Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 262


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒИЛЕМЛЕК
■ Иң маҡтаулы, аҡыллы вә ғилемле булыуы менән шөһрәте сыҡҡан был шәкерттең уҙ янымда был дәрәжәлә сабыр итеп вә туҙеп йөрөуенә ғәжәп иттем. Р. Фәхретдинов.
ҒИЛЕМЛЕК (ғилемлеге) (Р: просвещённость; И.: enlightenment; T.: alimlik) и.
Ғилемле булыу, белемлелек. □ Просвещённость, образованность. Ғилемлеге ҙур.
■ Әл-Хәсән мулла Пономарҙа ғилемлек шәп, тиҙәр, хат яҙырлыҡ зиһене юҡ, тип маҡтайҙар. Ш. Бабич. • Ҡыйыулыҡ — ярты ғилемлек. Әйтем. Ғилемлек — нур, наҙанлыҡ — хур. Әйтем.
ҒИЛЕМЛЕКТӘ ТОРОУ (ғилемлектә тор-) ҡ. ҡар. ғилем алыу. ■ Бу рәсемлә бән фәҡир бәндә Баһадиршаһ Ғәли уғлы ғилем тәхсил ҡылмаҡтан суң йыл ярым миҡдары Гәйнә иләуендә Илуш мулла ауылында тор-дым ғилемлектә. «Батырша».
ҒИЛЕМ ЭЙӘҺЕ и. ҡар. ғалим. ■ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, .. алдынғы рус культураһын уҙләштереп, уның байлыҡтары аша башҡорт халҡы тормошона ҡараған, башҡорт халҡын мәғрифәт юлына аяҡ баҫтырыуға хеҙмәт иткән тәуге ғилем эйәһе ине. Ә. Харисов. Мәгәр ҙә куңелемә: «Ошондай бер ғилем эйәһенә иптәш булып ғумер һөрһәң ине», — тигән фекер килә ине, әммә шуны куңелемдән сығарырға тырыша инем. Р. Фәхретдинов.
ҒИЛЙӘТ [ғәр. (Р: избранный; И.: select; chosen; T.: seçkin) и. иҫк. кит.
Һайлап алынған, иң яҡшы, иң һәйбәт нәмә. □ Наилучший, избранный. ■ Сикһеҙ хөрриәтте мин һөйәм, шундай ғилйәтте эҙләйем һәм шуға мин елкенәм. М. Ғафури.
ҒИЛЛӘ [ғәр. (Р: болезнь; И.: malady, ailment; disease; T.: illet) и.
1. Ауырыу, сир, сырхау. □ Болезнь, недуг, хворь; недомогание, слабость. ■ [Атайым ] ун туғыҙынсы йылда тиф ғилләһенән вафат булғайны. С. Кулибай.
2. Күренмәгән, билдәһеҙ сәбәп, дәлил. □ Причина, довод, мотив. ■ Ғашиҡ булыу әкиәт һатыу тугел, бар ғилләһе уның шунда бит! С. Ғәбиҙуллин. Уйландыра, моңландыра
донъя, ниҙә икән уның ғилләһе? X. Назар. Маркс менән Бакунин араһындағы бәхәстәр тик идеологик айырымлығынан сыҡҡанмы, әллә бында беренселеккә ынтылыу ғилләһе бармы? Ә.-З. Вәлиди.
3. диал. Киҙеү. □ Эпидемия, повальная болезнь (скота). Ауылда ғиллә таралды. Малдар араһында ғиллә ҡупты.
4. диал. Билге, эҙ. □ След, признак, последствие. ■ Куҙҙең ғилләһе ҡала. Экспедиция материалдарынан.
5. Кәмселек, етешһеҙлек. □ Физический недостаток, порок. Һәр кемдең дә ғилләһе була.
6. диал. Ҙур, имәнес йән эйәһе. □ Чудовище.
♦ Был ни ғиллә ниҙеңдер сәбәбен белмәй аптырағанда әйтелә. □ соотв. Что за причина, в чём дело. ■ Аҡмуллалар быуатҡа бер тыуа, тиҙәр, уткән быуат утте инде Аҡмуллаһыҙ. Был ни ғиллә: динебеҙгә ҡайттыҡ та бит, мәхәлләбеҙ йәшәй һаман хаҡ муллаһыҙ. Р. Шәкүр.
ҒИЛЛӘТ [ғәр. и. иҫк. ҡар. ғиллә.
ҒИЛМА [ғәр. (Р* учёные; И.: savants; T.: alimler) и. иҫк. кит. йыйн.
Ғалимдар. □ Учёные. ■ Быларҙан башҡа дәхи 300 табаҡтар документ ҡалды, улары ғилма вә дворяндарға мөтәғәллек булмағанлығы сәбәпле ебәрелмәне. Ғ. Кейеков.
ҒИЛМА МӘЖЛЕСЕ (Р: учёное собрание; И.: savants’ assembly; T.: bilimsel toplantı) и. иҫк. кит.
Ғалимдарҙың осрашыуы. □ Учёное собрание. ■ Беуә аръяғындағы Яңы Уртауылында — был Уртауылды «Янтыҡ» тиҙәр, бындағы ҡалатауын «Туймәт тауы» тиҙәр — ғилма мәжлесе яһағандар ине. Ғ. Кейеков.
ҒИЛМАН [ғәр. jUc] (Р: юноша; И.: youth, servant in paradise; T.: gilman) и. иҫк. дини.
Дин тәғлимәте буйынса, йәннәттә хеҙмәт иткән егет. □ Мальчик, юноша, парень — служитель рая. ■ Иҫереп алған байҙың ожмахтағы хур ҡыҙҙарын йәш ғилмандан
262