ҒӘҘЕЛ
ҒӘҘЕЛ II [ғәр. JûU.] (Р/ справедливо; И.: just, fair; T.: âdil) р.
Дөрөҫ, алдамайса, теүәл итеп. □ Справедливо, беспристрастно. Ғәҙел булеу. Ғәҙел хәл итеу. ■ Ҡуңелемдә ниндәй хазина бар — барыһы менән ғәҙел булештем. Ғ. Рамазанов.
ҒӘҘЕЛЛЕК (ғәҙеллеге) (Р: справедливость; И.: justice; fairness; equity; validity; T.: âdillik, adalet) и.
1. Дөрөҫлөк, хаҡлыҡ, хәҡиҡәт. □ Справедливость, беспристрастность. ■ Ғәҙеллек, тип ауыҙ асма, и бәндә! — тормош уҙе ғәҙелһеҙлек ҡорбаны. М. Ямалетдинов. Ғәҙеллек өсөн айҡашҡан дауҙар ҙа бар донъяла. С. Ғәбиҙуллин. Ғәҙеллек тип кутәрелгән аҫыл заттар — Вәлидиҙәр, унан алда Салауаттар. Р. Шәкүр. Ә унан һуң башҡорт батыры ҡораллы яуға кутәрелгәндә лә, ихтилалдың утлы уҙәгендә хәрәкәт итеп, егерменән ашыу алышта шәхси ҡатнашып, иң яуаплы хәрби операцияларҙы уткәргәндә лә, уҙе ҡылған эштәрҙең ғәҙеллегенә ышанып, уңышҡа талпынған бит. Н. Асанбаев. • Ғәҙеллек кешене матурлай. Әйтем. Ғәҙеллек улене тергеҙгән. Әйтем. Ғәҙеллек менән золом бер ерҙә йәшәмәҫ. Әйтем.
2. Ғәҙел хөкөм. □ Правосудие. Ғәҙеллек ҡанундары буйынса.
ҒӘҘЕЛЛЕКЛЕ (Р: справедливый, беспристрастный; И.: just, fair; T.: adaletli) c.
Дөрөҫлөккә ярашлы, дөрөҫлөк яҡлы; ғәҙел. □ Справедливый, беспристрастный. Ғәҙеллекле ҡарар. Ғәҙеллекле кеше. Ғәҙеллекле эш. Ғәҙеллекле хәл.
ҒӘҘЕЛЛЕКҺЕҘ (Р: несправедливый; И.: unjust, unfair; T.: adaletsiz) с.
Дөрөҫлөккә ярашһыҙ, дөрөҫлөккә ҡаршы; ғәҙелһеҙ. □ Несправедливый, необъективный. Ғәҙеллекһеҙ кеше. Был бигерәк ғәҙеллекһеҙ эш.
ҒӘҘЕЛ ТӨНӨ АСЫЛЫУ (ғәҙел төнө асыл-) (Р: открытие небесного купола; И.: kind of Moslem superstition; T.: berat gecesi göklerin kepıları açılması) ҡ. дини, миф. диал.
Ышаныуҙар буйынса, ҡәҙер кисендә, һауала яҡты нур балҡып, к үк йөҙөнөң
яҡтырып китеүе (имеш, ошо ваҡытта теләгән теләк ҡабул була). □ Открытие небесного купола (поверье, по которому желание, загаданное во время небесного свечения накануне праздника уразы, обязательно исполнится ).
ҒӘҘЕЛҺЕҘ с. ҡар. ғәҙеллекһеҙ. Ғәҙелһеҙ ҡараш.
ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК (ғәҙелһеҙлеге) (Р: несправедливость; И.: injustice, unfairness; T.: adaletsizlik) и.
Дөрөҫлөккә ҡаршы килгән ғәмәл, дөрөҫлөккә ярашһыҙ эш йәки мөнәсәбәт. □ Несправедливость, необъективность. Ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймау. Ҡарарҙың ғәҙелһеҙлеге. Социаль ғәҙелһеҙлек. ■ Ғәҙеллек тип аһ орһа ла һәр бер заман, ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрә әле һаман. Р. Шәкүр. Рыяһыҙ йән минең утә һиҙгер ғәҙелһеҙлек менән ялғанға. X. Назар. Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек — халҡымдан көлгән өсөн. Мине ҡаға ғәҙелһеҙлек — халҡым тип улгән өсөн. Р. Ғарипов. Тағы бер ғәҙелһеҙлек шунан ғибәрәт. М. Өмөтбаев.
ҒӘҘЕМСӘ с. диал. ҡар. ҡәҙимгесә. ■ Ғә-ҙемсә мейес инде. Экспедиция материалдарынан.
ҒӘҘЕР [ғәр. >*] (Р: почёт; И.: honour; respect; justice; T.: izzet) и. диал.
Ҡәҙер, хөрмәт. □ Почёт, уважение; степень; достоинство. Ғәҙер итеу. Ғәҙер кур-һәтеу.
ҒӘҘИМГЕ с. ҡар. ҡәҙимге. Ғәҙимге кеше.
ҒӘҘИМГЕСӘ с. диал. ҡар. ҡәҙимгесә. М Ҡояш байырға тышау буйы ҡалғанда, тирләгәнсе һурпа эскәндән һуң ғәҙимгесә ипкә ингән егеттәр, ике-өс сәғәт эсендә ташҡын мәкеренән, ҡурҡыуҙан һәм ҡаты һыуыҡтан бер нисә йылға олоғайып киткәндәй бөкрәйеп, тауға урләйҙәр ине. А. Абдуллин.
ҒӘҘРА [ғәр. *»>&] (Р.: целомудренная, непорочная девушка; И.: chaste girl; T.: iffetli) и. иҫк.
Ҡыҙ, ғиффәтле ҡыҙ. □ Целомудренная, непорочная девушка. Ғәҙра ҡыҙ бала. Ғәҙра булыу. Ғәҙра юғалтыу.
286