Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 279


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒҮМЕР КИСЕРЕҮ
шатланған. Әкиәттен. Ғүмерҙә ташламам тигән һүҙҙәреңде онотма. Халыҡ йырынан. Уйламаным мин был турала, ҡустым, ғүмерҙа булған хәл түгел бит. С. Латыпов.
ҒҮМЕРЕ (Р.: отроду; И.: never in one’s life; T.: hiçbir zaman) p.
Бер ваҡытта ла, һис ҡасан; ғүмерҙә.
□ Никогда, ни разу в жизни, отроду; ни за что. Ғүмере онотаһым юҡ ул йылдарҙы. ■ ҒПул тиклем яҡты моң күп булған уның [егеттең] йырында, хатта ғүмере көлмәгән кешеләр көлгән. Ә. Вахитов. Ғүмере бала күрмәгән Ғасим исемле йөҙ етмеш йәшлек Египет батшаһының йәш ҡатынынан ир бала тыуа. Әкиәттән.
ҒҮМЕР ЕБЕ (Р: жизненный путь; И.: career; T.: hayat yolu ) и.
Ғүмер юлы. □ Жизненный путь. ■ Үр артынан үрҙәр артылғанда, ғүмер ебем ҡылдай тартылғанда, тынғы бирмәй бер уй һис кенә. С. Ғәбиҙуллин.
ҒҮМЕРЕНДӘ р. ҡар. ғүмерҙә. Уның йырын ғүмерендә тәүге тапҡыр ишеткән Ғариф, сихырлаған кеүек, өнһөҙ ҡалды. X. Һөйөндөков.
ҒҮМЕРЕНСӘ (Р: всю жизнь; И.: all life lifelong; T.: ömür boyu) р.
Ғүмер буйына. □ Всю жизнь. Ғүмеренсә сәскә үҫтерҙе.
ҒҮМЕРЕНӘ р.
1. ҡар. ғүмерҙә. Беҙгә ул ғүмеренә килгәне юҡ. Ғүмеренә ташлай алманы шул ғәҙәтен.
2. ҡар. ғүмергә. ■ [Яланбикә:] Әй, уның [Гөлйөҙөмдөң] ғүмеренә ҡылығы шул инде, юҡҡа ояла ла ҡала. Һ. Дәүләтшина.
ҒҮМЕР ИТЕҮ (ғүмер ит-) (Р.: жить; И.: live; T.: hayat sürmek) ҡ.
Тереклек итеү, йәшәү, тормош көтөү.
□ Жить, поживать. Хеҙмәт һөйөп ғүмер итеү — иң ҙур бәхет был донъяла. ■ Балаларым — күҙем ҡаралары, балаларым — йөрәк яралары, нисек һеҙҙе ташлап китәйем, нисек һеҙһеҙ ғүмер итәйем? Р. Ғарипов. Кешенең иң тәүге бурысы — ерҙе тәртиптә һәм төҙөк итеп тотоу, уны йәннәттәргә тиңләп донъя көтөү, ғүмер итеү, ҡулы,
теле, күңеле һәм игелекле ғәмәлдәре менән йәннәттәргә яңынан ҡайтыу юлын табыу. Башҡортса дини календарҙан. Иренә итәғәтле булыу ҡатын өҫтөнә фарыз булһа, гүзәл ғүмер итеү вә яҡшы рәүештә мөғәмәлә ҡылыу сараһын күреү иргә бойоролалыр. Р. Фәхретдинов. • Кем менән баш ҡушһаң, шуның менән ғүмер итерһең. Әйтем.
ҒҮМЕР ЙОМҒАҒЫН СИСЕҮ (ғүмер йомғағын сис-) ҡ. ҡар. ғүмер итеү.
ҒҮМЕР ЙОМҒАҒЫН ТАҒАТЫУ (ғүмер йомғағын тағат-) ҡ. ҡар. ғүмер итеү.
■ Ваҡыт-ваҡыт уфтанырбыҙ икебеҙ ике яҡта. Үҙебеҙсә тағатырбыҙ ҡалған ғүмер йомғағын. Тик сисә алмабыҙ, ахыры, яҙмыштың шул йомағын. С. Ғәбиҙуллин.
ҒҮМЕР ЙӨҘӨК (йөҙөгө) (Р: детская игра; И.: kind of national children’s game; T.: çocuklar oyunu) и. этн. диал.
Балалар уйыны «Йөҙөк һалыш», «Үгеҙ йөҙөк» (йөҙөктө йәки башҡа әйберҙе бер бала түңәрәк яһап ултырған балаларҙың береһенең усына йәшереп һала, икенсеһе шул йөҙөктө табырға тейеш). □ Детская игра «У кого колечко?» □ Ғүмер йөҙөк, һикереп төш, күршеңде үбеп төш. Экспедиция материалдарынан.
ҒҮМЕР ЙӘЙЕ (Р: зрелые годы; И.: middle age; T.: orta yaş) и.
Кешенең йәшәгән осороноң урта дәүере, урта йәштәр. □ Средний возраст.
■ Ғүмерҙең дә йәйе, көҙө булһын — емештәре бер үк бешеп етһен. С. Ғәбиҙуллин.
ҒҮМЕР КИСЕРЕҮ (ғүмер кисер-) ҡ. ҡар. ғүмер итеү. ■ Ярабби, һуғыш йылдарын иҫәпкә алмағанда (беҙ төрлө фронттарҙа инек), бер мөхиттә ғүмер кисереүебеҙгә 62 йыл булып та киткән. Н. Асанбаев. Репрессияларға дусар ителеү, атайһыҙ үҫеү, дүрт йыл буйына ут эсендә булыу, унан һуң да тағы биш йылға яҡын армияла хеҙмәт итеү, фатирһыҙлыҡ, аҙ ғына эш хаҡы алып эшләү .. һ. б. бына шундай шарттарҙа ғүмер кисергән һәм ижад иткән яҙыусы бит мин, Наиләкдй... Н. Асанбаев.
279