт булһын. Әйтем.
ҒИБРӘТ ИТЕҮ (ғибрәт ит-) (Р: быть в назидание другим; И.: serve as a lesson; T.: ibret almak) ҡ.
1. Нимәнәндер фәһем алыу, үҙеңә һығымта яһау. □ Сделать вывод для себя, брать пример. Кешенән ғибрәт итеу кәрәк донъя көткәндә. • Ғибрәт итмәгән үҙе ғибрәттә ҡалыр. Әйтем.
2. Фәһем алырлыҡ итеп күрһәтеү, һығымта яһау өсөн миҫал итеү. □ Ставить примером в назидание другим. ■ Бөтә ауылға ғибрәт итербеҙ үҙеңде бының өсөн! — тип ҡыҙҙыралар ҡыҙҙар теге ағайҙы. Н. Ғәлимов.
ҒИБРӘТЛЕ (Р: поучительный; И.: instructive; T.: ibretli) с.
Һабаҡ алырлыҡ, аҡылға өйрәтерҙәй. □ Поучительный; назидательный. Ғибрәтле хәл. Ғибрәтле һуҙ. Олатайҙарҙың аҡыллы кәңәштәрен, ғибрәтле тарихтарҙы, йорт-илдең үткәндәре тураһындағы һүҙҙәрҙе халыҡтан ғына ишетәбеҙ. ■ Был төркөмдән ғәрәпсә вә төркисә бәйеттәр вә ғибрәтле һүҙҙәр, әҫәрле йөмләләр бик күп. Р. Фәхретдинов. Ҡый үләне тигәндәй, бер ғибрәтле хәл менән танышырға тура килде. Картотека фондынан. Ҡыҙыҡ ишетәһегеҙ килһә, минең ағайыма барығыҙ инде, — тине бер бабай, — ул Тәңестә тора. Ғибрәтле һүҙ унда күп булыр... К. Мәргән. Балаларға ғибрәтле вә файҙалы хикәйәттәрҙе һөйләү менән берлектә, әҙләп кенә булһа ла, әҫәрле вә ғибрәтле мәҡәләләр, ата-бабаларҙан ҡалған хикмәтле һүҙҙәр вә файҙалы шиғырҙар ятлатыу дауам ҡылынһын. Р. Фәхретдинов. • Ата ғәйрәтле булһа, бала ғибрәтле була. Мәҡәл. Ир ғәйрәтле булһа, ҡатын ғибрәтле була. Мәҡәл.
ҒИБРӘТЛӘНЕҮ (ғибрәтлән-) ҡ. ҡар. ғибрәт алыу. ■ Ильяс бай менән ҡәберҙәр араһында ғибрәтләнеп, әҫәрләнеп йөрөгән ваҡытыбыҙҙа бер ҡәберҙең ташындағы яҙыуҙы дәфтәренә күсереп тороусы янына барып сыҡтыҡ. Р. Фәхретдинов.
ҒИБРӘТӘН [ғәр. (Р: в назидание; И.: as moral admonition; T.: ibreten) р. иҫк. кит.
258