ҒӨСӨЛ БҮЛМӘҺЕ
ҒӨСӨЛ БҮЛМӘҺЕ и. ҡар. ғөсөлхана. Ғөсөл булмәһендәге әйберҙәр. Ғөсөл булмә-һенең ҡоролошо.
ҒӨСӨЛ ҠОЙОНОУ (ғөсөл ҡойон-) ҡ. ҡар. ғөсөлләнеү. Ғөсөл ҡойоноу ваҡыты. ■ Ҡот ҡойоусы кеше ғөсөл ҡойонған булырға тейеш. Экспедиция материалдарынан. Бәпес уҫтереу маҡсатында беренсе мунса яғыла. Оло кешеләр бәпесте мунса йыуындырып, ҙур, һау-сәләмәт булһын тип, ғөсөл ҡойондоралар. Экспедиция материалдарынан.
ҒӨСӨЛЛӘНЕҮ (ғөсөллән-) (Р.: совершать омовение; И.: perform ablution; T.: gusül abdesti) ҡ. дини.
1. Мосолман йолаһы буйынса ритуаль йыуыныу. □ Совершать омовение. Ғөсөлләнеп намаҙ уҡыу. ■ Тауафты башҡалар өсөн дә ҡылырға мөмкин, баҡһаң. Ләкин бының өсөн яңынан ниәт әйтеп, Мәккәнән ситкә сығыу, тейешле намаҙын уҡып, ғөсөлләнеп, ихрам кейеу фарыз икән. Интернет селтәренән.
2. Мосолман байрамдары алдынан ритуаль ҡойоноу. □ Ритуал омовения перед мусульманскими праздниками. Ураҙа байрамы алдынан ғөсөлләнеу.
ҒӨСӨЛХАНА [ғәр.-фарс. (Р:
омывальня; И.: room to perform ablution; T.: gusülhane) и. иҫк.
Ҡойоноу, йыуыныу бүлмәһе. □ Омывальня, помещение для омовения. ■ [Хәҙрәт — Балтачевҡа:] Бар, ғөсөлханаға инеп, һалҡын һыу менән ҡойон да ятып йоҡла. С. Агиш.
ҒӨСӨР [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. ауырлыҡ. Ғормош ғөсөрө.
ҒӨҪӨР I [ғәр. jA] (Р: ошибка; И.: error; consequence, effect; T.: kusur) и.
Хата; бәхетһеҙлек. □ Ошибка; промах; несчастье; неудача. Көнләшеу ғөҫөрөн эшкә сумып баҫты.
ҒӨҪӨР II [ғәр. jA] и. ҡар. ҡоһор. Ғөҫөрө төшөу. ■ Һеҙ белмәйһегеҙ, балалар. Нужа куреуҙең дә ғөҫөрө төштө инде уға [Әминә апайға]. Н. Мусин.
ҒӨТАРИД [ғәр. ûjILc] и. астр. иҫк. кит. ҡар. Меркурий. Ғөтарид — Ҡояш
системаһына иң яҡын планета. Ғөтарид ҡояшты 88 тәулек эсендә урап утә.
ҒӨФҮНӘТ [ғәр. (Р: гниль; И.: rot, decay; T.: ufunet) и. иҫк. кит.
Серегән һаҫыҡ еҫ. □ Гниль, гнилушка, вонь. Ғөфунәт таралған.
ҒӨШӨР [ғәр. (Р: милостыня; И.: charity; alms; T.: sadaka) и. иҫк.
Мосолман динендә йыйылған уңыштың: иген, бал һ. б. килемдең саҙаҡа итеп дин әһелдәренә, мохтаждарға бирелә торған ун-дан бер өлөшө. □ Милостыня (1/10 часть урожая или другой прибыли), выделяемая для раздачи религиозным лицам и нуждающимся. Ғөшөр саҙаҡаһы. Ғөшөр алыу. Ғөшөр биреу. ■ [Хәсби:] Атаһы, Хоҙай биргән икән, бының [бойҙайҙың] ғөшөрөн Тәукәй муллаға тулыһы менән бирербеҙ инде. Т. Йәнәби. Саҙаҡа, доға, фидиә, фытыр, ғөшөр — бына ислам нигеҙе. Б. Ишемғол.
ҒУД [ғәр. и. ҡар. ағас. Бейек ғуд.
ҒУЖ (Р: обжора; И.: glutton; T.: obur) и.
Күп ашаусы, туя белмәҫ, мәскәй; бирән, убыр. □ Обжора, чревоугодник. Ғуж булыу. Ғуж тарығанмы ни, ашап туя алмай. ■ Беҙ бында ҡан ҡоябыҙ, илдә халыҡ ас-яланғас йәшәй, ә байҙар, ғуж урынына ашап, ҡорһаҡ ҡабарта. В. Исхаҡов.
ҒУЖ-УБЫР (Р: большой обжора; И.: great glutton; T.: obur; pisboğaz) и.
Үтә ныҡ убыр. □ Большой обжора. ■ [Орлов:] Йыуан әҙәм заты ғуж-убыр була. С. Кулибай.
ҒУЗМА [ғәр. (Р: великая, почтенная, уважаемая; И.: esteemed; respectable; T.: uzma) с. иҫк.
Бөйөк, ололоҡло (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Великая, почтенная, уважаемая (по отношению к женщине). ■ Батшабикә анағыҙ, ғумза тигән Аннабыҙ, артығы юҡ башҡанан, ғәйре-ғәйре батшанан. «Ҡонҡас сәсән».
ҒУЙ киҫ. диал. ҡар. бит IV. Алды ғуй. Китте ғуй. ■ [Алтынбикә:] Беҙҙә уға тиң булырлыҡ егет табылмаҫ ғуй. М. Тажи. «Бер өлкән заттың балаһы икәнбеҙ ҙә ғуй! һеҙгә беҙҙең еребеҙҙә өлөшөгөҙ булһа кәрәктер», — тигәндәр. Ғ. Кейеков.
276