ҒӨМҮМӘ
ҒӘЛӘМ [ғәр. (Р.: мальчик; И.: boy; male child; T.: oğlan) и.
1. Ир бала. □ Мальчик.
2. Хеҙмәтсе малай. □ Слуга-мальчик.
ҒӨЛӘМӘ [ғәр. (Р/ учёные; И.: the learned ones; theologians; T.: alimler) и. иҫк. йыйн.
1. Уҡымышлы кешеләр; ғалимдар. □ Учёные. ■ Ваҡиғала шул әҙәмдәрҙән күптәре ғилем вә мәғрифәт тураһында түрҙә сапан вә салманан ултырған ғөләмә синыфы менән ярышырға көслө икәнлектәре көн кеүек асыҡ булды. Р. Фәхретдинов. Таҡизада Табриздағы ғөләмә ғаиләһенән сыҡҡан, минән ун-ун ике йәшкә өлкәнерәк, ҡатыны — немка. Ә.-З. Вәлиди.
2. Дин белгестәре, дин әһелдәре, дин башлыҡтары. □ Богословы, теологи. Әһле ғөләмә. ■ Икенсе көндө ғөләмәне йыйып зыяфәт итте. М. Өмөтбаев.
ҒӨМДӘ [ғәр. (Р: опора; И.: prop; base; foundation; T.: umde) и. иҫк. кит.
1. Таяныс, терәк, таянырлыҡ һәм ышанырлыҡ нәмә. □ Опора, основа, база. Ғөмдә булыу.
2. Ауыл старостаһы. □ Деревенский староста. Ғөмдәгә мөрәжәғәт итеү.
ҒӨМӨРҘАЯ и. бот. диал. ҡар. умырзая. Аҡ, һары, күк, ҡыҙыл ғөмөрҙаялар яланда үҫәләр.
ҒӨМРАН [ғәр. ûL^] (Р: благоустройство; И.: improvement; T: ümran) и.
1. Төҙөклөк. □ Благоустройство. Ҡала-ныц ғөмраны.
2. ҡар. үҫешкәнлек. Сәнғәт ғөмраны. Мәҙәниәт ғөмраны.
3. ҡар. мәҙәниәт. Ғөмран үҫеше.
ҒӨМРӘ [ғәр. ûjac] (Р/ паломничество; И.: pilgrimage to Mecca at any time of the year; T: umrah) u.
Теләгән бер ваҡытта ҡыла торған кесе хаж.’ □ Паломничество. Ғөмрәгә барыу. Ғөм-рәлә булыу.
ҒӨМҮМ [ғәр. с. ҡар. дөйөм 3. ■ Туҙҙырҙым ғөмүм мөлкәтте, әйтеп булмай — мин ғәйепле. Ш. Бикҡол. Минең
улдарымдың иҫән ҡалыуы менән эш бөтмәй, һеҙ ғөмүм инсандарҙың ошо мәмләкәтебеҙҙең әсирлек ыҙаларынан азат булыуҙары өсөн доғалар ҡылығыҙ! — тип үтә инем. Р. Фәхретдинов.
ҒӨМҮМИ [ғәр. с. ҡар. дөйөм 4. Ғөмүми йыйылыш. Ғөмүми уҡыу. Ғөмүми модаға эйәреү. ■ Баш һүҙ урынына Нәҡи Иҫәнбәт «Мәҡәлдәрҙең халыҡтарҙа ғөмүми һәм бәхәсле яҡтары» тигән инеш һүҙ яҙған. Н. Асанбаев. Һуңғы көндәрҙә мин үҙем мәҙкүр мәжлестә һүҙ һөйләгән хәҙрәттәр менән ғөмүми вә хосуси мәжлестәрҙә булдым. Р. Фәхретдинов. Ҡыуаныслы күренештәрҙе республиканың ғөмүми хәл-торошонан, ундағы һәйбәт үҙгәрештәрҙән, уңай тенденцияларҙан айырып ҡарау мөмкин түгел. Р. Шәкүр. Сөнки фронттың бер яғы ғөмүми булған кеүек, мәғлүм фронттың көрәшселәре йәки типтары ла беҙгә ят түгел. Ғ. Хәйри. Хәҙер инде бер-береһенә күрше булған дәүләттәр үҙ-ара ғөмүми үлсәү ҡулланһалар, .. таможня һәм пошлина алыу эштәренең ни тиклем ябайлашасағын һәр кем бик асыҡ күҙ алдына килтерә алһа кәрәк. С. Агиш.
ҒӨМҮМИЛЕК (ғөмүмилеге) (Р: универсальность; И.: generality; T: umumilik) и.
Ғөмүми булыу, һәр кем өсөн уртаҡ булыу. □ Универсальность, общность. Уйҙар ғөмүмилеге.
ҒӨМҮМИЛӘШЕҮ (ғөмүмиләш-) ҡ. ҡар. дөйөмләшеү 1, 2. Ғөмүмиләшеп дөйөм фекергә килеү.
ҒӨМҮМИЛӘШТЕРЕҮ (ғөмүмиләш-тер-) (Р: обобщать; И.: generalize, summarize; T: umumileştirmek) ҡ.
Һәр кем өсөн уртаҡ ҡылыу, типиклаштырыу. □ Обобщать. ■ Бөтә ҡатын-ҡыҙ хаҡында ла ғөмүмиләштереп һөйләргә ярамай. Экспедиция материалдарынан.
ҒӨМҮМӘ [ғәр. мөн. ҡар. ғөмүмән II. ■ Ғөмүмә боҙоҡ холоҡтарҙы яманлап вә яҡшы холоҡтарҙы мәдехләп һөйләү кәрәк. Р. Фәхретдинов.
273