ҒИМАРӘТ
(үҫмерҙән) көнләү, тауыш-ғауғаны һүрәт-ләүе аша шағир был байҙың сатирик портретын бирә. Ғ. Рамазанов.
ҒИЛМЕҠӘЛӘМ [ғәр. Л] (Р’ религиозная философия; И.: religious philosophy; T.: dini felsefe) и. иҫк. кит.
Дини фәлсәфә. □ Религиозная философия. Ғилмеҡәләм өйрәнеү.
ҒИЛМЕНАФИҒ [ғәр. (Р.: полез-
ная наука; И.: useful scholarship; T.: faydalı bilim) и. иҫк. кит.
Файҙа бирә торған ғилем, файҙалы белем. □ Полезная, познавательная наука.
■ Хәлфә доға ҡылды, тәкрар тәүфиҡ һәм ғилменафиғ теләне. М. Ғафури.
ҒИЛМИ [ғәр. (Р: научный; учёный; И.: scientific; scholarly; T.: ilmi) c.
1. Ғилемгә бәйле, ғилемгә, фәнгә мөнәсәбәтле; фәнни. □ Научный; учёный. Ғилми эш. Ғилми конференция. Ғилми түңәрәк. Ғилми хеҙмәт. Ғилми хеҙмәткәр. ■ Зиннәт ғилми журналдар ҙа уҡый башланы һәм мәғәнәләш һүҙҙәр проблемаһы менән ҡыҙығып китте.
3. Ураҡсин.
2. Теөрияға нигеҙләнгән, теоретик. □ Теоретический. Ғилми һығымта.
ҒИЛМИ ДӘРӘЖӘ (Р: учёная степень; И.: learned degree; T.: ilmi derece) и.
1. Ниндәйҙер бер фән өлкәһендәге ғилми квалификация. □ Учёная степень.
■ С. Солтановҡа география-минерология кандидаты тигән ғилми дәрәжә бирелә. Т. Сәғитов.
2. ҡар. ғилмиә. ■ Имам булып китеүсе шәкерттәр ҙә был ауыл ҡыҙҙарының ғилми дәрәжәләре һәм дә әҙәпле вә күркәм әхлаҡлы булыуҙарын беләүҙәренә күрә, байлыҡ вә ярлылыҡҡа ҡарамай, ошо ауыл ҡыҙҙары араһынан кәләш һайлауға иғтибар итәләр, һәр яҙын өс-дүрт ҡыҙ сит ауылдарға оҫтабикә булып китеп торалар. Р. Фәхретдинов.
ҒИЛМИ ТЕЛ (Р: язык науки; И.: scholarly language; T: bilim dili) и. лингв.
Фәнни телмәр. □ Язык науки, научный стиль. ■ Мәғәнәләш һүҙҙәр, тиһең инде,
мырҙам. Ғилми тел менән әйтһәк, синонимдар була инде. 3. Ураҡсин.
ҒИЛМИ-ТЕХНИК (Р.: научно-технический; И.: scientific and technical; T: bilimsel ve teknik) c.
Ғилемгә һәм техникаға мөнәсәбәтле. □ Научно-технический. Ғилми-техник мәғлүмәттәр. Армиянан ҡайтҡандан һуң Ҡадир ғилми-техник зертханаһына эшкә килде.
ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ (Р: науч но-исследовательский; И.: (scientific and) research; T: ilmi araştırma) c.
Ғилми эштәр менән шөғөлләнгән. □ Научно-исследовательский. Ғилми-тикшеренеү институты. Ғилми-тикшеренеү эше.
ҒИЛМИ ХИКМӘТ [ғәр. ^1с] и. иҫк. кит. ҡар. фәлсәфә. ■ Ғилми хикмәтте юнан, йәғни грек телендә философия, тиҙәр. М. Өмөтбаев.
ҒИЛМИӘ [ғәр. (Р: научность; И.: scientific character; scientific nature; level of knowledge; T.: ilmiye, bilgi düzeyi) и. иҫк. кит.
Белем күләме. □ Уровень знания; научность. Хеҙмәттең ғилмиәһе бик юғары.
ҒИЛӘЖӘТ [ғәр. oUöb] (Р: средство; И.: means; remedy T.: ilaç) и. иҫк. кит.
Сара, әмәл, дауа; дарыу. □ Средство, лекарство. ■ Сиренән ғиләжәт табылманы.
ҒИЛӘҮӘ [ғәр. (Р: приложение, добавление, прибавка; И.: supplement; addition; T: ilave) и. иҫк. кит.
Өҫтәмә, ҡушымта. □ Приложение, добавление, прибавка. Ғиләүә килтерҙе. Китапҡа ғиләүә. Ғиләүә яҙыу.
ҒИМАРӘТ [ғәр. bjUc] (Р: строение; И.: edifice; T.: imaret) и. иҫк. кит.
1. Ҡоролма, ҡаралты, йорт. □ Строение, здание, постройка. ■ Тағы Сухарёв башняһы тигән ғимарәтте күрҙек. М. Өмөтбаев. Был ғимарәт йөмләһе вайран икәндер, белмәнем. Мөнәжәттән. Ғәйре ғәжәйеп ғимарәттәр бихисап күп. М. Өмөтбаев.
2. Төҙөлөш. □ Строительство. Ғимарәт етәксеһе. Ғимарәт эше.
263