Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 277


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒҮМЕР
ҒУНСА [фарс. (Р: бутон; И.: flower bud; T.: gonca) и. иҫк.
Асылып етмәгән сәскә; сәскә бәрәһе.
□ Бутон, нераскрывшийся цветок. ■ Был гөлдөң ғунсаһы шәрҡ уйламайынса, бднең куңелембылгөлдөкғунсаулмаҫ. М. Өмөтбаев.
ҒУРШ (Р.: хруп; И.: onomatopoeic word; T.: kıtır kıtır) оҡш.
Бесән сапҡанда, ат үлән ашағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хруп (подражание звуку, появляющемуся при скашивании сена или когда лошадь жуёт сено). Ғурш итеу. Ғурш килеу.
ҒУРШ-ҒУРШ оҡш. ҡар. ғурш.
ҒУРШ-ҒУРШ ИТЕҮ (ғурш-ғурш ит-) ҡ. ҡар. ғуршылдатыу.
ҒУРШ-ҒУРШ КИЛЕҮ (ғурш-ғурш кил-) ҡ. ҡар. ғуршылдатыу.
ҒУРШЫЛДАТЫУ (ғуршылдат-) (Р: хрупать; И.: crunch; T.: kıtır kıtır etmek) ҡ.
Ғурш-ғурш тигән тауыш сығарыу.
□ Хрупать, издавать хруп (многократно). ■ Буҙәнәләрҙе уҙып, әллә ҡайҙа, алыҫта, көйөлдө көйләп ҡуя, ағас араларындағы аттарҙың ғуршылдатып улән сәйнәгәне, ҡайһыһының ушҡырғаны асыҡ ишетелә. һ. Дәүләтшина.
ҒУРШЫЛДАУ (ғуршылда-) (Р: хрупать; И.: give a crunch; T.: kıtır kıtır yemek) ҡ.
Ғурш-ғурш тигән тауыш сығарыу.
□ Хрупать, издавать хруп. ■ Ҡола am ҡапыл тертелдәп, ғуршылдап, тыбырсынып бер урында туҡтап ҡалды. С. Кулибай.
ҒҮМЕР [ғәр. (Р: жизнь; И.: life; living; T.: ömür) и.
1. Кеше һәм башҡа йән эйәләренең тыуғандан алып үлгәнгә тиклем булған физиологик хәле, тереклек иткән, йәшәгән ваҡыты. □ Жизнь. Кеше ғумере. Оҙон ғумер теләу. ■ Ғумер бер генә, әммә донъя — мәңгелек. Р. Шәкүр. Таулыҡайым! Көнгә һин урләттең, ғумерем шәмсырағы шул икән. X. Назар. Ғумер оҙон булыр, тип алданма, дуҫ. М. Өмөтбаев. Бер ғумерҙә миңә купме кәрәк? Һыуҙар аға — һыуһындарым ҡаныр. X. Назар. Хоҙай Тәғәлә биргән ғумеребеҙ генә оҙон булһын, Алла бирһә, ул ике йыл ғумерҙең
беҙгә бик куп табыштар килтереуе лә ихтимал бит әле. Н. Асанбаев. Ғумер барҙа юлым һиңә илтер, ҡайғырмайыҡ беҙ урау юлдарға. Р. Ғарипов. • Кешегә улем теләгәнсе, уҙеңә ғумер телә. Әйтем. Ғумер оҙаҡ, йыл йыраҡ. Әйтем. Батыр ғумере — ике. Әйтем. Үткән эшкә укенмә: ғумерең зая утер. Әйтем. Эҙләгән моратына етер, ялҡауҙың ғумере бушҡа утер. Әйтем.
2. Ваҡыт, йәшәү, тормош. □ Время.
■ Рәхмәт Мостай Кәримгә, юғиһә, шалтыр-шолтор шиғырҙар яҙып, ғумеремде заяға уткәрер инем. Н. Асанбаев. Сәтләуектәр ҡойола тып та тып — ғумер даулай яңы яралғылар. С. Ғәбиҙуллин. Бар ғумерем минең — һине эҙләу, бар ғумерем — һине юғалтыу... Р. Ғарипов.
3. Йәшәгән осорҙоң бер дәүере, саҡ. □ Период жизни. Йәш ғумер. ■ Төн уртаһы еткәс, бер ҡыҙ илай, йәш ғумерем заяға утә, тип. Халыҡ йырынан.
4. Билдәле бер ваҡыт араһы, ваҡыттың бер өлөшө; ваҡыт. □ Определённое время. Беҙ килгәнгә әллә ни хәтле ғумер утте.
■ Юлдашым — Байрамғол совхозының шофёры, һөт ташый, бөтә ғумерен Белорет менән совхоз араһындағы Урал юлында уткәрә. М. Хәйҙәров. Куп кенә ғумер ул [Рәшиҙә әбей] балалар янына килә алманы. К. Мәргән.
♦ Минән дә үтте ғүмер, эттән дә үтте бер ҙә рәхәт күрмәй, заяға үткән ғүмергә үкенеп әйтелгән һүҙ. □ Раскаяние за зря прожитую жизнь. Ни ғүмерҙән бирле (йәки ни ғүмер) бик оҙаҡ. □ Сколько времени, с каких пор, очень долго. Киткәненә ни ғумер булды, бер хат юҡ. Үҙе бер ғүмер ниндәйҙер бер хәл, ваҡиға һ. б. менән ныҡ ҡәнәғәт булыуҙы белдереп әйтелә. □ Означает радость за какой-н. поступок. ■ Һинең миңә йылы бер ҡарашың, йылмайыуың — уҙе бер ғумер. Р. Ғарипов. Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер йәшәүҙең дауам итеүенә икеләнгәндә әйтелә. □ Сколько осталось жить — неизвестно. ■ [Гөлбостан:] Ошондай мәлдәрҙә лә һайрашып, гөрләшеп ҡалмаһаң, донъяның ҡыҙығын ҡасан курәһең? Әллә бар ғумер, әллә
277