Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 265


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒИФФӘТЛЕ
ҒИСЪЯНСЫЛЫҠ (ғисъянсылығы) (Р.: гисьянство; И.: rebelliousness; T.: isyancılık) и. иҫк. әҙ.
XX быуат әҙәбиәтендә инҡилаптан һуң барлыҡҡа килеп, сикләнмәгән шәхси азатлыҡты яҡлау, иҫке мираҫты тулыһынса инҡар итеү йүнәлешен алған әҙәби ағым.
□ Гисьянство (течение в литературе после революции, которое защищало свободу личности и полностью отрицало старое наследие). Ғисъянсылыҡ ағымы. Ғисъянсылыҡ поэзияһын тәнҡитләу. ■ Иҫке поэтик мираҫҡа өҫтән ҡарау шағирҙарҙаяцы быуындың бунтарлығын, эҙләнеуҙәрен уҙенә туплаған ғисъянсылыҡ тигән ағым [1922 йылдарҙа] шаҡтай көслө уҫеш алды. Ғ. Рамазанов.
ҒИТАБ [ғәр. (Р: порицание; И.: blaming; censure; T.: azar) и.
Шелтә, эр. □ Порицание.
ҒИТЕР [ғәр. j^c.] (Р: душистое масло; И.: perfume; T.: parfüm) и.
Еҫле май, хушбуй. □ Душистое масло, духи.
ҒИТРӘТ [ғәр. ûjjc] (Р: семья; И.: family; household; T.: family; И.: aile) и.
1. Ғаилә. □ Семья.
2. Туған-ырыу. □ Род, племя.
ҒИУАЗ [ғәр. (Р: равный обмен; И.: equal exchange; T: eşit değişim) и.
Бәрәбәр алмаш. □ Равный обмен. Ғиуаз булыу.
ҒИФЛӘТ [ғәр. и. ҡар. ғәфләт.
■ Халыҡ белә тора ғафил ятар. Ғифләттән уяныу юҡ, оялыу юҡ — каруандар утеп ятар ҡатар-ҡатар. М. Аҡмулла.
ҒИФРИТ [ғәр. (Р: дух, демон; И.: demon; evil spirit; T: İfrit) и.
1. миф. Ҡурҡыныс, ҙур, яуыз зат; дейеү һымаҡ зат. □ Злой дух, бес, демон. ■ Егет ҡылысы менән сапҡан икән, ғифриттең башы әҙ генә өҙөлмәй ҡалған. Әкиәттән.
2. кусм. Уҫал, яуыз, рәхимһеҙ көс.
□ Большая, сильная, страшная сила.
■ Бысраҡ, еуеш хибесхана баҙында ятып, аслыҡтан, һыуһауҙан тамам хәлһеҙләнгән Сәйфелмөлөктө ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, оҙон һалпы
мыйыҡлы, ғифрит һынлы йәлләд һыңар ҡулы менән елкәһенән тотоп кутәрҙе лә урғылып ҡайнаған ҙур ҡаҙан янына баҫтырҙы. Ә. Хәкимов. Минең бөтә ҡайғым — батареямды изге еремдең ҡуйынына һыйындырып, мөмкин булған ҡәҙәр дошман куҙенән йәшереп, ваҡыты еткәс, донъялағы иң көслө Алып батыр кеуек ҡалҡытып, дошман танкыларын ҡаршылау һәм ул ғифриттәрҙең бөтәһен дә йәнен алғансы ҡыйратыу һәм юҡ итеу... Н. Асанбаев. Ә инде кумәк булмаһалар (әйтәйек, биш-алты танк), ул ғифриттәрҙе алты йөҙ метр ҡалғансы уткәреп ебәрәбеҙ ҙә тура туптарҙы төҙәп бәрәбеҙ. Н. Асанбаев.
ҒИФФӘТ [ғәр. (Р: честность; И.: honour; purity; T: iffet) и.
1. Сафлыҡ, паклыҡ. □ Честность, добропорядочность. S Әҙәп булыу сәбәпле, ғаләм нурға кумелә, әҙәп булыу сәбәпле, фәрештәләр ҙә пак һәм ғиффәт эйәһе. Башҡортса дини календарҙан.
2. Ҡыҙҙарҙағы сафлыҡ, намыҫлылыҡ.
□ Целомудрие, девственность, невинность, непорочность. ■ Тетрәй төҫлө донъя — ҡауышҡанда ҡыҙ ғиффәте, егет ғиззәте. X. Назар.
3. Баҫалҡылыҡ, инсафлыҡ. □ Скромность.
ҒИФФӘТЛЕ (Р: добропорядочный; И.: sinless; T: iffetli) с.
1. Саф, пак, намыҫлы, бысранмаған.
□ Добропорядочный, высоконравственный, честный. Ғиффәтле бала.
2. Ҡыҙлыҡ намыҫы булған, саф. □ Целомудренная, девственная, невинная, непорочная. Ғиффәтле ҡыҙ. Ғиффәтле булыу — ҡыҙҙарҙың иң ҙур байлығы. ■ Әй, ғиффәтле .. Миңлеһылыу... Битеңдең иң осонда нурлы миңең. Үҫеп етеп киләлер зифа буйың. С. Яҡшығолов.
3. кусм. Таҙа, бысранмаған, саф. □ Чистый, непорочный. Бөгөн беҙ ҡушылдыҡ. Бөтә донъя ана ниндәй саф, ғиффәтле, куркәм. М. Кәрим.
265