ҒЫЖЫЛДАТЫУ
ҡайраҡ йыры ишетелә. Тәҙрәләре быялаһыҙ (ҡарындыҡлы) тәпәш бүлмәлә бер малай йәшереп ҡылыс ҡайрап ултыра. Й. Солтанов.
ҒЫЖЫЛДАТЫУ (ғыжылдат-) (Р.: скрипеть; И.: creak; T.: gıcırdamak) ҡ.
Ғыж-ғыж тигән тауыш сығарыу. □ Скрипеть, скрежетать. Мотоциклды ғыжылдатыу. ■ Әбүзәр ҡурай көпшәһенец ике яҡ осон тигеҙләп ҡабырғаһына тишектәр яһаны ла, ғыжылдата уйнап та ебәрҙе. Я. Хамматов.
ҒЫЖЫЛДАУ (ғыжылда-) (Р.: издавать хриплые, сиплые звуки; И.: produce husky sounds; T.: hırıldamak) ҡ.
Ғыж тигән тауыш сығарыу. □ Издавать хриплые, сиплые звуки. Ғыжылдап тын алыу. ■ Әхмәҙулла ҡарт ғыжылдай-ғыжылдай рәхәтләнеп кеткелдәне. Д. Исламов. Паровоз мейесе кеүек ғыжылдап тора үпкәм. Т. Арслан.
ҒЫЖЫЛДАУЫҠ (Р: хриплый; И.: hoarse; T.: hırıltılı) с.
Ғыжылдап сыға торған, ғыжылдап торған (тауышҡа ҡарата). □ Хриплый, сиплый (о голосе), с хриплым, сиплым (голосом). Ғыжылдауыҡ тауыш. ■ Насиптың тауышы ғүмер баҡый ғыжылдауыҡ булды. Бәләкәй саҡта яңылыш мәкегә төшкәйне, шунан ҡарлығып ҡалды тамағы. М. Кәрим.
ҒЫЖ ЫМ I (Р: постоянно кашляющий человек (из-за туберкулёза лёгких)', И.: a person coughing constantly; T.: sürekli öksüren kimse) и. һөйл.
Ғыж-ғыж итеп, гел йүткереп йөрөгән кеше; ҡара үпкә. □ Постоянно кашляющий человек (из-за туберкулёза лёгких). Кит, шул ғыжымды.
ҒЫЖЫМ II с. диал. ҡар. бүртмәс I. Ғыжым шәл. Ғыжым яулыҡ.
ҒЫЖЫМ ШӘЛ (Р: белая шёлковая шаль; И.: white silk shawl; T.: beyaz ipek şal) и. диал.
Аҡ ебәк ептән эшләнгән фабрика шәле. □ Белая шёлковая шаль.
ҒЫЗЛАУ (ғызла-) (Р: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ.
Әсеп, бызырлау. □ Шипеть (например, о брожении кислушки или простоявшего ка-тыка). Бал ғызлап ултыра. Эркет ғызлап ултыра.
ҒЫНА киҫ. ҡар. кына III. ■ Алтын ғына микән, ай, был донъя, көмөш кенә микән был донъя, алтын ғына уйлы аҫыл иргә баҡыр ғына микән был донъя? Халыҡ йырынан. • Аҙҙан ғына күңел табыла, юҡтан ғына күңел ҡала. Әйтем. Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул. Әйтем. Бала уңһа ғына — бала, уңмаһа — бәлә. Мәҡәл.
ҒЫПАНДАУ (ғыпанда-) ҡ. диал.
1. ҡар. ҡыпанлау. К Ғыпандап ҡына торған ҡыҙы бар. Экспедиция материалдарынан.
2. Шаярыу. □ Озорничать. ■ Ирмәк итеп ғыпандай. Экспедиция материалдарынан.
ҒЫПЫУ (ғыпы-) ҡ. диал. ҡар. атыу.
■ Заманында ғәйепһеҙ кешеләрҙе ғыпы-нылар. Экспедиция материалдарынан.
ҒЫР (Р: храп; И.: wheeze!; T.: horultu) оҡш.
Тамаҡ төбөнән ҡалтырап сыҡҡан ҡалын тауышты белдергән һүҙ. □ Хрип, храп. Ғыр итеү. ■ Был бай бер ҡараңғы бүлмәлә ғыр килә, ти, үлмәгә. Д. Юлтый.
ҒЫР-ҒЫР (Р: хрип; И.: sound imitating word; T: gırgır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ғыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку храпа. Ғыр-ғыр итеү. Ғыр-ғыр килеү. ■ Әбей менән бабай ғыр-ғыр йоҡлай, яндарында бер бәпес һикереп төшөп уйнай. Әкиәттән.
ҒЫРАЗ и. диал. ҡар. ҡыраз.
ҒЫРАСЫ (Р: злой; И.: wicked; T.: kötü huylu) с. диал.
Уҫал. □ Злой. Ғырасы ҡәйнә. ■ Килен ғырасы булғанлыҡтан, үҙем саҡ һыйып торам. Экспедиция материалдарынан.
ҒЫРЛАП АЛЫУ (ғырлап ал-) ҡ. ҡар. ғырлау. Яралы саҡ ҡына ғырлап алды ла тағы ла тынысланды.
ҒЫРЛАП БАРЫУ (ғырлап бар-) ҡ. ҡар. ғырлау. Йоҡомһорап ғырлап барҙы.
282