Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 259


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒИБӘРӘТ
Һабаҡ рәүешендә, үрнәк өсөн. □ В назидание, в поучение, для примера, в пример. Ғибрәтән һөйләу.
ҒИБТА [ғәр. ] и. иҫк. кит. ҡар. сәм. Ғибтам уянды. ■ Ауыл халҡы ғибта менән өй-ҡаралтътарын ҡарайҙар. Экспедиция материалдарынан.
ҒИБӘҘӘТ [ғәр. (Р/ молитва; И.: prayer; T.: ibadet) и.
Аллаға табыныу, доға, намаҙ. □ Молитва, мольба, поклонение. Ғибәҙәт йорто. ■ Барыр инем Аллаһына ғибәҙәт өсөн мин дә. М. Сөндөклө. Пәйғәмбәребеҙ өйрәтеп ҡалдырған айырым йолаларҙы утәу фарыз хаж ғибәҙәтен утәу була. Ғибәҙәттең был төрө матди сығымдар, тырышлыҡтар .. талап итһә лә, кешеләр һәм йәмәғәт өсөн дә бик файҙалы ғибәҙәт. Башҡортса дини календарҙан. «Бунд»та рус һул социалистары араһында етәкселек иткән бәғзе эшмәкәрҙәр, асылда, сионистар, синагогаға ғибәҙәткә йөрөгән дини йәһудтәр, ине. Ә.-З. Вәлиди.
ҒИБӘҘӘТ ЙОРТО и. ҡар. ғибәҙәтхана.
ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ (ғибәҙәт ҡыл-) (Р: поклоняться; И.: worship; T.: ibadet etmek) ҡ.
Аллаға табынып, доға, намаҙ уҡыу. □ Поклоняться, молиться, совершать молебен, богослужение. ■ Аллаһы Тәғәлә сәләмәтлек биреп, ғибәҙәттәребеҙҙе уҙебеҙ ҡылыуҙы вә ҡабуллыҡ менән хөрмәтле булыуҙы беҙ фәҡирҙәргә насип итһен ине. Р. Фәхретдинов. Бала саҡтан ғибәҙәт ҡылып уҫкән мәсетебеҙгә инеп, кешегә белдермәй иланым. Ә.-З. Вәлиди. Ағастарға сепрәктәр элеп, ҡорбан салып, ғибәҙәттәр ҡылып уткәрелә торған .. байрам мәжусиҙәрҙә Зәт-Әнуәт тип атала икән. Башҡортса дини календарҙан. Яңғыҙ ғына ғибәҙәт ҡылып, уҙегеҙгә Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәренән бәхет теләп алыр инем, — ти был [мулла]. Р. Ғабдрахманов. Табыныу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн мосолман тиңдәше, иптәше булмаған бер Аллаға инана, Аллаһ ул — бар һәм бер, ти ул. Башҡортса дини календарҙан.
ҒИБӘҘӘТХАНА [ғәр.-фарс.
(Р.: молитвенный дом; И.: house of prayer; church; T.: ibadethane) и.
Ғибәҙәт ҡылыу йорто (мәсет, сиркәу, костёл, храм һ. б.). □ Молитвенный дом (мечеть, церковь, храм и т. д.). ■ Бик куп кешеләр шып-шым булдылар, ғибәҙәтханаларына барып тулдылар. М. Ғафури. Баҫып алынған, таланған ҡала урамдары, әлеге кеуек ук борғо, дөңгөр тауыштары аҫтында көтөу-көтөу ҡыуылған әсирҙәр, дәһшәтле ялҡын солғаған мәрмәр һарайҙар, алтын көмбәҙле ғибәҙәтханалар, тау-тау улъялар килә уның куҙ алдына. Ә. Хәкимов. Был сихыр ғәләмәте менән эшләнгән эштер. Әйҙә, быға [Таҙ батырға] ғибәҙәтхана эшләргә ҡушайыҡ. Әкиәттән.
ҒИБӘРӘ [ғәр. bjLc] (Р: фраза, выражение; И.: phrase; turn of speech; T.: ibare) и. кит.
1. Бер төшөнсәне аңлатҡан, бер нисә һүҙҙән торған берәмек, һүҙҙәр теҙмәһе.
□ Фраза, выражение, высказывание; оборот речи. ■ [Сабир[ йомшаҡ, ләкин һәр һуҙе әмер урынына ҡабул ителерлек ғибәрәләр менән һуҙ башланы. И. Насыри. Бөрйән башҡорттары араһында сәйәхәттең ошо ғибәрәһе хәтергә килде. Ә.-З. Вәлиди. Башҡорт теле, башҡорт ғибәрәһе менән яҙыусыларыбыҙҙан Ғөбәй Дәуләтшин, X. Ғәбитов, Т. Йәнәби һәм Батыр Вәлидовтарҙы алырға мөмкин. Д. Юлтый.
2. Яҙылған әҫәрҙән (мәҡәләнән) өҙөк.
□ Отрывок, фрагмент (текста). ■ [Хәҙрәт:] Һаҙый, һин ғибәрә уҡы! М. Ғафури. Мин кергәндә, ғибәрәне шәкерттәр уҙҙәре уҡыйҙар, уҙҙәре мәғәнә бирәләр ине, уҡытыусы төҙәтеп кенә ебәрә ине. Картотека фондынан.
ҒИБӘРӘТ [ғәр. (Р; состоящий;
И.: consisting (of); T.: ibaret) с. хәб. функ.
Барлыҡҡа килгән (сығн. клш. һуҙ менән ҡушма хәбәр яһап, нәмәнең нимәнән торғанын, нимәне аңлатҡанын белдерә).
□ Состоящий (образует сложное сказуемое со словом в исх. п. в значении «состоит из, составляет, зависит, является чем-то»).
9*
259