Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 287


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ғәҙәти
ҒӘҘӘЛӘТ [ғәр. (Р.: справедливость; И.: justice; T.: adalet) и. иҫк. кит.
Ғәҙеллек, тоғролоҡ, хаҡлыҡ. □ Справедливость, правосудие. ■ Эшсе теләй ғәҙәләт. Тигеҙһеҙлек — яманат. Ш. Бабич. Һинең илең — бөйөк ил, хаҡлыҡ иле, ғәҙәләттең сәскә атыусы ере. М. Ғафури.
ҒӘҘӘЛӘТЛЕ (Р.: справедливый; И.: just; T.: adil) с. иҫк. кит.
Дөрөҫ, ғәҙел. □ Справедливый, правый. Ғәҙәләтле дәүләт. Ғәҙәләтле хөкөм.
■ Ғәҙәләтле төрмош майҙан алғас, беҙҙең йәндәребеҙ шатланды. X. Ғәбитов.
ҒӘҘӘЛӘТҺЕҘ (Р: несправедливый; И.: unjust; T.: adaletsiz) с.
Дөрөҫ түгел, хаҡһыҙ. □ Несправедливый. ■ Был матур журналыбыҙ хаҡында һөжүмде мин бөтөнләй урынһыҙ һәм ғәҙәләтһеҙ һанайым. Ә.-З. Вәлиди.
ҒӘҘӘТ [ғәр. (Р: привычка; И.: habit; T.: âdet) и.
1. Кешенең булмышында тәбиғигә әй-ләнгән сифат; характер үҙенсәлеге; ҡылыҡ. □ Привычка, привычное дело. Яҡшы ғәҙәттәр. Иртә тороу ғәҙәте. Дөрөҫ һөйләү ғәҙәте. Ғәҙәте буйынса. Ғәҙәткә индереү.
■ Бәләкәй сағымда уҡ үҙемде кешеләр менән сағыштырып ҡарай торған бер ғәҙәтем бар ине. Н. Асанбаев. Шуның арҡаһында бөтә нәмәне һатып алыу ғәҙәткә кереп киткән. М. Өмөтбаев. Рөстәм, ғәҙәте буйынса, ручкаһын битенә тейҙереп, олатаһына ҡара күҙҙәрен төбәне. С. Латипов. Әгәр ҙә үҙемдә һиңә оҡшамай торған ғәҙәттәр вә холоҡтар булһа, шуларҙы үҙемә белдерһәң ине. Мин ул ғәҙәттәрҙе вә холоҡтарҙы ташлау тураһында ижтиһад итер инем, — тиҙәр икән. Р. Фәхретдинов. Бер һынаным, биш һынамам, иркәм, ғәҙәттәреңде. Халыҡ йырынан. • Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр. Мәҡәл. Ғәҙәтте һәләт еңә. Мәҡәл. Йән сыҡмайынса, ғәҙәт сыҡмаҫ. Әйтем. Сәғәтең менән маҡтанма, ғәҙәтең менән маҡтан. Әйтем. Хур иткән дә ғәҙәт, ҙур иткән дә ғәҙәт. Әйтем. Алтылағы ғәҙәт алт-мышта. Әйтем.
2. Дөйөм халыҡ тарафынан ҡабул ителеп, ҡағиҙәгә әйләнгән, быуындан быуынға күсә килгән аң-ҡараш, зауыҡ, тәртип; йола, ғөрөф. □ Обычай, обряд, нравы. Боронғо ғәҙәттәр. Ғәҙәт буйынса. Ғәҙәт булыу. Ғәҙәткә әйләнеү. • Иргә бер ҡат барыу — ғәҙәт, икенсегә — оят. Әйтем. Алты көн ас булһаң да, ата ғәҙәтен ҡуйма. Әйтем. Яҡшынан яҡшы тыуыуы — ғәҙәт, яҡшынан яман тыуыуы — ғәжәп. Әйтем.
ҒӘҘӘТ БУЛЫУ (ғәҙәт бул-) (Р: иметь привычку; И.: have a habit; T.: âdet edinmek) ҡ.
Йәшәү рәүешендә, көнкүрештә теге йәки был эштең, ҡылыҡтың булыуы. □ Иметь ту или иную привычку или образ жизни. Яҡшы ғәҙәт булыу. Насар ғәҙәт булыу. ■ Шулай итеп, был хәл ғөмүми ғәҙәт булып китә вә һәр кем донъяла рәхәт күреүҙе үҙенә мәсләк итеп тоталыр. Р. Фәхретдинов. һинең тәрбиәңдә булғандары хәлдә атаң вә анаң йәки икеһенән бере ҡартайһалар (вә ҡарттарҙағы иркәләнеү, сабыйланыу, күп һөйләү ҡәбиленән булған ғәҙәттәргә эйәреп урынлы-урынһыҙ һөйләп торһалар), һин уларға ауырһынма. Р. Фәхретдинов.
ҒӘҘӘТЕНСӘ (Р: по привычке; И.: after one’shabit; T.: âdetince) мөн.
Ғәҙәт, йола буйынса. □ По привычке, по обыкновению, как всегда, как обычно. ■ Ғәҙәтенсә, кеше тормошон үҙенсә ҡорорға теләмәһә, уға яуапһыҙ ҡараһа, яҙмышҡа һылтанырға ярата. Картотека фондынан. Ғәҙәтенсә, ҡысҡырып иғлан итте уйнар көйөн ҡурайсы. Г. Яҡупова. Зәйнулла, ғәҙәтенсә, өй нигеҙендә ултыра. Ф. Аҡбулатова. Кәм-хур булмаҫ табында, дуҫ-ишең ҡоронда, ғәҙәтенсә, борондан, йырлар моңло йырын да, түрҙә булыр урын да. Р. Ғарипов. Имеш, уларға Мәғәмүр туғандары килгән, күмәкләшеп йылға буйында табын ҡорғандар, Йыһания, ғәҙәтенсә, усаҡ янында. Р. Камал. Берҙән-бер көндө был [егет], ғәҙәтенсә иртә таңдан тороп, һунарға киткән, ти. Әкиәттән.
ҒӘҘӘТИ (Р: привычный; И.: habitual, familiar; usual; T.: alışılmış) c.
287