ҒЫРЫЛДЫҠ
ҒЫРЛАП ЕБӘРЕҮ (ғырлап ебәр-) ҡ. ҡар. ғырлау. Ҡапыл ғырлап ебәрҙе.
ҒЫРЛАП СЫҒЫУ (ғырлап сыҡ-) ҡ. ҡар. ғырлау. Дарыу ҡаҙағас, төнө буйы ғырлап сыҡты.
ҒЫРЛАУ (ғырла-) (Р.: храпеть; И.: snore; T.: horlamak) ҡ.
Ғыр-ғыр итеү, ғыр итеү. □ Храпеть, хрипеть. Ғырлап алыу. ■ [Мазһар] арты менән әйләнде лә әллә ысынлап, әллә юрый ғырлап йоҡоға китте. С. Агиш.
ҒЫРЛАУЫҠ (ғырлауығы) (Р: трахея;
И.: trachea; windpipe; T.: trakea) и. анат. диал.
Боғарлаҡ, ҡыҙыл үңәс. □ Трахея. ■ Ҡорбан салғанда, малдың ғырлауығын киҫеп, ҡаны сығып бөткәнсе, ҡибла яҡҡа тотоп торалар. Экспедиция материалдарынан.
ҒЫРШ (Р: хруст; И.: crunch! crackle; T: çıtırtı, kıtırtı) оҡш.
Ҡатыраҡ нәмәне ҡырҡҡанда, өҙә тешләгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Хруст. ■ Айыу тештәрен уның [Ғәй-зулланың] ҡабырғаһына батыра. Шул саҡ күкрәгенең ҡайһылыр ере ғырш итеп ҡала. Т. Сәғитов.
ҒЫРШ-ҒЫРШ (Р: подражание усиленному хрусту; И.: sound imitating word; T: kıtırtı) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ғырш иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание усиленному хрусту, хруст-хруст. Ғырш-ғырш үлән ашай.
ҒЫРШЛАТЫУ (ғыршлат-) (Р: хрустеть, хрупать чем-л.; И.: crunch; Т: çıtırdamak) ҡ.
Ғырш тигән тауыш сығартыу. □ Хрустеть, хрупать чем-л. Ғыршлатып сәйнәү. ■ Төнлөктән һыйырҙың бесәнде мороно менән айҡауы, шунан ғыршлатып көйшәй башлауы ап-асыҡ ишетелде. Р. Низамов.
ҒЫРШЫЛДАТЫУ (ғыршылдат-) (Р: хрупать, хрустеть; И.: crunch; T: çıtırdamak) ҡ.
Ғырш-ғырш тигән тауыш сығарыу.
□ Хрупать, хрустеть. Ғыршылдатып сәйнәү. ■ Таһир олатай шыңғыратып салғыһын яный ҙа һутлы үләндәрҙе ғыршылдатып сабырға тотона. Й. Солтанов. Ғыр
шылдатып бесән саптым бергә апайҙарым менән болонда. Ғ. Дәүләтов.
ҒЫРШЫЛДАУ (ғыршылда-) (Р.: хрустеть; И.: crackle; T.: çıtırdamak) ҡ.
Ғырш-ғырш тигән тауыш сығарыу, ғырш-ғырш килеү. □ Хрустеть. Ғыршылдап тороу. ■ Төрлө ҡоштар һайрау ы, салғылар сыңлау ы, ҡырҡылған үләндәрҙең ғыршылдау ы, ҡайҙалыр ҡолондар кешнәүе бергә ҡушылып, әкиәт моңдарына әйләнделәр. Б. Бикбай.
ҒЫРЫЛДАТЫУ (ғырылдат-) (Р.: издавать гортанный звук; И.: produce a laryngeal sound; T: hırıldatmak) ҡ.
Ғыр-ғыр тигән тауыш сығартыу, ғыр-ғыр килтереү. □ Издавать гортанный звук. Тамаҡты ғырылдатыу.
ҒЫРЫЛДАУ (ғырылда-) (Р: хрипеть; И.: wheeze; T.: hırıldamak) ҡ.
Ғыр-ғыр тигән тауыш сығарыу, ғыр-ғыр килеү. □ Хрипеть. Ғырылдап сыҡҡан тауыш. ■ Уның [Ҡаҙанбаевтың] тауышы асыуланыуҙан ғырылдап сыҡты. Н. Мусин. Ҡуй көтөүенең өс көтөүсеһе ғырылдап йоҡлап ята, ти. Әкиәттән.
ҒЫРЫЛДАУЫҠ (ғырылдауығы) (Р: трахея; И.: windpipe; Т.: trakea) и. анат. диал.
1. Боғарлаҡ. □ Трахея. Ғырылдауығы шешкән.
2. Тойон, күмәгәй. □ Кадык, «адамово яблоко».
ҒЫРЫЛДЫҠ I (R: хриплый; И.: raucous; T: hırıltılı) c.
Ғыр-ғыр иткән, ғырылдап сыҡҡан. □ Хриплый (о голосе). Ғырылдыҡ тауыш. ■ Хафиз бер ҙә үҙенекенә оҡшамаған ғырылдыҡ бер тауыш менән: — Ҡана, ҡайынбикә, бер ижау һалҡын һыу бир әле, — тине. М. Тажи.
ҒЫРЫЛДЫҠ II (ғырылдығы) (Р: предсмертный хрип; И.: wheezing sound occuring before death; T: can çekişme hırıltısı) и.
Үлер алдынан тын алыу туҡталғанға тиклем ғырылдап сыҡҡан тауыш. □ Предсмертный хрип. Атаһының ғырылдығына түҙә алмай мыш-мыш иланы.
283