Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 274


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӨМҮМӘН
ҒӨМҮМӘН I [ғәр. (Р.: вообще; И.: on the whole; T.: umumen) p.
Һәр саҡ, һәр ваҡыт, гел. □ Вообще, всецело, целиком; в совокупности. Ғөмумән яҡшы әҙәм. ■ Уҡыу вә уҡытыу, ғөмумән, ғилем өйрәнеу, вәғәздәр вә нәсихәттәр дини эштәрҙән булһалар ҙа, ул ғөләмәләрҙең ҡиәфәттәре вәрәуештәре — донъяуи эштәрҙән. Р. Фәхретдинов.
ҒӨМҮМӘН II [ғәр. (Р: вообще; И.: on the whole; T.: umumen) мөн.
Алда әйтелгән фекерҙәрҙе йомғаҡлау алдынан ҡулланыла: дөйөм алғанда, йомғаҡлап әйткәндә. □ Вообще, в общем, в целом. Ғөмумән алғанда. Ғөмумән әйткәндә. ■ Ер һатыуҙы, ғөмумән, туҡтатырға, сөнки ул бик ҡиммәтләнде, аренданан да ҙур доход килә. М. Өмөтбаев. Ғөмумән, тотош ауыл ҡатындары бил бөккән сөгөлдөрҙә лә ирҙәр аты алдан йөрөй: Салих бисәһе, Мәҡсут бисәһе, уҡытыусы Әмин бисәһе — уҙҙәренең исемдәре юҡ. Г. Яҡупова. Ҡарғалар өҙлөкһөҙ ҡарҡылдаша, ғөмумән, ниндәйҙер шомло урын. Өҫтәуенә, төрмәнең эргәһендә генә зыярат. М. Ямалетдинов.
ҒӨМӘЛӘТ [ғәр. (р: надбавка; подарок; И.: increase; mark-up, bonus; T.: ödenek) и. иҫк. кит.
1. Яҡшы эш өсөн бирелгән өҫтәмә хаҡ; бүләк. □ Надбавка, плата, деньги; подарок, бонус. Хужалар ғөмәләт таратты эшселәренә.
2. кусм. Орден, миҙал. □ Орден, медаль. Батыр яугирҙар ғөмәләт алып ҡайта. ■ Шундағы батырлығы өсөн Петр батшаның уға [Арыҫланға] уҙ ҡулы менән ҡаһарманлыҡ ғөмәләте таҡҡанын Килмәк яҡшы белә. Ғ. Ибраһимов.
ҒӨНӨФ [ғәр. и. ҡар. ҡырыҫлыҡ. Ғөнөфөн ғәфу ҡылыу. Ғормошта ғөнөф тә кәрәк.
ҒӨНҮД [ғәр. Ъ*.] и. ҡар. еңмешләнеү. Ғөнуд яҡшы куренеш тугел.
ҒӨРБӘТ [ғәр. (Р: чужбина; И.: foreign land; T.: gurbet) и. иҫк.
1. Ят ер, сит ил. □ Чужбина. Ғөрбәткә китеу. Ғөрбәттән ҡайтты. Ғөрбәттә йөрөу.
2. Сит илдәге яңғыҙ тормош, ситтәге яңғыҙлыҡ. □ Жизнь на чужбине; странствование в одиночестве вдали от родины.
■ Һуғыш, фирҡәт, ғишыҡ, ғөрбәт вә тормош ҡайғыһы шунда .. йыйылған, яналар эстә. Д. Юлтый. • Ғөрбәттә ташҡа ятмаған өйҙә яҫтыҡ ҡәҙерен белмәҫ. Әйтем.
3. диал. Бәлә. □ Беда. ■ Төштөм ғөрбәткә, ҡотҡарғыл уҙең... Бәйеттән.
ҒӨРИФТАР [ғәр. (Р: живу-
щие по обычному праву (на основе шариата)', И.: living by the Moslem canon; law consuetudinary; T.: örfi) и. иҫк. һөйл.
Үҙ теләгенән тыш, ғәрәф буйынса мәжбүрилек менән йәшәүселәр. □ Живущие по обычному праву (на основе шариата). ■ Һеҙки Орски ҡалаһында тормошҡа ғөрифтар булып йәшәусе Зариф ҡустыға беҙки Ғөбөрлә ауылында ғөрифтар булып тороусы Олонбикә еңгәңдән куптин-куп сәләм. Ғ. Ғүмәр.
ҒӘРӘФ [ғәр. <-<>&] (Р.: обычай; И.: custom; T.: örf) и.
1. Халыҡ аңында быуындан быуынға күсә килеп, дөйөм ҡағиҙәгә әйләнгән тәртип, ҡараш, зауыҡ һ. б.; йола. □ Обычай, обряд. Ғәрәф белгән. Ғәрәф буйынса йәшәу.
■ Кейәу булып кискә генә, ҡояш байығас ҡына, барыу ғөрөфө булғас, мин көндөң кис булғанын туҙемһеҙлек менән көтөп йөрөнөм. М. Буранғолов. Ғәрәф вә ғәҙәт булмаған сәбәптән, өйөбөҙгә килгән ваҡыттарығыҙҙа һеҙҙең менән һөйләшеп, белмәгән нәмәләрҙе өйрәнеп булмай. Бөгөн инде форсат килде. Р. Фәхретдинов. Ғәрәф буйынса, һәр ҡәбилә, йәмғиәт уҙенең башына (ағаға) табиғ булған (буйһонған). Ә.-З. Вәлиди. Ил баҫыу беҙҙең ғөрөфкә һыймай. «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән».
2. Ҡәҙимге хоҡуҡ. □ Обычное право. □ Аралашыу ғөрөфө. Бурыс ғөрөфө.
3. Этикет. □ Этикет, протокол. Йыйылыштың ғөрөфө. Үҙ-ара мөнәсәбәт ғөрөфө.
274