Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 264


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ғиммәт
3. Билдәле урынға ҡарата: шунда йәшәгән халыҡтың һан яғынан тығыҙлығы.
□ Населённость, плотность населения.
ҒИММӘТ [ғәр. (Р.: радость; И.: joy; T.: himmet) и. диал.
Ғорурлыҡ, шатлыҡ. □ Радость, гордость. Ата-әсәңә һәр ваҡыт ғиммәт булып ҡал.
ҒИНАД [ғәр. (Р: упрямство; И.: stubborness; T.: inat) и.
Үҙһүҙлелек, еңмешлек, тиҫкәрелек.
□ Упрямство. Ғинад итмә, ризалаш.
ҒИНУАР [рус. январь < лат. januarus] (Р: январь; И.: January; T.: Ocak) и.
Календарь йылының беренсе айы; һыу-ығай. □ Январь. Ғинуар айы. Ғинуар башы. Ғинуар һыуығы. ■ Боронғо Рим грамоталары, 1817 йылда ғинуарҙың 16-сы ҡонөндә яҙылып, 1837 йылда август печатныйға баҫтырылды. М. Нәҙерғолов. Бит алмаң соҡорҙарында ғинуар ҡары ирене. Ылыҫтанмы, әллә куктән аҡыҡ ынйы тугелде. Ф. Күзбәков.
ҒИНӘБ [ғәр. (Р: изюм; И.: raisins; Т.: üzüm) и. бот.
Йөҙөм. □ Изюм.
ҒИНӘЙӘТ [ғәр. (Р: забота; И.: care; solicitude; T.: inayet) и. иҫк. кит.
Ярҙам, хәстәрлек. □ Заботливость, забота, внимание, уход. Ғинәйәт куреу. Ғинәйәт ҡылыу.
ҒИНӘЙӘТ ИТЕҮ (ғинәйәт ит-) (Р: помогать; И.: aid; T.: inayet etmek) ҡ. иҫк. кит.
Ярҙам итеү, хәстәрлек күреү. □ Проявить заботу, заботиться, помогать. Ғинәйәт итә алманым.
ҒИНӘЙӘТ ҠЫЛЫУ (ғинәйәт ҡыл-) ҡ. ҡар. ғинәйәт итеү.
ҒИРАСИ I [ғәр. (Р: бойкий; И.: glib; pert; T.: kötü kalpli) с. иҫк.
Уҫал, үткер. □ Живой, бойкий, расторопный. Килен ғираси булғанлыҡтан, уҙем саҡ һыйып торам.
ҒИРАСИ II [ғәр. (Р: сводничество; И.: procuration; T.: aracılık) и.
Димселек. □ Сводничество.
ҒИРФАН [ғәр. (Р: познание; И.: cognition; upbringing; T.: irfan) и. иҫк.
1. Аң, белем, тәрбиә. □ Знание, познание; воспитание. ■ Кемдең зауҡы юҡ — ғирфаны юҡтыр, кемдең ғирфаны юҡ — выжданы юҡтыр. М. Аҡмулла.
2. Ҡәҙерен белеү, рәхмәт белдереү.
□ Признательность. ■ Ғирфан абзый бер шәһәрҙә — ғирфаны юҡ бер ахун. Ш. Бабич.
ҒИСАБАД [ғәр. (Р: христианство; И.: Christianity; T.: Hıristiyanlık) и. иҫк. һөйл.
1. Христианлыҡ, христиан дине кешеһе.
□ Христианство. ■ Ғисабадтар, йыйылышып, бик куп уҡыйҙар гәзитте; ҡытайҙарҙың баҙарында бик куп курҙек кәмитте. Бәйеттән.
2. Өйөр, партизандар төркөмө; ҡораллы юлбаҫарҙар. □ Шайка, банда; партизанский отряд; захватчики.
ҒИСМӘТ [ғәр. (Р/ непорочность; И.: honour; T.: ismet) и. иҫк. кит.
1. Күңел сафлығы, намыҫ. □ Непорочность, чистота, честь; стыдливость. ■ Куҙ-ҙәрең, ул куҙҙәреңдә аңҡый ғисмәт, балҡый нур. Б. Мирзанов.
2. Һаҡлау, ҡурсалау. □ Защита, покровительство.
ҒИССА [ғәр. (Р: сказание; И.: tale; T.: kıssa) и. диал.
1. Берәй тарихи ваҡиға йәки тарихи шәхес тураһында хикәйәләү; ҡисса. □ Рассказ, поэма (описание или повествование об историческом событии или о личности). Ауыл ғиссаһын яҙҙым.
2. Өлөш. □ Доля, порция, пай, часть. Ауыл халҡына уҙ ғиссаларын булеп бирҙеләр.
ҒИСЪЯН [ғәр. (Р: бунт, неповиновение; И.: rebellion; insubordination; T.: isyan) и. иҫк.
Баш күтәреү, фәтнә, бола. □ Бунт, неповиновение, мятеж. Ғисъянды баҫтырырға уҙе теләп бара.
ҒИСЪЯНСЫ (Р: бунтовщик; И.: rioter; T.: isyancı) и. иҫк.
Баш күтәреүсе, фетнәсе, боласы. □ Бунтовщик. Ғазапланған һәм рәнйетелгән ғисъянсы.
264