Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 284


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒЫРЫЛДЫҠ ИНЕҮ
ҒЫРЫЛДЫҠ ИНЕҮ (ғырылдыҡ ин-) (Р.: хрипеть перед смертью; И.: death rattle; T.: can çekişme hırıltısı) ҡ.
Тын алыу туҡталыр алдынан ауыр итеп ғырылдай башлау. □ Хрипеть перед смертью. ■ Ғырылдыҡ ингән, оҙаҡ тормаҫ. Халыҡ теленән.
ҒЫШТ-ҒЫШТ оҡш. ҡар. ғырш-ғырш. Ғышт-ғышт итеу. Ғышт-ғышт килеу. ■ Ғышт-ғышт килтереп салғы уләндәрҙе киҫә. Әсәйем ширләгән, бешкән, янған. Р. Низамов.
ҒЫЯМАТЛЫҠ АТАЙ и. этн. диал. ҡар. ҡиәмәтлек атай. ■ Ауыр саҡтарҙа ғыяматлыҡ атайым ярҙам итте. Экспедиция материалдарынан.
ҒЫЯМАТЛЫҠ ИНӘЙ и. этн. диал. ҡар. ҡиәмәтлек әсәй. ■ Был бала итәкле кулдәгемде ғыяматлыҡ инәйем буләк иткәйне. Экспедиция материалдарынан.
ҒӘБЕТ [ғәр. и. ҡар. ғәбит. ■ Донъяла һәр нәмә тәҡлидтән ғибәрәттер, тинем; хатта тәҡлид беҙ ғәбеттәргә ғибәҙәттер, тинем. Ш. Бабич. Вә иллә Йософ Тәфтилев (Тәфкилев) уларҙы ғәбеттәрем (ҡол вә крәҫтиәндәрем) тип ҡағыҙлатыр булған. Ғ. Кейеков.
ҒӘБИ [ғәр. (Р: глупый, тупой, невежественный; И.: stupid; T.: gabi) с. иҫк. кит.
1. Аңра, аңһыҙ, зиһенһеҙ. □ Глупый, тупой. Ғәби кеше. Ғәби һарыҡ. ■ Улар [мәзин менән хәлфә]миңә ҡарап бер аҙ һөйләшеп алдылар. «Жаһил», — тине Хөббихужа. «Жа-һил, ғәби», — тине Йыһангир. Ғ. Ғүмәр. Төҙәт донъяуиҙарҙы фән өсөн һин, ғәби һин, тутай, мәймун һин, төшөнһәң. М. Өмөтбаев.
2. Наҙан. □ Невежественный. Ғәби шәкерт. ■ Уның мәҙрәсәлә ун биш ҡыш яҙған яҙыуын беҙҙең кеуек ғәбиҙәр ун биш йыл уҡып та сыға алмаҫ һәм йөҙ талиптар ҙа (кусереп) яҙа алмаһа кәрәктер. F. Кейеков.
ҒӘБИТ [ғәр. (Р: раб; И.: slave; Т: köle) и.
1. иҫҡ. Ҡол, хеҙмәтсе. □ Раб, невольник, слуга. Ғәбит ир. Ғәбит булыу. Ғәбит бәндә.
■ Егеттәр бер ғәбит егеткә осрайҙар. Ғәбит егет һорай, был егеттәр һөйләй. Әкиәттән.
2. Аллаға табыныусы, ғибәҙәт ҡылыусы. □ Богомол. Алла ғәбите.
ҒӘБӘҪ [ғәр. (Р: игра; И.: play; rubbish, trifle; T.: oyun) и. иҫк.
1. Уйын. □ Игра. Ғәбәҫ уткәреу. Ғәбәҫ ойоштороу.
2. Файҙаһыҙ эш, юҡ нәмә. □ Бесполезное занятие. Ғәбәҫ эш. Ғәбәҫ менән булашыу. Н Әгәр ҙә ислам хөкөмдарҙары ғәбәҫ урындарға тугәсәк дәуләттәрҙе, .. ислам донъяһын ҡаушамаҫлыҡ нигеҙҙәргә һалып киткән булһалар вә зилзиләләрҙә һел-кенмәҫлек биналарҙы ҡорған булһалар вә Аллаһы Тәғәләнең һуҙен тотһалар ине, ислам донъяһы бөгөндәге хәлгә төшмәҫ, бәлки, ғәзиз бер милләт булып ғумер һөрөр ине. Р. Фәхретдинов.
ҒӘ Д I [ғәр. ûc.] (Р: завтрашний день; И.: tomorrow; T.: yarın) и. иҫк.
Иртәнге көн, алдағы көн. □ Завтрашний день, следующий день. Ғәд тураһында уйлау. Ғәдте ҡайғыртыу. Ғәд — ишәккә тип, ҡул һелтәп ҡуйма.
ҒӘД II [ғәр. (Р: счёт; И.: account; Т.: hesap) и. иҫк. кусм.
Һан, иҫәп. □ Счёт, число. Алдынғылар ғәдендә йөрөу. Ойошма ғәденә уҡыу. Ғәдтән сығарыу.
ҒӘД ИТЕҮ (ғәд ит-) (Р: считать; И.: calculate; T.: hesaplamak) и. иҫк.
Иҫәпләү. □ Считать.
ҒӘДДАР [ғәр. (Р: предатель; И.: traitor, betrayer, turncoat; T.: gaddar) и. иҫк.
Хыянатсы, хаин, һатлыҡ йән. □ Предатель, продажная душа. Ғәддар менән дуҫ булма. М. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэ-маһындағы Яҡуп — ғәддарҙарҙың бер типик образы. ■ Ғәддар дошмандың ҡулына тотоп бирҙе. М. Аҡмулла.
ҒӘДДАРАНӘ I [ғәр.-фарс. (Р: предающий; И.: betraying; T.: gaddarca) с. иҫк.
Хыянатсыл. □ Предающий. Ғәддаранә кеше. Ғәддаранә ҡылыҡ.
284