ҒОР
ҒОР оҡш. ҡар. ғыр. Ғор килә.
ҒОРАБ [ғәр. <АА] (Р.: ворон; И.: raven; Т.: karga) и. зоол. иҫк. кит.
Ҡара ҡарға; ҡоҙғон. □ Ворон. ■ Һин ғораб тип уйлағаның асылы шоңҡар булмаһын. М. Аҡмулла.
ҒОРАЗ [ғәр. ı»-] (Р: корысть; И.: gain; T.: menfaat) и. иҫҡ. һөйл.
1. Табыш, файҙа. □ Корысть, корыстное желание. ■ Һәр бер эштә ғораз берлән талашабыҙ, аһ жаһилиәт майҙанында аҙашабыҙ. Бәйеттән.
2. Юҡ-бар, ваҡ-төйәк нәмә. □ Всякая мелочь, случайное явление.
3. Тура килмәү, ҡаршылыҡ. □ Противоречие, противодействие.
ҒОРБӘТ [ғәр. (Р: чужбина; И.: foreign land; T: gurbet) и. иҫк. кит.
Тыуып йәшәгән ерҙән йыраҡ булған ер. □ Чужбина. ■ Тыңла, ҡалдым ғорбәттә, һәләк булам фираҡта. М. Өмөтбаев.
ҒОР-ҒОР (Р: подражание бульканью или храпу; И.: onomatopoeic word; T: cumbuldama) оҡш.
Урғылып йәки ҡалтырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание бульканью или храпу. Ғор-ғор һөйләү. ■ Әбей менән бабай ғор-ғор йоҡлай, ти. Әкиәттән.
ҒОР-ҒОР ИТЕҮ (ғор-ғор ит-) (Р: храпеть; И.: snore; T: horlamak) ҡ.
Урғылып йәки ҡалтырап сығыу (тауышҡа ҡарата). □ Храпеть. Ғор-ғор итеп кем йоҡлай унда?
ҒОР ҘА ШАР оҡш. ҡар. ғор-шар.
ҒОР ҘА ШАР КИЛЕҮ (ғор ҙа шар кил-) ҡ. диал. ҡар. ғор-ғор итеү. Бер нисә юлаусы ғор ҙа шар килеп йоҡланы.
ҒОРЛА [рус. горло] (Р: горло; И.: throat; T: boğaz) и. анат. диал.
1. Боғаҙ. □ Горло. ■ Бүре һарыҡтың ғорлаһынан алды. Экспедиция материалдарынан.
2. Боғарҙаҡ. □ Трахея.
3. Төйөн, күмәгәй. □ Кадык, «адамово яблоко».
ҒОРЛАУ (ғорла-) ҡ. ҡар. ғоролдау. Ғорлап йоҡлап китеү.
ҒОРЛАУЫҠ (ғорлауығы) (Р: трахея;
И.: trachea; windpipe T: nefes borusu) и. анат. диал.
Боғарҙаҡ. □ Трахея. Ғорлауығында сир таптылар.
ҒОРЛО бәйл. диал. ҡар. ҡорло. ■ Шу ғорло ултырҙығыҙмы? Экспедиция материалдарынан.
ҒОРЛОҒО (Р: сколько-нибудь; И.: not much to speak about; T:... kadar) бәйл. диал.
Төҫлө, тиклем. □ Сколько-нибудь. ■ Әллә ни ғорлоғо бесәне юҡ бында. Экспедиция материалдарынан. Әллә ни ғорлоғо шуның һөйкөмө юҡ. Экспедиция материалдарынан.
ҒОРНАЙ (Р: трахея; И.: trachea; T: nefes borusu) и. анат. диал.
Боғарҙаҡ. □ Трахея. ■ Атайымдың ғор-найына яман шеш сыҡҡайны. Экспедиция материалдарынан.
ҒОРОБ [ғәр. и. диал. ҡар. ғөрөф.
ҒОРОЛДАУ (ғоролда-) ҡ. ҡар. ғырылдау. Ғоролдап йоҡлап китеү.
ҒОРОР (Р: охотно; И.: willingly; Т: memnuniyetle) р. диал.
Әүәҫ. □ Охотно, с увлечением. Минең инәйем балаҫ һуғыуға ғорор ине.
ҒОРРӘ I [ғәр. ûjb] (Р/ белая отметина, звёздочка; И.: star; T: akıtma) и. иҫк. кит.
1. Йондоҙ ҡашҡа (аттың маңлайындағы аҡ тап). □ Белая отметина, звёздочка (на лбу лошади).
2. Бөҙрә сәс шәлкеме, маңлай сәсе. □ Локон, чёлка.
3. Яҡтылыҡ, ялтырауыҡ. □ Свет, блеск. ■ Уларҙың моратынса йөрөй бирһәң, дин ислам ғоррәһен ҡырмаҡ кәрәк. М. Аҡмулла.
ҒОРРӘ II [ғәр. ûjc] (Р: славный; И: worthy; T: şanlı) с.
Данлыҡлы, лайыҡ, намыҫлы. □ Славный, достойный, благородный.
ҒОРҪЛАУ (ғорҫла-) ҡ. диал. ҡар. гөрҫләү. Иҫен юғалтып, иҙәнгә ғорҫланы.
ҒОРУР I [ғәр. jjjC’] (Р: гордый; И.: proud; T: gururlu) с.
270