Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 266


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒИФФӘТЛЕК
ҒИФФӘТЛЕК (ғиффәтлеге) (Р.: порядочность; И.: decency, honesty, integrity; T.: iffet) и.
Сафлыҡ, паклыҡ, ғиффәтле булған хәл.
□ Порядочность, честность, совестливость. Тәбиғәттәге ғиффәтлек. ■ һин юҡҡамы [әсәй] .. урмандарҙың бөттө ғиффәтлеге, ә аҡҡоштар биҙҙе кулдәрҙән. Н. Нәжми.
ҒИФФӘТҺЕҘ (Р.: безнравственный; И.: unchaste; T.: iffetsiz) с.
1. Ғиффәтен һаҡламаған. □ Безнравственный, порочный, распущенный. ■ Ошбу рәуештә булған кешеләр берлә дуҫ булыуҙан һаҡланыу лазым: яман вә уҫал кешеләр, холоҡтары боҙолған әҙәмдәр берлә иптәш вә мәжлестәш булыусылар, тәбиғәттәре боҙоҡ вә ғиффәтһеҙ әҙәмдәр. Р. Фәхретдинов.
2. Ҡыҙлыҡ намыҫы булмаған. □ Нецеломудренная.
ҒИФӘРӘТ [ғәр. -i»1»] (Р.: чрезмерно; И.: very; much T.: ifrat) р.
Ифрат. □ Чрезмерно; излишне; чрезвычайно. ■ Бында еләк ғифәрәт куп. Экспедиция материалдарынан.
ҒИШ-ҒИШРӘТ [ғәр. (Р: гу-
лянка; И.: party; merrymaking; T.: eğlence) и.
1. һыйлы күңел асыу, уйын-көлкө, кәйеф-сафа; типтереш. □ Гулянка, развлечение. ■ Халыҡтың хәленә баҡһаң, аяныс, мәңге көлмәҫлек. Берәуҙәр типтерә, ғумер итә ғиш-ғишрәттә. М. Ғафури.
2. кусм. Эскеле аҙғын мөнәсәбәт; уйнаш.
□ Распутное отношение, разврат, распутство.
ҒИШ-ҒИШРӘТ ИТЕҮ (ғиш-ғишрәт ит-) (Р: вести беззаботную жизнь; И.: have fun; T.: eğlenmek) ҡ.
1. Ашап-эсеп, күңел асыу; муллыҡта йәшәү. □ Вести беззаботную, весёлую жизнь.
2. кусм. Аҙғынлыҡ ҡылыу, уйнаш итеү.
□ Заниматься распутством. ■ Коньяк-шам-панский ҡулға тотҡан берәу әҙер ғиш-ғишрәт итергә. X. Ғәбитов.
ҒИШ-ҒИШРӘТ ҠЫЛЫУ (ғиш-ғишрәт ҡыл-) ҡ. ҡар. ғиш-ғишрәт итеү. ■ Тәуәкәй мең дә һикһән биш ҡаҙаҡҡа баш булды, һәр
тарафҡа кусеп йөрөнөләр, ғиш-ғишрәт ҡылдылар, ғәҙеллек менән йорт көттөләр. «Башҡорт шәжәрәләре».
ҒИШРӘТ [ғәр. (Р: застолье; И.: feast; party; T.: işret) и.
1. Ашау-эсеү, күңел асыу мәжлесе. □ Застолье. Ғишрәт ҡороу.
2. Яҡынлыҡ, дуҫлыҡ. □ Дружба.
ҒИШРӘТ ҠЫЛЫУ (ғишрәт ҡыл-) ҡ. ҡар. ғиш-ғишрәт итеү.
ҒИШРӘТ ҺӨРӨҮ (ғишрәт һөр-) ҡ. ҡар. ғиш-ғишрәт итеү.
ҒИШЫҠ (ғишығы, ғишҡың) [ғәр. 3^] (Р: любовь; И.: affection; amour; T.: aşk) и.
Кемгәлер булған көслө яратыу, һөйөү тойғоһо; мөхәббәт, хис. □ Любовь, влюблённость. Ғишыҡ тойғоһо. Ғишыҡ хисе. ■ Ғишыҡ уты, ғумер итә-итә, йөрәктәрҙән кусә тормошҡа. X. Назар. Боландыҡылай куҙе менән бер ҡарап ҡуйһа, ғишығы тоҙағына килеп эләгеуеңде көт тә тор! Ә. Ҡарғалы. Ғишҡың ғына мине, ай, иҫертә, әйтеп кенә аңлар ҙа кеше юҡ. Халыҡ йырынан. Ғишыҡ егетте тамаҡтан ҡалдыра, йоҡоһон ала, тамам киптерә. Әкиәттән. Ғашиҡ булдым. Ләкин мин ғишҡымды әйтеп бирҙем ябай тел менән. М. Кәрим.
ҒИШЫҠ-ҒӘШРӘТ (Р: распутная жизнь; И.: debauchery; T.: sefahat) и. йыйн.
Кәйеф-сафа ҡороу, ғишыҡ ҡатыш күңел асыу. □ Распутная жизнь, разврат.
■ Батша юлға сығып киткәс тә, һецлеһе егетте төрмәнән сығарып, уның менән ғишыҡ-ғәшрәткә кереште, ти. Әкиәттән. Ғишыҡ-ғәшрәт ниңә кәрәк был тормошта, уйланайыҡ, юлланайыҡ хаҡ булмышҡа. Мөнәжәттән.
ҒИШЫҠЛАНЫУ (ғишыҡлан-) (Р: влюбиться; И.: fall in love; T.: âşık olmak) ҡ.
Ғашиҡ булыу. □ Влюбиться, полюбить.
■ Ғишыҡланып, утҡа янып, ҡауышмағас, ни файҙа? Халыҡ йырынан.
ҒИШЫҠЛЫҠ (ғишыҡлығы) (Р: влюблённость; И.: love (for); affection; T.: aşıklık) и.
266