ҒҮМЕР КӨҘӨ
ҒҮМЕР КӨҘӨ (Р.: старость; И.: old age; T.: yaşlilik) и.
Кешенең йәшәгән осороноң һуңғы дәүере, ҡартлыҡ. □ Старость. ■ Көндө көнгә ялғай-ялғай айҙар утә, йылдар утә. Япраҡтарын ҡоя-ҡоя, ғумеркәйҙәр көҙө етә... Йырҙан. Ғумер көҙө килә, ҡала ерҙә эҙҙәр һалғаның. М. Хисамова.
ҒҮМЕР ҠЫЙЫУ (ғүмер ҡый ) (Р: прервать жизнь, убить; И.: kill, murder, assassinate; T.: öldürmek, kıymak) ҡ.
Кемдеңдер ғүмерен өҙөү, үлтереү. □ Прервать жизнь, убить. ■ Советтарҙың Көнсығыш халыҡтарына ҡарата сәйәсәт мәнфәғәтенән сығып, беҙҙең ғумерҙе ҡыймауҙарына ышана инем. Ә.-З. Вәлиди.
ҒҮМЕРЛЕ (Р: долголетний; И.: long-lasting; of many years; T.: uzun ömürlü) c.
Оҙаҡ йәшәй торған, сыҙай торған, оҙаҡҡа бара торған. □ Долголетний, долговечный. Оҙон ғумерле булыу. М Кинйә улдары Шәрәф тыуҙы, шул ғына ғумерле булды. Б. Бикбай.
ҒҮМЕРЛЕК (Р: пожизненный; И.: lifelong; T: ömür boyu) с.
Ғүмер буйына барған, һуҙылған; мәңгелек. □ Пожизненный, на всю жизнь; навечно. Ғумерлек дуҫ. Ғумерлек хәсрәт. ■ Ғумерлек юлдаш, ҡайғы-хәсрәт ваҡыттарында моңдаш, ҙур эш ваҡыттарында серҙәш булырлыҡ тәрбиәле, яҡшы холоҡло, ғилемле лә булған ҡыҙҙы алыу өсөн тырышырға ла, куп тәрбиә һәм ғилемгә эйә булырға ла кәрәк. М. Ғафури. 1775 йылдың октябрендә Салауат атаһы Юлай менән бергә Рогервикка ғумерлек каторгаға ебәрелә. «Башҡорт поэзияһы». «Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте менән ошо бәндә донъяла ла, әхирәттә лә ғумерлек иптәшем булһасы!» — тигән бер фекер уҙ ихтыярымдан башҡа куңелемә төштө вә шул сәғәттән бирле был сәғәткә ҡәҙәр мәҙкур фекерем көндән-көн ҡеуәтләнеп дауам итте вә беренсе теләгем булып әуерелде. Р. Фәхретдинов. • Аманатҡа итһәң хыянат, алырһың ғумерлек яманат. Әйтем. Аҡса бер көнлөк, ғилем-һөнәр — ғумерлек. Әйтем. Байлыҡ — бер айлыҡ, фәҡирлек — ғумерлек.
Әйтем. Иген уңмаһа — бер йыллыҡ, ҡатын уңмаһа — ғумерлек. Әйтем.
ҒҮМЕР ТУПҺАҺЫ (Р: начало жизни; И.: the prime of life; T.: yaşam baharı) и.
Йәшәү башы. □ На пороге жизни, начало жизни.
ҒҮМЕР УҘҒАРЫУ (ғүмер уҙғар-) (Р: жить; И.: live one’s life; T.: ömür geçirmek) ҡ.
1. Тереклек итеү, йәшәү, тормош көтөү; ғүмер итеү. □ Жить, поживать. ■ Әммә мин уҙем, ғумерлек иптәш буласаҡ кешемдең ошо йортта тороп, атам менән әсәмә хеҙмәт итеуен вә, шул эшкә тамам ризалыҡ биреп, шат ғумер уҙғарыуын теләр инем. Р. Фәхретдинов.
2. Ваҡыт үткәреү. □ Проводить время. Ғел компьютер алдында ғумер уҙғарып ултырма, балам, дәрес уҡы!
ҒҮМЕР УҘҘЫРЫУ (ғүмер уҙҙыр-) ҡ. ҡар. ғүмер уҙғарыу. ■ Атаһы мөҙәрис быны талаҡ иттереу хаҡында һәр төрлө саралар куреп ҡараһа ла, был эш уңышлы булмаған. Шул сәбәптән алты йылдар ҡәҙәр атаһы йортонда балалар уҡытып ғумер уҙҙырған. Р. Фәхретдинов. • Килен туны туҙҙы — килен ғумере уҙҙы. Әйтем.
ҒҮМЕР ҮТЕҮ (ғүмер үт-) (Р.: прожить;
И.: pass (of one’s life); T: ömür geçirmek) ҡ.
Ваҡыт, ғүмер үтеп китеү. □ Прожить, проходить (о жизни). ■ Канлы йәштәр тугеп тә бер ҡыҙ илай, Зөлхизә, көләс ғумерем утә тип ут булып, Зөлхизә. Халыҡ йырынан. Үткән генә ғумерем, ай, буш кеуек, ҡалған ғына ғумер төш кеуек. Халыҡ йырынан. • Үткән ғумер — аҡҡан һыу. Әйтем. Үткән ғумер — иҫкән ел. Әйтем. Эш менән уткән ғумер — алтын ғумер. Әйтем. Үткән ғумер ҡайтмаҫ, ҡалған хәтер табылмаҫ. Әйтем.
ҒҮМЕР ҮТКӘРЕҮ (ғүмер үткәр-) (Р.: жить; И.: pass (one’s life); T.: ömür geçirmek) ҡ.
Ваҡытты эшһеҙ, файҙаһыҙ үткәреү. □ Бесполезно проводить время. ■ Уйнап ғумер уткәрәме кеше? Инде минең хаҡымда вә бигерәк тә Йософ хаҡында: «Бай вә иғтибарлы бер әҙәм булғаны хәлдә хеҙмәтсе ҡатынды никах ҡылды ла шуның менән
280