ғиддәт
■ Мәржәниҙең бөтөн беҙҙең хаят, ижтимағи вә динебеҙҙәге ҙур фағиләте шунан ғибәрәттер. Ә.-З. Вәлиди. Шахта имгәкләп, теҙләнеп йөрөрлөк рәүештә ҡаҙылған тартар коридорҙарҙан ғибәрәт ине. М. Ғафури. Ҡыйғол партизандары үткән юл тынғыһыҙ төндәрҙән, ҡаты бәрелештәрҙән ғибәрәт. Я. Хамматов. Һиндостандың шәреҡ йәнүбендә булған Сарандиб (Силлан) утрауында яңғыҙ ҡатындарҙан ғибәрәт йыйында, мөнбәргә менеп, бер ҡатын асыҡ тауыш менән ошо аңлайышлы нотоҡто һөйләне. Р. Фәхретдинов. Күңелһеҙ, гел бер төрлө генә күренештәрҙән ғибәрәт ялан артта ҡалды. И. Насыри. Алла кешенең ниҙән ғибәрәт икәнен билдәләй ала. Ғ. Әмири. Ғүмер иһә «фекер» менән «эш»тән ғибәрәт вә шулар менән үлсәнергә тейеш. Р. Фәхретдинов.
ҒИДДӘТ [ғәр. ele] и. дини. ҡар. ғиҙҙәт. Ғиддәт һаҡлау. Ғиддәтте тултырыу.
ҒИҘҘӘТ [ғәр. Ыҫ] (р_: временный запрет вступать в брак; И.: term of chastity; T.: iddet) и. дини.
Ирһеҙ ҡалған ҡатындың икенсе иргә барғансы үткәрергә тейеш ваҡыты (4 ай). □ Период, в течение которого женщине после смерти мужа или развода запрещается выходить замуж. Ғиҙҙәт тултырыу. Ғиҙҙәт һаҡлау. ■ Ҡылысбай, дини ғәҙәт буйынса, дүрт ай ғиҙҙәт тултырғас, абышҡаһы үлгән Ғөлзада исемле тол ҡатынға өйләнде. Ш. Шәһәр. Атаһы үлгәс, әсәһе Сафура, ғиҙҙәте тулыу менән, Ғилаж исемле кешегә көндәш өҫтөнә иргә барҙы. Ж. Кейекбаев. Үҙемдең ирем буласаҡ кешенән ниңә аҡса һорайым, ти, мин. Тик ғиҙҙәт тулғансы сабыр итһен. М. Ғафури.
ҒИҘҘӘТ НӘФӘҠӘҺЕ [ғәр. ьЗо] (р: алименты; И.: alirmony, sort of Moslem rite; T.i iddet nafakası) и. иҫк.
Айырылған ҡатынға ире 4 ай ашарға аҡса йәки ризыҡ биреп тороуы. ■ Алименты. Ғиҙҙәт нәфәҡәһе яҙылған осор.
ҒИЗ [ғәр. > ] (Р: честь; И.: merit; grandeur; T.: izzet) и.
Ололоҡ, бөйөклөк; хөрмәт, дан. □ Честь, почёт, мощь.
ҒИЗАМ [ғәр. (Р.: величие; И.: grandeur; greatness; T.: izam) и. иҫк.
Ололоҡ, бөйөклөк. □ Величие. ■ Егетмен мин, һәр ваҡыт ҡәберем ҡаҙылһа, тән күмелһәлә,.. теләгем, ғизамыма ҡаршы берәү ҙә һырт ҡабартмаһын. Ғ. Иҫәнбирҙин.
ҒИЗЗӘТ I [ғәр. (Р: почитание; И.: veneration; worship; T.: izzet) и. иҫк.
Дан, ҡәҙер, хөрмәт; дәрәжә, ғорурлыҡ, шөһрәт. □ Почитание, слава; честь, достоинство. Ғиззәте бар. ■ Ғиззәт менән үлеү артығырыҡ зилләт менән ерҙә йәшәүҙән. Д. Юлтый. Кешеләр ҡаршында һеҙ ғиззәттә, ҡурҡа улар, беҙҙе күрһәләр һәр ваҡыт. С. Яҡшығолов. Тетрәй төҫлө донъя — ҡауышҡанда ҡыҙ ғиффәте, егет ғиззәте. X. Назар. Мәжлестәрен төҙәткән, ғиззәт-хөрмәт күп иткән. «Башҡорт шәжәрәләре».
ҒИЗЗӘТ II [ғәр. (Р: дорогой; И.: dear; T.: aziz) с.
Ҡәҙерле, һөйөклө. □ Дорогой, милый. ■ Мин бит һине өҙөлөп көтәм, иркәм, ғиззәт бәғерем, ниңә килмәйһең? X. Ибраһимов.
ҒИЗЗӘТ КҮРҺӘТЕҮ (ғиззәт күрһәт-) ҡ. ҡар. ғиззәтләү.
ҒИЗЗӘТЛЕ (Р: достопочтенный; И.: esteemed; venerable T.: izzetli) с. иҫк.
Ихтирамға лайыҡлы, ҡәҙерле, хөрмәтле.
□ Достопочтенный, уважаемый. Ғиззәтле булыу. ■ Дилә хатты уҡырға тотондо: .. «Һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтле булып тороусы минең күҙ нурындай күргән хәләл ефетем Гөлйөҙөмгә». Һ. Дәүләтшина, һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтле булып тороусы Алла юлында йөрөүсе Хөбби-Хужа менән Жиһангир энем хәҙрәттәренә һәм хөрмәтле өй йәмәғәттәренә беҙки ағайығыҙ Мифта-хетдиндан күптән-күп сәләм. Ғ. Ғүмәр.
ҒИЗЗӘТЛЕЛЕК (ғиззәтлелеге) (Р: почитание; И.: veneration; worship; T.: izzet) и. кит. иҫк.
Ғиззәтле булыу, ихтирамлы булыу.
□ Почитание.
260