Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 278


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒҮМЕР АХЫРЫ
юҡ ғумер. Үлһәң-нитһәң — ана-а-а донъя! Ғ. Дәүләтшин.
ҒҮМЕР АХЫРЫ (Р.: конец жизни; И.: finis; Т; son) и.
Ғүмер аҙағы, үлер алдынан. □ Конец, исход жизни. ■ [Мин:] Юҡ, онотманым, ғумерем ахырына ҡәҙәр онотмам. Р. Фәхретдинов. Бынан һуң ҡайғырмаҫҡа вә уҙемдең ҡул көсөм менән уҙ тамағымды уҙем тәьмин итергә вә ғумерем ахырына ҡәҙәр уткән эштәрҙән шикәйәт итмәҫкә ҡарар бирҙем. Р. Фәхретдинов.
ҒҮМЕР БАҠЫЙ (Р: вечно; И.: lifelong; T.; ömür boyu) р.
Ғүмер буйы, һәр ваҡыт. □ Вечно, всегда, всю жизнь. ■ һис туҡтамай, ғумер баҡый шулай саба заман аты. М. Кәрим. Ирек, тиңлек даулар өсөн, сыға йәштәр ата-баба ғумер баҡый ҡыуған юлға. С. Ғәбиҙуллин.
ҒҮМЕР БИРЕҮ (ғүмер бир) (Р: дать ребёнку жизнь; И.: conceive; T.: hayat vermek) ҡ.
1. Балаға ғүмер биреү. □ Дать ребёнку жизнь, рожать. Балаларға ғумер биреу һәм уҫтереу. Балаларға ғумер биргән әсәйҙәр алдында баш эйәйек.
2. шарт. Оҙон тормош юлы теләү. □ Благопожелание долголетия. ■ Был көндә уҙемдең йәшем 38-ҙә, Йософ яңы 42-лә, Аллаһы Тәғәлә хәйерле вә бәрәкәтле ғумер бирһен, балаларыбыҙ ҙа хәжәтле вә тэуфиҡлы булһындар ине, дөрөҫ иманыбыҙ вә инанысыбыҙ менән уҙ янына барыуыбыҙҙы насип итһен ине. Р. Фәхретдинов.
ҒҮМЕР БӨТӨҮ (ғүмер бөт ) (Р: уми рать; И.: die, pass away; T.: can vermek) ҡ.
Үлеү. □ Умирать. // Конец жизни. ■ [Хан] афәт килде, ғумер бөттө, тигәндәрҙе берәм-берәм бөтәһен дә орошоп сыҡты. «Бабсаҡ менән Күсәк». Ғумер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып, әгәр мине улем ауҙарһа... Р. Ғарипов. • Ғумер бөтмәһә, ризыҡ бөтмәҫ. Әйтем.
ҒҮМЕР БУЙЫ р. ҡар. ғүмергә. Ғумер буйы уҡырға кәрәк! ■ Ғумер буйы йөрөп яуҙарҙа, йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.
С. Юлаев. • Бер ҡатынға ҡәнәғәт — ғумер буйы хуш ҡалған, башҡаларҙы эҙләгән — ҡатынан буш ҡалған. Әйтем. Еренән айырылған ете йыл илар, йәренән айырылған ғумер буйы илар. Әйтем. Икмәк уңмаһа — бөтә, ҡатын уңмаһа — ғумер буйы китә. Әйтем.
ҒҮМЕРБӘЙӘН (Р: биография; И.: biography, curricula vitae; T.: özgeçmiş) и.
Тормош юлын һүрәтләгән яҙма. □ Биография. Ғумербәйән яҙыу. Ғумербәйән менән танышыу.
ҒҮМЕРГӘ (Р: на всю жизнь; И.: for life, for good; T.: ömür boyu) р.
1. Һәр ваҡыт. □ На всю жизнь, всегда, навсегда, навеки, навечно. Бар ғумергә. Ғумергә шулай. ■ Ғумергә ҡала ул һөйөуҙең төҫтәре, куктәргә кутәрә йәшлектең хистәрен. Р. Шәкүр. Мин даһи! Йөрөмәм уҙемде кәм тотоп, бар ғумергә ут тотоп та ҡан йотоп. Ш. Бабич. Маты урмандары яна, кәлгә тугел, кумергә, беҙҙең былай булғандарҙы онотмаҫтар ғумергә. Бәйеттән. • Бер алдаһаң, ғумергә алдаҡсы булырһың. Әйтем. Бер урлаһаң, ғумергә бур ҡалырһың. Әйтем.
2. Бер ваҡытта ла, һис ҡасан. □ Никогда, ни за что. ■ [Айбулат:] Ҡотлояр ағай менән беҙ ғумергә талашҡаныбыҙ юҡ. Һ. Дәүләтшина. Лос-лос тигән немец һуҙен онотмамын ғумергә. Бәйеттән.
ҒҮМЕР-ҒҮМЕРГӘ (Р: навсегда; И.: always; eternally; T.: ömür boyu) р.
Һәр ваҡыт; гел. □ Навсегда, навечно. Ғумер-ғумергә ҡала тарихтар. ■ Бирьяҡ баҫыуҙа ғумер-ғумергә яҙғы эштәр шулай ике-өс көнгә һуңыраҡ бөтә инде. Б. Бикбай.
ҒҮМЕРҘӘ (Р: никогда; И.: never (in the world); T.: hiçbir zaman) p.
Бер ваҡытта ла, һис бер ваҡытта ла булмаған. □ Никогда. Ғумерҙә булмаған хәл. Ғумерҙә лә ундай эшкә бармам. ■ Ғумерҙә булмаған хәл, ир менән ҡатын ошо турала кистән бик ҡаты һуҙгә килеште. Б. Бикбай. Бындай кулдәкте мин ғумерҙә көйгәнем юҡ ине, рәхмәт, килен! — тип ҡайныһы
278